Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

КИЛӘСӘККӘ СӘЛӘМ ЕБӘРҘЕК

...Ваҡыт урында тормай, тормош йыл түгел, секунд һайын үҙгәреп тора. Ә бына тағы илле йылдан ҡалабыҙ тормошо, ғөмүмән, Кешелек нисек булыр икән? Ҡыҙыҡ, әммә ул мәлде шул ваҡытҡа тиклем йәшәгәндәр генә белер шул. Нисек кенә булмаһын, үҙебеҙ барып етмәһәк тә, ул ваҡытҡа беҙҙең эҙҙәребеҙ, эштәребеҙ һәм хатта... сәләмебеҙ барып етәсәк! Ю. Гагарин исемендәге  ял һәм мәҙәниәт паркында вакыт капсулаһына ҡала халҡының киләсәккә яҙған хаттарын тултырып оҙаттыҡ. Фонтан ҡаршыһына күмелгән был ҡомартҡыны 50 йыл үткәс кенә асып уҡыясаҡтар. Киләсәккә хаттар араһында “Ашҡаҙар” гәзите уҡыусыларына төбәп яҙылғаны ла бар!

Хатты башланғыс һәм сығарылыш класс уҡыусылары, йәш рәссамдәр һәм музыканттар яҙған. Киләсәккә барлығы 1200 хат ебәрелде. Был мәртәбәле сарала миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм тормош тәьминәте буйынса  урынбаҫары Илдар Ғарифуллин, «Парк хужалығы идаралығы» яуаплылылығы сикләнелгән йәмғиәт директоры Филарет Әсфәндиәров, «Галактика» мауығыу үҙәктәре селтәре директоры Рафаэль Мифтахов һәм уның ғаиләһе ихлас сәләмләне. Шулай уҡ  сараға маҡтаулы ҡунаҡтар  - Хәрби летчик, СССР Хәрби көстәр ветераны , полковник , «Байконур» космодромы ветераны Вячеслав Николаевич Васильев , ҡала хакимиәтенең  йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Альбина Бикмәтова, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Ашҡаҙар» гәзите хәбәрсеһе Римма Ғәлимова, Башҡортостан Республикаһының көньяҡ КВН Йәштәр лигаһы директоры Игорь Когут килгәйне. Уларҙың һәр ҡайһыһы киләсәккә үҙ сәләмдәрен еткерҙе.  Сараны музыкаль йәһәттән  Ҡала мәҙәниәт йортоноң  ижади төркөмдәре  һәм Гүзәл Иҫәнбәтова, Глеб Радов, Лариса Фәсхетдинова, Лилиә Ишембәтова, Галина Смирнова етәкселегендәге «Телей» сыуаш йыры ансамбле, Илдар Сахапов һәм Гүзәл Йосопова етәкселегендәге «Этюд» вокаль-театраль оҫтаханаһы биҙәне. Капсула хаттар менән тулғас, поезд уны киләсәккә алып китте. Сараны  Фаил Исхаков дәртле һәм күңелле алып барҙы.  Күптәргә аттракциондар өсөн  500 һумлыҡ сертификатҡа эйә булыу бәхете тейҙе. Ә инде 1 июндә үтәсәк балалар көнөнә тағы ла күберәк бүләктәр әҙерләгән ҡала паркы. Рәхим итегеҙ.

Римма ҒАЯЗОВА.

Фото: Гагарин исемендәге парк сайтынан алынды.

КИЛӘСӘККӘ СӘЛӘМ ЕБӘРҘЕК
КИЛӘСӘККӘ СӘЛӘМ ЕБӘРҘЕК
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: