Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
15 Декабрь 2022, 11:00

Сәхнәләрҙе дер һелкетеп

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Бейеү театры коллективы  Башҡортостандың халыҡ  артисы Риф Ғәбитовтың  юбилей кисәһендә ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт  премияһы  лауреаты Риф Фәтих улы Ғәбитов легендар  Бейеү театры коллективын  2004 йылдан 2014 йылға тиклем етәкләне. Ул ҡуйған «Башҡорт йөрәге», «Саптар» хореографик композициялары, “Көтөүсе йыры”, “Еҙ үксә”  кеүек тәрән рух менән һуғарылған, халҡыбыҙҙың батырлыҡ, саялыҡ, олпатлылыҡ  кеүек һыҙаттарын сағылдырған бейеүҙәр  Рәсәйҙә генә түгел, сит ил сәхнәләрендә лә  һәр саҡ дәррәү алҡыштарға күмелә. Бейеүселәребеҙ тиҫтәләрсә йылдар дауамында ошондай бейеүҙәре менән Бельгия, Голландия, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙең сәхнәләрен дер һелкетеп,  милләтебеҙҙең йөҙөн күрһәтте, халҡыбыҙҙың шөһрәтен күтәрҙе.

Маһир  бейеүсе һәм балетмейстерҙың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы уҙғарылған  кисәлә, Бейеү театры  коллективы «Башҡорт йөрәге» хореографик  композицияһы менән сығыш яһаны. Филармонияның  художество етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина менән Бейеү театрының баш балетмейстеры, БР-ҙың атҡаҙанған  артисы Эльвира Дауытова коллектив исеменән Риф Ғәбитовты  юбилейы менән  ҡотланы, таланты һәм ижады өсөн рәхмәт әйтте.

Роза САФИНА.

Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары.

Сәхнәләрҙе дер һелкетеп
Сәхнәләрҙе дер һелкетеп
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: