Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
28 Декабрь 2022, 23:20

Яңы йыл төнөндә Өфөлә Элвин Грей сығыш яһай

Шәмбе, 31 декабрҙә, Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) концерты була. Сығыш киске сәғәт 10-да башлана һәм яңы йыл сәғәте һуҡҡансы дауам итә. Барыһына ла инеү ирекле.

Яңы йыл төнөндә Өфөлә Элвин Грей сығыш яһай
Яңы йыл төнөндә Өфөлә Элвин Грей сығыш яһай

Артист социаль селтәрҙә үҙенең концерты тураһында бер нисә яҙма менән уртаҡлашҡан.

«Яңы йылды нисек ҡаршылайһығыҙ? Ғаиләгеҙ әллә дуҫтарығыҙ менәнме? Өйҙәме әллә ҡунаҡтамы? Мин Яңы йылды бына шулай ҡаршыларға теләйем: мин сәхнәлә, командам менән сәхнә янында торған тамашасыларҙың күҙҙәренә ҡарап куранттар һуға башлауға нисә секунд ҡалғанын һанайбыҙ. Хыялдар тормошҡа ашырға тейеш, шуға күрә һеҙҙе 31 декабрҙә киске сәғәт 10-да Ҡунаҡһарай майҙанында көтөп ҡалам. Инеү бушлай. Ата-әсәйегеҙ, балаларығыҙ, дуҫтарығыҙ менән килегеҙ. Барыһын да көтәбеҙ!» — тип саҡырҙы артист.

 

Автор:
Читайте нас: