Ашҡаҙар
+21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
27 Февраль 2023, 17:45

“БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНӘМ!”

             Туғанынан яҙған  - ярты йәтим,              Туған теленән яҙған – мең йәтим,              Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән               Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем.”                                            Рауил Бикбаев.

Ошондай исемгә эйә клуб эшләй

Илһөйәрлекте ҡайҙа ла тәрбиәләп була, ә бына туған телде өйрәнгең килһә, бының өсөн беҙҙә мөмкинлектәр бар.

Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин мәктәптәрҙә тыуған төбәк тарихын уҡытыуҙың берҙәм ысулдарын әҙерләргә ҡушҡайны. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа тыуған яҡты өйрәнеү предметы мәктәп программаларынан төшөрөлөп ҡалдырылды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡалабыҙҙа тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен өйрәнеү буйынса күп эштәр башҡарыла. Был йәһәттән бына бишенсе йыл инде Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә “Башҡорт телен өйрәнәм” клубы асылып, балалар өсөн махсус дәрестәр үткәрелә. Дәрестә  башҡорт теле алфавитын өйрәнеү, һүҙҙәрҙе, хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү менән генә сикләнмәйҙәр. Бында балаларҙың кескәй йөрәктәрендә илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында  башҡорт халҡының йолалары, гөрөф-ғәҙәттәре, тормош-көнкүреш әйберҙәре менән дә ихлас таныштыралар. Әйткәндәй, клуб 2018 йылдан башлап эшләй.

– Әлеге ваҡытта бында 7 йәштән алып 12 йәшкә тиклемге  8 бала бик теләп шөғөлләнә. Беҙҙә махсус программалар юҡ. Шуға күрә дәрес программаларын да, темаларын да үҙебеҙгә уйларға тура килә, – ти китапхана мөдире Гүзәл Ишбулдина.

Нисек кенә булмаһын, балалар бында бик теләп йөрөй. Мәҫәлән, Роберт Миңлебаев атлы егет тәүге йылдан уҡ шөғөлләнә. Ата-әсәһе ҡала мөхитендә үҫеү сәбәпле, өйҙә балалар менән башҡортса иркен аралаша алмай, ә түңәрәк был бушлыҡты тултырырға ҙур ярҙам булып тора. Ата-әсә балалары ла уларҙың хатаһын ҡабатламауын теләй.

– Башҡорт телен яратып өйрәнәм. Һөйләшә алам, хатта ҡайһы берҙә әсәйҙе лә өйрәтеп ебәрәм әле, – ти Роберт ҡыуанып.

Башҡорт телендә бөтөнләй  һөйләшә белмәгәндәр, ләкин телде өйрәнергә теләүселәр өсөн ойошторолған был клуб аҙнаһына бер тапҡыр, йәкшәмбе сәғәт 13.00 үткәрелә. Дәрес барышы 35-40 минут тирәһе дауам итә. Дуҫлыҡ урамы, 37-А йортонда урынлашҡан китапханаға ошо маҡсат буйынса килеүселәргә ишектәр асыҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Луиза ҒӘЛИМОВА фотоһы.

“БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНӘМ!”
“БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНӘМ!”
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: