Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

АЙГӨЛ ИЛЕ

Әҙәм балаһы ғүмер баҡый үҙенең асылын эҙләүсән. Әммә, тормош ҡануны шулдыр – яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәй, был донъяға һәр кем дә үҙ тәғәйенләнеше менән килә. Әлеге мәҡәләлә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрының бер балҡышы булған сағыу актриса, күп яҡлы талант эйәһе Айгөл ЗӨБӘЙҘУЛЛИНАның ижады, тормош юлы менән яҡынданыраҡ танышырһығыҙ. Әйткәндәй, актриса Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры бинаһында 11 март көндө киске сәғәт 18.00-дә үтәсәк  үҙенең юбилей кисәһенә үҙенең ижадын хөрмәт иткән, яратҡан тамашасыларын оло бер тулҡынланыу менән көтөп ҡала.

“Артист  булыу уйымда ла юҡ ине”

Күп балалы ғаиләлә ике апайҙары иң олоһо булһа, бер-бер артлы дүрт малайҙан һуң, “Кинйәбикә” генә булып үҫә Айгөл.

– Ете бала араһында иң төпсөгө булһам да, әллә ни иркә булманым. Тыуғанда ла ете айҙан уҡ тыуғанмын. Атайым менән әсәйем поезға ултырып Өфөгә ҡунаҡҡа барғандар. Элек поезд юл йөрөү өсөн берҙән-бер тиерлек транспорт сараһы ине бит инде. Шығырым тулы вагонға, әсәйем ауырлы көйө, ҡыҫылып, этешеп-төртөшөп саҡ инеп ултырғандар. Бер мәлде юлда эсе ныҡ итеп ауыртып, тулғаҡ тота башлаған. Өфөгә саҡ барып еткәндәр. Шулай итеп, ете генә айҙан, ваҡытынан алда тыуғанмын. Шуғалырмы  икән, әле лә ҡыҫыҡ урынды яратмайым, иркенлекте яратам... – ти Айгөл  Шәкүр ҡыҙы.

Ағайҙары  араһында көслө ихтыярлы, егеттәрсә батыр, шул уҡ ваҡытта, башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас тыйнаҡлығы, күҙгә бәрелеп торған һылыулығы, нәзәкәтлелеге менән егеттәрҙең һушын алырлыҡ сағыу ҡыҙ булып үҫә ул.

Бәләкәйҙән күңеле бейеүгә ынтыла уның.

– Йырларға яратһам да, бейеүҙе  яҡыныраҡ күрҙем. Кисен көтөү ҡаршыларға сыҡҡан әбейҙәр алдында бейей торғайным. Эскәмйәгә  теҙелешеп ултырған әбейҙәр мине ҡат-ҡат һорап бейетәләр ине, – тип хәтер ебен һүтә.

Мәктәптә уҡыған йылдарында сәнғәткә булған һөйөү тағы ла көсәйә бара – талпынып бейергә тип, мәктәптә йәки ауыл клубында уҙғарыласаҡ байрам сараларын түҙемһеҙләнеп көтөп кенә йөрөй ҡыҙ.

 Тыуған  ауылы Үҙбәктә (Ғафури районы) урта мәктәпте уҡып бөткәндән һуң, Айгөл Стәрлетамаҡтағы Башҡорт республика мәҙәниәт техникумының хореография бүлегенә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инә. Тик шул ваҡытта йәшлек бер ҡатлылығы булды микән, “Стәрлетамаҡта барып йөрөргә бер туғаным да юҡ, Өфөлә исмаһам ағай-апайымдар йәшәй” тигән уй менән, баш ҡалаға  юллана. Унда училищела ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә.

– Драма театры артисы булыу уйымда ла юҡ ине, – тип иҫләй  Айгөл. –  Уҡып  бөтөп йәйге ялға ҡайтҡан сағым ине. Шул ваҡытта, һис уйламағанда, ауылдашым Рәмил ағай Ғимраниҙы осраттым. Ул Ғафури районы буйлап Стәрлетамаҡта яңы ғына асылып ятҡан башҡорт драма театрының бер төркөм артистары менән спектаклдәр ҡуйып  йөрөй ине. “Айгөл, һинең урының – сәхнәлә, хәҙер үк документтарыңды Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт техникумына илтеп тапшыр,  унда театр өсөн махсус курс асыла. Театрға төркөм йыябыҙ, тап  һинең кеүек йәш көстәр кәрәк”, – тип, мине уҡырға саҡырҙы, – ти тормош боролошо хаҡында.

Айгөл ауылдашының тәҡдимен кире ҡаҡмай, күп уйлап тормаҫтан, яңынан Стәрлетамаҡҡа уҡырға  килә. Тик был юлы инде хореография бүлегенә түгел, ә театр өсөн асылған махсус курс бүлегенә. Шулай итеп, 1991 йылдан Башҡорт республика мәҙәниәт техникумы студенты булып китә ул. 

92-се йылда инде театрҙың күмәк  сәхнәләренә сыға башлайҙар. Махсус  курста дүрт йыл дауамында бик көслө, тәжрибәле педагогтарҙан белем алырға насип була уға – Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин кеүек күренекле театр әһелдәренән сәхнә серҙәренә өйрәнә. Илшат ағай сәхнә теле һәм актер оҫталығы буйынса уҡытһа, Хәмит ағай Яруллин сәхнә хәрәкәте буйынса дәрестәр алып бара.

 “Бала саҡтан ошо ағайҙарҙың радионан сығыш яһағанын тыңлап, уларҙың тауыштарына, һөйләү тембрына ғашиҡ булып үҫтек. Быға тиклем үҙҙәрен күрмәһәм дә, тауыштары аша ишетеп белә инем. Ә уҡырға килгәс, улар менән яҡынданыраҡ күрешеп танышыу, уларҙан белем алыу бәхете тейҙе.  Был йәһәттән ауылдашым, билдәле композитор Рәмил ағай Ғимраниға  рәхмәтлемен, – ти Айгөл. – Ул миңә тормошомда йүнәлеш бирҙе. Бер уйламағанда театр донъяһына килеп эләктем”.

– Театрҙа эшләй башлауыма быйыл 28 йыл булды, – ти Айгөл Шәкүр  ҡыҙы йәшлек хәтирәләренә ҡайтып. – Тәүге ролемә килгәндә, диплом эше булараҡ, Рәүеф Сәлтәшев менән “Кейәү менән кәләш” тип аталған  ике генә кешелек миниспектаклдә уйнарға тейеш инек. Уйналмай ҡалды. Уны армияға алдылар. Махсус  сығарылышты бөткәс, 1995 йылдан дүрт йәш актер: Гөлнара Йәрмиева, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Таһир Фәтҡуллин һәм мин театрҙа эш башланыҡ.

 

Сәнғәткә һөйөү атайҙан да, әсәйҙән дә килә

– Ата-әсәйемдәр ҙә Үҙбәк ауылыныҡылар. Сәнғәткә ғашиҡ, һәләтле кешеләр ине. Икеһе лә бик дәртле кешеләр булды. Әсәйем Зәкирә Мәғәсүм ҡыҙы бейергә яратты, ә атайым Шәкүр Риза  улы йырға оҫта булды. Элек ҡунаҡҡа йөрөшөп, йырлашып ултырыу йолаһы бар ине. Шунда атайымды ҡат-ҡат һорап йырлатырҙар ине. Атайым йәш сағында ауыл сәхнәһендә спектаклдәр ҡуйып, уйнап та йөрөгән. Әсәйем менән өйләнешкәс тә  сәхнәнән айырылмағандар. Атай-әсәй беҙгә бер ҡасан да өгөт-нәсихәт уҡып ултырманы, беҙ үҙебеҙ уларҙан күреп үҫтек. Тормошҡа, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн рәхмәт уларға.

Әйткәндәй, ағайым Юнир Ғәйнуллин – Башҡортостандың халыҡ артисы, утыҙ йылдан ашыу Сибай театрында эшләгәндән һуң, быйыл Салауат театрына күсте. Ни тиһәң дә, олоғая барған һайын  тыуған яҡ үҙенә тарта бит ул. Сибайҙы бик яратһа ла, үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтырға булды.

 

 

“Ролдәремдең барыһы ла күңелемә яҡын”

Айгөл Зөбәйҙуллина Стәрлетамаҡ театрында утыҙ йылға яҡын эшләү дәүерендә утыҙҙан ашыу роль башҡарған. “Ролдәремдең барыһы ла күңелемә яҡын”, – ти актриса. Иң беренсе тыуҙырған образы Ә. Дилмөхәмәтованың “Йософ һәм Алмаҡай” әкиәтендә Алмаҡай роле булған. Ҙурыраҡ ролдәремдән Д.Сәлиховтың “Ҡатын түгел –  аждаһа” спектаклендә Юлбикә, Михаил Задорновтың “Килдең, киттең –  хуш, байғош”  (“Последняя попытка”) әҫәре буйынса Айҙар Зарипов ҡуйған спектаклдә Ирина Валерьевна. Н. Ғәйетбаевтың “Һатам, иремде һатам!” спектаклендә Нәжибә,  Н.Распутиндың “Ә таңдар бында тыныс...” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдә Лиза Брычкина, М.Хәмидтең “Стәрле хикмәттәре”ндә – малай; сәркәтип; Айгөл ролдәре, Т.Уильямстың “Роза тамғаһы”нда Роза, Ф.Бүләковтың “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы”нда Алһыу, Н.Иҫәнбәттең “Һижрәт”ендә – сәркәтип Хәнифә, Р.Кинйәбаевтың “Айғырыңды үтескә бир” комедияһында Рәшиҙә, Х.Иргалиндың “Инә бүре ҡарғышы”нда Ғәшүрә, Ж.Б.Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә Люсинда, Н.Ғәйебаевтың “Ҡыҙҙар, ишек асығыҙ!” комедияһында Әсмә, Р.Кинйәбаевтың “Гүргә инер сер ине” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Дилә, Т.Ғарипованың “Ямғыр көткәндә”  драмаһында Әлиә, А.Пудиндың “Шаян мөхәббәт”ендә – Цзюдыр, К.Аҡбашевтың “Ут күршеләр” комедияһында Гөлнур, М.Шахановтың “Упҡын ситендә” трагедияһында Темулен, А.Хөсәйеновтың “Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән” тарихи әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә Гөлсөм, Р.Кинйәбаевтың Торатау һаман тора” әҫәрендә Ләйлә, Ф.Бүләковтың “Аптыра-а-аҡ” комедияһында  Гөлфиә, М.Буранғоловтың “Шәүрәкәй” драмаһында Сәрүи, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында Йәмилә, Ә.Атнабаевтың “Йәшенле ямғыр”ында ялсы ҡыҙ роле, Д.Исабековтың “Апай” драмаһында күрше ҡатын,  М.Кәримдең “Өс таған”ында больницалағы хеҙмәткәр ҡатын, Ф.Г.Лорканың  “Бернардо Альба йорто”нда Пруденция, В.Жеребцовтың “Мин һине бер кемгә лә бирмәйем” әҫәрендә Әлфиә, И.Абдуллиндың “Ҡуштирәк” драмаһында Аҫылбикә, Ә.Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым!” драмаһында Мәрүә, Аманулла пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән “Әлепле артистары”нда Майшәкәр, А.Цагарелиҙың  “Ханума”һында Сона һәм башҡа бик күп образдар ижад итте. Бынан тыш, ул, шулай уҡ, бихисап әкиәттәрҙә уйнай, концерттарҙы алып барыусы ла була.

 

Сит  өлкәләрҙә лә тамашасы күңелен яулай

Стәрлетамаҡ театрында эшләй башлағас, ҡыйып ҡарағыһыҙ һылыу ҡыҙ, театрҙа уйнау менән бергә, бейеп тә тамашасы күңелен яулай. Бейеүҙәре  менән сит өлкәләрҙә Башҡортостандың йөҙөн күрһәтеп, данын күтәреп йөрөй. “Ул саҡта гастролдәрҙә күп йөрөргә тура килде. Ҡаҙағстандың Алма-Ата, Астана, Аҡтау ҡалаларында башҡорт-татар һабантуйҙарында, Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһында театр менән фестивалдәрҙә ҡатнаша торғайным. Төркмәнстандың  Ашхабад, Әзербайжандың Баҡы, Шәки, Үзбәкстандың Ташкент, Андижан ҡалаларында, Краснодар крайының Сочи, Анапа ҡалаларында, Коми Республикаһында, Себер тарафтарындағы ҡалалар буйлап, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербург ҡалаларында уҙғарылған һабантуйҙарҙа “Беләҙегем-йөҙөгөм”, “Шәл менән бейеү”, “Һыу буйында”  кеүек сольный (яңғыҙ) бейеүҙәр менән сығыш яһаным”, – ти артистка тыйнаҡ ҡына йылмайып.

 Альберт Шаһиев башҡарған “Сәлимәкәй” йырына клип төшөргәндә күп ҡыҙҙар араһынан фәҡәт Айгөлдө һайлап алыуҙары үҙе үк уның нәзәкәтле, һөйкөмлө башҡорт ҡыҙы образын асып бирә алыуы  тураһында һөйләй. Билдәле кинорежиссер  Руслан Юлтаевтың тәүге эше булған (Илшат Йомағоловтың пьесаһы буйынса ҡуйылған) “Сәк-сәк”  фильмында ла ҡатнашыу бәхете тейә  уға. Шулай уҡ Альберт Шаһиевтың “Усаҡ” исемле йырына клипта төшөргә лә уны һорайҙар. 

 

Бәхетле булыр өсөн – кемделер бәхетле итергә кәрәк

Күрәһең, яҙмыш ҡушыуылыр инде – күрше ауыл егете Ғилман Зөбәйҙуллинға бер күреүҙән ғашиҡ булып өйләнешһәләр ҙә, ире уның һайлаған һөнәрен аңлап етмәй. Шуға күрә юлдары айырыла. Ә бына буласаҡ икенсе тормош иптәшен Айгөл һис уйламағанда осрата. Яңы  фатирға күскәс, бер подъезда күрше генә йәшәй улар. Филүс Иркәбаевтың да яҙмышы Айгөлдекенә оҡшаш булып сыға. Уйламағанда, ҡатыны яман сиргә дусар булып, йәшләй генә донъя ҡуя. Ике  бала менән йәшләй генә тол ҡалып, донъя йөгөн яңғыҙы тартҡан ир менән Филүстең туғандары таныштыра. Шулай итеп, ике тулы булмаған ғаиләнән бер бөтөн ғаилә барлыҡҡа килә. Йәштәр тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмай – Айгөл ошо сабыйҙарға әсәй урынына, ә Филүс атай урынына ҡалып, бергәләп йәшәй башлайҙар.

 Хәҙер инде балалар үҫеп, һөнәр алып, үҙаллы эшләп йөрөйҙәр. Бына шулай, үҙенә күрә кескәй генә дәүләт төҙөгән улар.

Уның тағы бер күркәм сифаты тураһында әйтеп үтеү мөһим: Айгөл ҡоштарҙы, хайуандарҙы ярата. Эт-бесәй һымаҡ ташландыҡ хайуандар янынан битараф ҡына үтеп китә алмай.

– Ошо мәхлүктәрҙе йәлләйем мин. Улар ҙа, кешеләр кеүек, йән эйәһе бит. Мөлдөрәп күҙгә ҡарап ярҙам һорайҙар, әйтергә телдәре генә юҡ. Кеше  көнлө йән эйәләре. Быны мин йөрәк ҡушыуы, күңел талабы буйынса эшләйем. Уларға ярҙам итеүҙән күңел йыуанысы табам.  Шулай итеп, уйламағанда зооволонтер булып киттем, – тип йылмайып ҡуйҙы әңгәмәсем. 

“Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле  итергә кәрәк – тормоштоң асылы шунда”. Айгөл Зөбәйҙуллина тап ошо һүҙҙәрҙе үҙенә  йәшәү девизы  итеп алған. Саф  тойғоларға, матур хыялдарға, романтикаға бай  Айгөл иле, Айгөлдөң күңел донъяһы... Яратҡан актрисабыҙға тормошонда ла, эшендә лә  һәр саҡ уңыштар ғына юлдаш булһын!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фотолар актрисаның архивынан алынды.

 

АЙГӨЛ ИЛЕ
АЙГӨЛ ИЛЕ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: