Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
29 Апрель 2023, 10:00

ӨҘӘ БАҪЫП БЕЙЕМӘҺӘҢ КҮҢЕЛ БУЛМАЙ!

Халҡыбыҙҙа сағыу һәм уңышлы, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы тормош алып барыусы, ижадҡа бай ғаиләләр бихисап. Улар йәмғиәтебеҙ, йәш быуын, яңы ҡоролған ғаиләләр өсөн үрнәк һәм өлгө булып тора. Стәрлетамаҡ филармонияһының Бейеү театры коллективы сәмле, дәртле, баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған йәштәргә бай. Тимәк, ауыр ҙа, матур ҙа, ҡатмарлы ла, күп көс һәм тырышлыҡ талап иткән сәнғәт төрөнә киләсәк быуын битараф түгел. Ә ошо бейеү коллективында ирле-ҡатынлы бергә эшләп, парланышып ижад итеүе бигерәк тә һоҡландырғыс күренеш. Бейеү театрының сағыу бейеүселәре, өлгөлө, матур ғаиләләрҙең береһе – Альберт һәм Лилиә ЗАРИПОВтар менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

ӨҘӘ БАҪЫП БЕЙЕМӘҺӘҢ КҮҢЕЛ БУЛМАЙ!
ӨҘӘ БАҪЫП БЕЙЕМӘҺӘҢ КҮҢЕЛ БУЛМАЙ!

– Сер булмаһа, ғаиләгеҙҙең мөхәббәт тарихы тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.

Лилиә: – Мин Стәрлетамаҡ ҡыҙымын, Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжында уҡып йөрөгән саҡ. Йәйге ялымда тән, физик формамды юғалтмаҫ, әҙерлек кимәлен кә-метмәҫ өсөн Бейеү театрындағы бейеү дәрестәренә йөрөргә булдым. Килһәм, береһенән-береһе матур, һомғол буйлы бейеүсе егеттәр эшләй. Беренсе тапҡыр күргәндә Альберт модаға ярашлы, сәстәрен оҙон итеп үҫтергән, ҡупырайып ҡына шпагатта ултыра (физик күнекмә – авт.) ине (көлә). Тик ул ваҡытта танышыуҙан ары китмәнек. Ике йылдан һуң уҡыуымды тамамлағас, 2011 йылда тура Стәрлетамаҡ Бейеү театрына эшкә килдем. Шунан башланды инде танышыуҙар, димләүҙәр... Альберт менән осраша башлау тарихы ла бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты.

Альберт: – Эшкә килгәс тә ыҡсым ғына кәүҙәле, дәрт-дарманы ташып торған, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙ, әлбиттә, иғтибарҙы шунда уҡ үҙенә йәлеп итте. Ағай-апайҙар ҙа “Һеҙ бит бер-берегеҙ өсөн яралғанһығыҙ, торғаны менән кейәү менән кәләш” тип шаярта ине. Әммә беҙ, оялышып, дуҫтарса аралашыуҙан уҙманыҡ.

Бер ваҡыт Лилиә мине үҙенең әхирәте менән таныштырып, димләп ҡарарға булды(!), тик килеп сыҡманы! Тап шул ваҡыт аварияға осрап, төрлө йәрәхәттәр алып дауахана тупһаларын тапарға, эштән дә китергә тура килде. Шуға, мине йәлләптер инде (көлә), үҙе минең менән аралашып, осраша башланыҡ!
Лилиә ошо осорҙа миңә бик ҙур ярҙам күрһәтте, бар яҡлап та ҡеүәтләп, дәртләндереп торҙо. Яңынан бейеү сәнғәте, Бейеү театры менән тормошомдоң бергә үрелеп китеүенә лә Лилиәгә бурыслымын. Бының өсөн уның күпме көсө, тырышлығы, түҙемлеге киткәнен үҙе генә белә.

Лилиә: – Тәүге көндәрҙән үк төрлө мажараларға, ваҡиғаларға бай мөхәббәт тарихыбыҙ шулай бер ағымға ҡушылып китте. 2012 йылда өйләнештек, Камилла исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Уйламағанда, яратҡан һөнәрем ярҙамында, тормош иптәшемде таптым һәм һөйөүгә, бәхет-шатлыҡҡа тулы ғаиләле булдым.

– Сәнғәткә ынтылыш ҡайҙан килә?

Альберт: – Осраҡлы рәүештә сәнғәт мөхитенә ерегеп киттем. Бәләкәй кластарҙа әсәйем төрлө бейеү түңәрәктәренә биреп ҡараны, ләкин оҡшатманым. Туғыҙынсы класта иһә, дуҫтарыма эйәреп, ауылыбыҙҙың Йәрмәкәй мәҙәниәт йор-тондағы Гөлнара Ринат ҡыҙы һәм Руслан Ринат улы Ғәбделғәлиевтар ойошторған “Гөлрус” ансамблендә бейей башланым. Ундағы мөхит яйлап арбап, үҙенә ылыҡтырып алды, ҡыҙыҡһынып киттем. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына “Хореографик ижад” йүнәлеше буйынса уҡырға индем. Уҡыуымды тамамлағас та, 2007 йылда Бейеү театрына килеп эш башланым. Филармонияға йөрәгем менән бик ныҡ эҫендем, хәҙер эш урынын, коллективымды алыштырыу тураһында уйлағаным да юҡ. Сәхнә тормошона һөйөүем, ижади хистәрем бик көслө, бейеүгә ҡарата шундай тойғолар уятҡан уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Осраҡлы шөғөлөм яратҡан, хөрмәт иткән һөнәремә әйләнде.
Лилиә: – Мин бәләкәйҙән бейеүгә ғашиҡ булып үҫтем. Тәүге бейеүҙәремде әсәйем үҙе һала торғайны. Артабан, ҡалабыҙҙың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында башланғыс кластарҙа уҡығында, Зифа Ғәббәс ҡыҙы Бикбаева етәкләгән бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Тап ул бейеүгә булған мөхәббәтемде үҫтерҙе һәм 5-се класҡа Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына уҡырға барырға хәл иттек. Колледжда уҡытыусым, педагогия фәндәре кандидаты Марат Әғләм улы Кәримов минән ысын бейеүсе әүәләне. Бәләкәйҙән бейеү менән йәшәйем. Ул – минең йыуанысым да, көс, илһам биреүсе шишмәм дә. Остаздарым ярҙамында талантым менән халҡыма хеҙмәт итәм.
Ҡыҙыбыҙ Камилла ла, бер туған ҡустым Рөстәм (һүрәттә - авт.) менән типә-тиң булып, бала сағынан күңеленә ижад мөхитен һеңдереп үҫә. Икеһенең дә күңелендә сәнғәткә һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Бәләкәйҙән Рәил Лоҡманов етәкләгән “Торатау” бейеү ансамблендә шөғөлләнәләр, матур һәм сағыу сығыштары менән беҙҙе һөйөндөрәләр. Сәнғәттең киләсәге беҙҙең ҡулда, шуға балаларҙа бәләкәйҙән ошо илаһи донъяға яҡты ҡараш, тәрән мөхәббәт тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.

– Бер коллективта эшләүегеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтары бармы?

Альберт: – Эштә лә, ашта ла бергәбеҙ. Төрлө саҡтар, бергә эшләүебеҙҙең рәхәт тә, ауыр ваҡыттары ла була. Бергә гастролдәргә сыҡҡан саҡта, киске репетициялар, концерттар арҡаһында ҡыҙыбыҙҙы күрмәгән, яҡындарыбыҙ янында була алмаған көндәр бар. Шулай ҙа, һөнәреңде ысын күңелдән яратһаң, ауырлыҡтарын күрмәйһең.

Лилиә: – Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бер-беребеҙгә таянып ижад итәбеҙ, пландар ҡорабыҙ. Тормош юлдашыңдың һәр ваҡыт яныңда булыуы, әлбиттә, көс һәм илһам өҫтәй. Эшебеҙгә ярашлы төрлө хәлдәргә яраҡлашып та өйрәндек, яныбыҙҙа ярҙам ҡулы һуҙырға яҡын кешем – әсәйем янымда, шуға ла тыныс күңел менән эшләргә мөмкинселек бар.

– Киләсәккә ниндәй пландар менән янып йөрөйһөгөҙ?

Альберт: – Киләсәккә пландар, әлбиттә, бихисап. Төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыу, икебеҙ өсөн бейеү һалыу (дуэт), Бейеү театры менән Рәсәйебеҙҙең, сит илдәрҙең сәхнәләрен яулау... Шулай уҡ, ғаиләбеҙҙең соло концертын ойоштороу – беҙҙең иң яҡты хыялыбыҙ һәм маҡсатыбыҙ. Ғөмүмән, ижад кешеһенең пландары, уй-ниәттәре бик күп, барыһын да тормошҡа ашырырға Хоҙай насип итһен! Байрамыбыҙ айҡанлы, барлыҡ кешеләрҙе бейеп, күңелдәрҙә бейеп-талпынып йәшәргә саҡырабыҙ!
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һөнәри байрамығыҙ менән!

Әңгәмәне Аҡйондоҙ Ҡаранаева ҡорҙо.
Вадим ЯМАНҺАРОВ фотоһы.

ӨҘӘ БАҪЫП БЕЙЕМӘҺӘҢ КҮҢЕЛ БУЛМАЙ!
ӨҘӘ БАҪЫП БЕЙЕМӘҺӘҢ КҮҢЕЛ БУЛМАЙ!
Автор:
Читайте нас: