Ашҡаҙар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
10 Ғинуар 2023, 14:58

Радий Хәбиров Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советты ике йылға бер тапҡыр уҙғарырға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советты ике йылға бер тапҡыр үткәрергә ҡушты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, советтың тәүге ултырышы былтыр 30 декабрҙә уҙҙы.

Радий Хәбиров Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советты ике йылға бер тапҡыр уҙғарырға ҡушты
Радий Хәбиров Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советты ике йылға бер тапҡыр уҙғарырға ҡушты

Шишәмбе республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға рәхмәт белдерҙе.

- 30 декабрҙә беҙ мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышын үткәрҙек. Әминә Ивний ҡыҙы, һеҙгә рәхмәт әйткем килә, минеңсә, бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды, проблемаларҙы асыҡланыҡ. Осрашыу йомғаҡтары буйынса йөкләмә әҙерләгеҙ. Алда торған бурыстарҙы билдәләү өсөн беҙгә ике йылға бер тапҡыр осрашырға кәрәк, - тип билдәләне республика етәксеһе.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: