Ашҡаҙар
+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса фильмдың премьераһы уҙҙы

2 майҙа Еңеү көнө алдынан Өфөлә совет һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең повесы буйынса «Ярлыҡау» фильмының премьераһы үтте. Фильм Рәсәй прокатынан ике көн алдараҡ «Синема Парк Галерея Арт» кинотеатрында күрһәтелде.

Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса фильмдың премьераһы уҙҙы
Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса фильмдың премьераһы уҙҙы

Картинаны ҡарарға мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре, Өфө театрҙары актерҙары, «Мостай Кәрим» круиз лайнерының 70-тән ашыу пассажиры, журналистар һәм блогерҙар килгәйне. Фильм менән режиссер Айнур Асҡаров етәкселегендәге ижади төркөм таныштырҙы.

— Был минең өсөн бик мөһим картина, бишенсе тулы метражлы һәм иң яҡшыһы, - тине Айнур Асҡаров. - Команда шәп, барыһына ла - Мостай Кәрим исемендәге фондҡа, күптән бергә эшләгән иптәштәремә рәхмәтлемен. Бөтәһе лә бер-береһен ярты һүҙҙән аңланы.

Премьера алдынан мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина почетлы наградалар тапшырҙы. Әйтәйек, театр һәм кино рәссамы, «Һеңлекәш» һәм «Ярлыҡау» фильмдарының ҡуйыусы рәссамы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Вячеслав Видановҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелде.

Продюсер Михаил Курбатов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Кәримова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Әлфиә Мостай ҡыҙы әйтеүенсә, башҡорт һалдаты Йәнтимер Байназаров ролен башҡарған 22 йәшлек актер Николай Ғәлләмов төҫ-ҡиәфәте менән Мостафа Сафа улын хәтерләтә. Мәскәүҙә йәшәгән актерҙың тамырҙары ысынлап та Башҡортостандан икән. Ул Королев ҡалаһында тыуһа ла, бала сағы Туймазыла йәшәгән өләсәһендә үткән, ә Мостай Кәримдең әҫәрҙәре менән мәктәптән үк таныш. Был Николайҙың кинолағы дүртенсе роле.

— Етенсе класта Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесын уҡығайным, ҡасан да булһа ошо китап буйынса фильмда төшөрмөн тип кем уйлаған! Әсәйем менән питчингта ошо фильмдың күрһәтеләсәген белеп ҡалғас, мотлаҡ унда төшөргә тейешмен тигән ҡарарға килдек, - ти Николай Ғәлләмов.

Ә Йәмилә Мөҙәрисова өсөн Мария Тереза роле — тәүгеһе. Фильмды төшөргән ваҡытта актер ғаиләһендә тыуып үҫкән Өфө ҡыҙына 15 кенә йәш булған.

Любомир Зух ролен башҡарған 18 йәшлек Александр Новиковтың кинола эшләү тәжрибәһе бар, ул «Пищеблок», «Жиза» сериалдарындағы ролдәре менән билдәле. Фильмды төшөргәндә бөтә команда һәр кадр өсөн янып-көйҙө, шуға күрә процесс ауыр булманы, хатта майҙансыҡтан китәһе килмәне, тине актер.

«Ярлыҡау» картинаһы 4 майҙа илебеҙҙә киң прокатҡа сыға.

 

Башинформ.

Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса фильмдың премьераһы уҙҙы
Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса фильмдың премьераһы уҙҙы
Автор:
Читайте нас: