Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова үҙенең бенефисы өсөн комедия һайлаған

7 апрелдә Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакированың бенефисы була. Тамашасыларға Илгиз Зәйниевтың пьесаһы буйынса «Әсәй, бына һиңә килен...дәр!» спектакленең премьераһы тәҡдим ителә. Унда актриса әсә ролен башҡара.

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова үҙенең бенефисы өсөн комедия һайлаған
Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова үҙенең бенефисы өсөн комедия һайлаған

Миңниса Бакирова 1970-1991 йылдарҙа Салауат башҡорт драма театрында, ә 1991 йылдың көҙөнән Стәрлетамаҡта эшләй. Ул Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, бөгөн иһә уның танылған актрисаһы. Ярты быуат эсендә ул сәхнәлә 40-тан ашыу төрлө образдар тыуҙырған.

— Юбиляр тәҡдим ителгән бер нисә вариант (драма, проза) араһынан ошо пеьсаны һайланы. Ҡунаҡтар уның юбилей кисәһендә ял итергә теләр тип уйлағандыр, күрәһең.  «Бәхет — беҙҙең янда, уны күрә белергә генә кәрәк!». Комедияның төп фекере шулдыр, моғайын... — тип һөйләне «Башинформ»ға ҡуйыусы режиссер Айҙар Зарипов.

Сюжет буйынса, 30 йәшен тултырған төп герой Зиннур ғүмере өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға була. Әсәһенең көнкүрешен еңеләйтергә, ҡартайған көнөндә уның күңелен тынысландырырға теләп, Зиннур бер юлы өс ҡыҙ менән таныша. Береһе — тәмле итеп ашарға бешерә, икенсеһе — сибәр, өсөнсөһө — донъя көтөргә шәп. Тормошта иһә был сифаттарҙың бөтәһе лә кәрәк. Тәү ҡарашҡа — әкиәт! Ләкин улын лайыҡлы итеп тәрбиәләү бар көсөн һалған әсәнең һынауҙарын да үтергә кәрәк әле. Килендәр геройҙың өйөндә осраша һәм ысын «һабантуй» башлана...

12+

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: