Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тыңлағанда күҙ йәштәре ағыла…

Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы ҡалала уға арналған бихисап саралар үтә. Улар араһында шулай уҡ юнармейстар араһында үткән “Һуғыштың изге биттәре” тигән  әҙәби конкурс та тәрән мәғәнәгә эйә.

Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына бағышланды. Конкурсты “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһе ойошторҙо. Сарала ҡалабыҙҙың 18 белем биреү учреждениеһынан килгән уҡыусылар яттан әҙәби әҫәрҙәрҙе һөйләнеләр. Һуғыш йөрәкте әрнеткән көнүҙәк тема булараҡ, сығыштарҙы тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел ине, күҙҙәрҙән йәштәр ағылды ла ағылды.

Мәртәбәле жюри 1-се урынды  “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһынан Вера Сидороваға, 2-се урынды 12-се лицейҙан Полина Тимофееваға, 3-се урынды 1-се гимназиянан Александра Һөйөндөковаға бирҙе. Шулай уҡ “Героик образды булдырғаны өсөн” номинацияһында 32-се мәктәптән Максим Юбинды, “Башҡарыу ихласлығы өсөн” номинацияһында 1-се лицейҙан Динара Сөйәрғолованы билдәләне.

11-се мәктән  Ләйсән Заһитованың “Ә таңдар бында тыныс” монологы ла, 33-се мәктәптән Карина Большеглазованың “Һуғыш тураһындағы монологы” ла тамашасыны битараф ҡалдырманы. Ә дөйөм алғанда, йәштәребеҙҙең сарала ихлас йөрәктән ҡатнашыуҙары шатландыра. Улар тарихты ла, бөгөнгөнө лә аңлап-белеп үҫә!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһе сығанаҡтарынан алынды

Тыңлағанда күҙ йәштәре ағыла…
Тыңлағанда күҙ йәштәре ағыла…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: