Ашҡаҙар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

“Журналистика – һөнәрем булһа, гәзит – яҙмышым минең”

Марина ВОРОНОВА 1990 йылдың декабренән алып “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй. Ул БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы. Шулай уҡ үткән йылдың аҙағында уны БР Яҙыусылар союзына ла ҡабул иттеләр. Ә уның Андрей Первозванныйҙың “Святость материнства” фонды Бөтә Рәсәй конкурсының “Журналистикалағы гуманизм өсөн» номинацияһы еңеүсеһе булыуын, ә журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәре өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булыуын күптәр беләме икән әле?

Шулай уҡ Марина Воронова – БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Беҙ уны талантлы шағирә тип тә беләбеҙ. Уның шиғырҙары “Культпоход”, “Ағиҙел”, “Бельские просторы” журналдарында, “Ровесники”, “Феникс” алманахтарында, “Бында беҙҙең йорт” тигән шиғри йыйынтыҡта һәм республиканың матбуғат баҫмаларында донъя күрҙе. Марина Сергеевна Стерлитамакский рабочий гәзитендә Әҙәби битте лә даими алып бара. Байрамыбыҙ алдынан беҙ уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Марина, һеҙ нисә йәштәрҙә шиғыр яҙа башланығыҙ?

– Бала сағымда уҡ юлдарҙы рифмаға һалырға маташа инем. Ә 9 йәшемдә әсәйемдең тыуған көнөнә бағышлап тәүге шиғырымды яҙҙым. Шул саҡ беренсе тапҡыр ижадым менән башҡаларға шатлыҡ килтерә алғанымды аңланым. Шунан алып ижад итеү – минең хоббиға әүерелде, аҙаҡ һөнәрем, ғүмерлек эшем булып китте.

– Ә журналистикаға нисек килдегеҙ?

– Мәктәптә уҡығанда уҡ был профессия оҡшай ине, башта журналист тигән һүҙ үҙе, был һүҙҙә романтика, тартыу көсө бар һымаҡ тойолдо. Аҙаҡ был һөнәрҙең киң аң-белем даирәһе талап иткәнлеген, шулай уҡ кешеләр менән аралаша белергә лә, мәғлүмәт туплап, уны баһалай белепгә лә кәрәклеген аңланым. Мәктәптә иншаларҙы яҡшы яҙа инем, ғөмүмән, гуманитар фәндәр менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына инем. Ләкин университетҡа шунда уҡ инмәнем. Башта “Тиҙ хәрәкәт итеүсе математика машиналары өсөн программалау” белгеслеге буйынса Ленинград сәнәғәт-иҡтисад техникумын тамамланым. Йүнәлтмә буйынса өс йыл Орлов гусиница заводында, тағы ла өс йылға яҡын Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводында эшләнем. Тәүге мәҡәләм, әле лә иҫтә, 1985 йылда “Орловский комсомолец” өлкә гәзитендә 1985 йылда сыҡты. Ул йәш белгестәрҙең проблемаларына бағышланғайны, уны хатта өлкә радиоһында уҡып ишеттерҙеләр. Машзаводта мин башта сәнәғәт бүлегендә эшләнем, Аҙаҡ завод радиоһына һәм күп тиражлы “Машиностроитель” гәзитенә эшкә күстем. Урал дәүләт университетының журналистика факультетына индем һәм уны уңышлы тамамланым. Ә 1990 йылда улым тыуғас “Стерлитамакский рабочий” ҡала гәзитенә эшкә килдем. Бында мине үҙ эштәренең оҫталары – Виктор Иванович Дятлов, Людмила Алексеевна Никитина, Светлана Николаевна Евстигнеева һәм башҡалар журналистика серҙәренә һәм эшкә өйрәттеләр. Мин уларға тормош һабаҡтары һәм профессиональ дәрестәр өсөн рәхмәтлемен. Шул ваҡыттан алып журналистиканы – һөнәрем, ә гәзитте – үҙемдең яҙмышым тип иҫәпләйем.

– Үткән йылдың аҙағында һеҙ БР Яҙыусылар союзы ағзаһы булып киттегеҙ. Был ваҡиға һеҙҙең тормошоғоҙҙо нисек үҙгәртте?

– Был хәл күптән түгел – 2022 йылдың декабрендә генә булғанлыҡтан, үҙемдең профессиональ яҙыусылар союзы ағзаһы булып киткәнлегемде тейешенсә аңлап та бөтмәнем әле. Әлбиттә, был минең өсөн ҙур шатлыҡ һәм үҙемдең уҡыусыларым араһында ҙур яуаплылыҡ та. Уларҙың ышанысын юғалтмаҫ өсөн тырышып эшләйәсәкмен. Минең шиғырҙарым бер китаплыҡ ҡына түгел, союз ағзаһы булып китеүем шиғырҙарымды республиканың “Китап” нәшриәтендә сығарырға өмөт бирә. Шулай уҡ Яҙыусылар союзы ағзаһы булыуым китап уҡыусылар, студент йәштәр һәм мәктәп уҡыусылары менән йышыраҡ осрашырға форсат бирә. Ә инде “Әҙәби бит”тәге авторҙар, йәғни, сағыу, һәләтле, башҡаларға оҡшамаған кешеләр менән эште алып барыуға ыңғай тәьҫир итәсәк.

– Байрам уңыйынан теләктәрегеҙ бармы?

– И иң мөһиме –  баш осонда һәммәбеҙгә лә аяҙ күктәр теләйем!..

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

 

“Журналистика – һөнәрем булһа, гәзит – яҙмышым минең”
“Журналистика – һөнәрем булһа, гәзит – яҙмышым минең”
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: