Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
5 Апрель 2023, 16:06

“СӘХНӘ – УЛ ХЫЯЛ. СӘХНӘ – УЛ ЯҘМЫШ...” Миңниса Бакирова оло юбилейын билдәләй

“Сәхнә уҫал, – шулай тине Ниса апай ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшкәндә. – Башҡа өлкәлә ҡулыңдың эш белеүе, һөнәреңде яратыу етә. Ә сәхнә артыҡ талапсан. Уға барыһы кәрәк. Төҫ-ҡиәфәт... Тауыш... Ваҡыт... Бар булмышың... Хатта тотош яҙмышың...”

“СӘХНӘ – УЛ ХЫЯЛ. СӘХНӘ – УЛ ЯҘМЫШ...” Миңниса Бакирова оло юбилейын билдәләй
“СӘХНӘ – УЛ ХЫЯЛ. СӘХНӘ – УЛ ЯҘМЫШ...” Миңниса Бакирова оло юбилейын билдәләй

“Сәхнәгә һөйөү уятҡанығыҙға мин ғәйеплеме ни?!

75 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылаған, ғүмеренең ярты быуаттан ашыу өлөшөн театрға бағышлаған Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Миңлевәли ҡыҙы Бакирова, ваҡыт тәгәрмәсен кирегә әйләндереп булһа, барыбер сәхнәне һайлар ине, моғайын. “Сәхнә – баласаҡтан минең хыял ине”, – тине бит. Тормош уға бер саҡ һайлау мөмкинлеген дә биргән. Остазы, Өфө сәнғәт училищеһында белем биргән хөрмәтле уҡытыусыһы Кәшфи Фәйрүш улы Ғәҙелшин һәләтле студентын Ҡурсаҡ театрына эшкә саҡыра. Өфөлә урынлашыуҙан, фатирлы булыуҙан баш тартып, Ниса апай сәхнәне, тормош юлы буйынса ҡарағанда, 1970 йылдан Салауат, 1991 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрҙары сәхнәһен һайлай. Остазының һораулы ҡарашына “Сәхнәгә шул тиклем һөйөү уята алғанығыҙға мин ғәйеплеме ни?!” – тип яуап биргән ул.

“Актер һәр геройы яҙмышын йөрәге аша үткәрә, ул булып уйлай, уның тормошо менән йәшәй. Характер сифаттарын булмышына һеңдерә. Тормошта бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәгәндәй, барыһы актерҙың үҙ яҙмышына ла йоғонто яһай” – былар ҙа Ниса апай фекерҙәре.

90-сы йылдар аҙағынан алып Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының даими тамашасыһы булараҡ, бөгөн Миңниса Бакирова ҡатнашҡан спектаклдәрҙе барлайым. Һәр образ күҙ алдынан үтә, хатта ым-хәрәкәте, тауышы менән йәнләнә, драмаларҙа психологик тәрәнлеге менән тетрәндерә, комедияларҙа самими булмышы, шаянлығы менән алдыра. Бына ул Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһында “урланған әбей” булып мут йылмайып тоҡ эсенән килеп сыға. Йә “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивале еңеүсеһе – “Өс таған” спектаклендә сабыр, аҡыллы өләсәй булып Ғабдуллаға тормош һабағын бирә. Йә Флорид Бүләковтың “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” трагикомедияһында яҡты күңелле, ҡатмарлы яҙмышлы ҡатын булып баға... Һәр роле яҡын булһа ла, Ниса апайға ошо спектаклдәге Сәлимә образы айырыуса ҡәҙерле. Һөйөклө тормош иптәше, ижадташы, рухташы Филарит Бакиров менән бергә уйнағанғамы, образдың тәрәнлегенәнме – серҙәре күптер. Шуныһына иманым камил, сәхнәлә актриса тыуҙырған ҡатын-ҡыҙ образдары рухи яҡтан көслө, улар һынауҙарға бирешмәй, тормошҡа үсләшмәй, күңелендә ҡояш йәшәтеүсе, уның йылыһын башҡаларға ла өләшеүсе заттарҙан.

Филарит һәм Флорид ижады

Ғөмүмән, Флорид Бүләков драматургияһы Ниса һәм Филарит Бакировтарҙың ижади яҙмышында айырым урын алып тора. “Бүләковты тик Бакировтар ғына уйнай ала” тигән баһа – ҙур баһа, минеңсә. Һүҙ бит ижады Рәсәйҙе, хатта сит илдәрҙе иңләгән драматург хаҡында бара.

Ниса апай айырым бер йылылыҡ менән һөйләгән хәтирәләрҙә театр тарихы, уны бар иткән ижад кешеләренең яҙмышы, фиҙакәр хеҙмәте сағыла: “Миңә Флорид Бүләков пьесалары буйынса Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған бөтә спектаклдәрҙә лә уйнарға насип булды: “Онотолған доға”, “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы”, “Аптыраҡ”, “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме”, “Мәскәү-Васютки”, “Эх, күгәрсенкәйҙәрем”. Иптәшем Башҡортостандың халыҡ артисы Филарит Бакиров менән бергә ижад иткән спектаклдәр булараҡ бик ҡәҙерле улар миңә. Тыуған яҡтары күрше генә райондар – Мишкә менән Балтас булғанғамы, драматург менән иптәшем бик яҡын аралашты, һәр саҡ телефондан хәбәрләшеп торҙолар. Хәтеремдә, Флорид Бүләков спектаклдәрен эшләгәндә, Филарит йыш ҡабатлай торғайны: “Ҡойо ҡаҙыта бит, ҡойо ҡаҙыта!” Тормошто күргән, оҙаҡ йылдар журналист та булып эшләгән драматург пьесалары ҡатлаулы-ҡатлаулы, характерҙары ла, мәғәнәләре лә тәрәндән-тәрән шул. Уның спектаклдәрендә уйнарға түгел, ошо тәрәнлектә йәшәй алырға кәрәк ине. Иптәшем ҡапыл китеп барғас, “Мәскәү-Васютки” спектакле ҡыҫҡа ғүмерле булды – шуныһы ныҡ үкенесле.

Драматургтың Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында ҡуйылған өс пьесаһын (“Аптыраҡ”, “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме?”, “Мәскәү – Васютки”) Филарит Бакиров башҡорт теленә тәржемә итте. Драматург үҙе ышанып тапшырҙы уға был бурысты. Бик ҡатмарлы ижад ине тәржемә, ул шул тиклем һүҙгә иғтибарҙы, һәр деталдең нескәлеген бирә алыуҙы талап итте. “Характерҙарҙың үҙенсәлегенән сығып кил тәржемәгә”, – тип әйтә инем уға. “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” трагикомедияһын эшләгәндә, төп геройҙар тәбиғәтенә Абдулла менән Фатима исемдәре түгел, Ғәфүр менән Сәлимә нығыраҡ тап килә, тигән инек – Флорид беҙҙең менән килеште, үҙебеҙҙең ихтыярға ҡуйҙы. Өфөлә был спектаклде М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә уйнаныҡ. Драматургтың килерен дә белмәй инек. Ә ул тамашасылар менән спектаклде ҡараған да, тамаша һуңында сәхнәгә йүгереп менеп, минең алдымда теҙләнде. Ошонан да юғарыраҡ баһаның булыуы мөмкинме актриса өсөн?!

“Мәскәү – Васютки” – психологик драма, унда беҙ – Бакировтар икәү генә уйнаныҡ. Был спектаклде эшләү бик ҡатмарлы ижади эҙләнеүҙе талап итте. Бөгөнгөләй иҫемдә, режиссер Азат Йыһаншин, рәссам Альберт Нестеров менән репетициялар бара, спектаклдең кульминацияһын – тетрәндергес нотаны таба алмайбыҙ. Зөлфәт Хәкимдең “Нимә булды һиңә бөгөн?” йыры ярҙам итте. Өйҙә йөрөйбөҙ, ошо йыр яңғырап киткәйне, терт итеп ҡалдым. “Филарит, тием, бына бит ул һин асырғанып әйтергә тейешле юғары нота: “Мин түгел – тәбиғәт!” Туғыҙ балаһы тарафынан онотолған, яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән кешеләр трагедияһы – был спектакль, хәтерләһәгеҙ. “Мәскәү-Васютки” Өфө, Мәскәү, Ҡазан ҡалаларында уйналды, “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивалендә иң яҡшы спектакль булып танылды”.

“Хоҙай һынауҙарҙы башҡаларға япһармайынса, күтәрергә бирҙе”

Ниса апай һөйләгән саҡта, сәхнә күренештәре күҙ алдынан үтә. Бына “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” спектакле. “Океандарҙа ат һуғарҙым. Йылғаларҙың ағышын борҙом. Сүллектәрҙе сәскә аттырҙым! Терелттем, яуланым, үҙләштерҙем! Ә һин минең ҡанатым аҫтында булдың”, – ти ҡарт ҡарсығына. Эй, был тормоштоң ҡапма-ҡаршылығы. Ысынлап та, “таш ҡәлғә артында” еңел генә тормош кисергәнме Сәлимә?! Аҡтыҡҡы көсөн ҡартын ҡотҡарыуға бағышлаған ҡарсыҡтың үҙ исемен дә танымауында ниндәй ғиллә бар? “Ҡатын – минең исемем”, – тиәсәк ул, һағышлы йөҙөн нурҙай балҡытып. Ҡарты – Ғәфүр өсөн дә иң изге ғәмәл – яҡынының ҡәҙерен һуңлап булһа ла аңлау, ғүмер буйы әйтелмәгән “яратам” һүҙенең теленә килеүе була бит.
Миңниса Бакирова башҡорт театры сәхнәһендә характер кимәленә күтәрелгән ҡатын-ҡыҙ образдарын ижад итә. Актриса үҙ булмышындағы иң күркәм сифаттарын героиняларына күсереп, уларға ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ йәшәү бирә. Тормошта ла ҡәҙерле ҡатын, ике баланың – Ләйсән менән Марселдең әсәһе, өс ейән-ейәнсәрҙең ҡәҙерле өләсәһе булып, ҡатын-ҡыҙ бурысын лайыҡлы үтәгән һәм үтәй ул.

Ниса апайҙың ролдәрен барлайым да, барыбер ҙә уның ижади биографияһына тормошта утты-һыуҙы кискән, бәхетенә юғалтыуҙар, һынауҙар аша өлгәшкән өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ образдары күберәк яҙған, тигән фекергә киләм. “Сәхнәлә әйткән һүҙҙәрҙең тормошоғоҙға девиз булып күскәне бармы?” – тип һораным актрисанан һөйләшкәндә. Ул ҙур сәхнәгә фатиха биргән Өфө сәнғәт училищеһындағы диплом спектаклен иҫкә төшөрҙө. Аме-рика драматургы Джон Патрик әҫәре буйынса “Ҡәҙерле Памела” фарсы булған ул. Йәшлегендә – ижадының инеш башында Памела инәй образын уйнай Ниса апай. Яҡындарын юғалтып, яңғыҙлыҡҡа дусар булған, хаттар яҙып, Хоҙай менән һөйләшкән Памела Кронки һүҙҙәре: “Кешеләрҙең күңелен төшөрөргә яратмайым. Хоҙай миңә һынауҙарҙы башҡаларға япһармайынса, үҙ иңемдә күтәрер өсөн бирҙе”. Көслө рухлы, яҡты булмышлы, донъяла изгелектең күберәк булыуына ихлас ышанған, тормошонда ошо инаныуҙарға тоғро ҡалған героиня фекере. Улар актрисаны ғүмер буйы сәхнәлә лә, тормошта ла оҙатып килә.

Иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә, Ниса апай. И. Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры һеҙҙең менән тәрән, Стәрлетамаҡ тамашасыһы һеҙҙең менән бәхетле, тип әйтке килә. Ошо бәхеттең оҙон-оҙаҡ булыуын теләйек.

Рита ФӘТҠУЛЛИНА.
Фотолар театр архивынан алынды.

“СӘХНӘ – УЛ ХЫЯЛ. СӘХНӘ – УЛ ЯҘМЫШ...” Миңниса Бакирова оло юбилейын билдәләй
“СӘХНӘ – УЛ ХЫЯЛ. СӘХНӘ – УЛ ЯҘМЫШ...” Миңниса Бакирова оло юбилейын билдәләй
“СӘХНӘ – УЛ ХЫЯЛ. СӘХНӘ – УЛ ЯҘМЫШ...” Миңниса Бакирова оло юбилейын билдәләй
Автор:
Читайте нас: