Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

«Китап-байрам» йәрминкәһе – халыҡ байрамына әйләнде

Билдәле булыуынса, 26-28 майҙа  Өфөнөң Совет майҙанында, БР Милли музейында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, шулай уҡ нәшриәттәрҙә һәм китап магазиндарында «Китап-байрам» тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙҙы. Халыҡ-ара кимәлендәге бындай йәрминкә быға тиклем бары тик Рәсәйҙең ике генә ҡалаһында – Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына үтә ине.

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, быйылдан башлап йыл һайын май аҙағында «Китап-байрам» йәрминкәһе Башҡортостанда үткәреләсәк. Яҙыусыларҙың йәмғиәттәге дәрәжәһен күтәреү. уҡыусыларҙа, йәштәрҙә әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, Һөйөү тәрбиәләү – сараның төп маҡсаты булып торҙо. Йәрминкәлә Татарстан, Сыуашстандан тыш Беларусь, Ҡазағстан,  Ҡырғыҙстандан да вәкилдәр килгәйне. Киләсәктә улар менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш булдырыласаҡ.

 Байрамда классик яҙыусыларҙың шиғырҙарын, әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе уҡып ишеттерҙеләр. Төрлө лекторийҙар ойошторолдо. Өс көн буйына  Башҡортостан яҙыусыларының һуңғы  йылдарҙа сыҡҡан китаптарын һатып алырға һәм яҙыусылар менән күҙмә-күҙ һөйләшергә, китаптарына автографтар яҙҙыртып алырға мөмкин булды.

Кемгә нисектер, ә миңә иһә иң ҙур һәм мәғәнәле китабыбыҙ – Ҡөрьән Кәримдең ярты быуаттан һуң үҙебеҙгә кире ҡайтыуы тулҡынландырғыс мәл булды. Әйткәндәй, был мәртәбәле сарала ҡалабыҙҙан яҙыусылар Рәмзәнә Абуталипова, Фаяз Йомағужин, Рита Фәткуллина һәм мин ҡатнаштыҡ. Рәмзәнә Әсҡәт ҡыҙының шиғыр һөйләп, халыҡ йырын башҡарыуы – сараға йәм өҫтәне. Транспорт ярҙамы күрһәткән ҡала хакимиәтенә ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Йомғаҡлап шуны әйткем килә: ғалим-төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры Рәшит Шәкүр әйтмешләй, йәмғиәтебеҙҙә, тормошобоҙҙа китаптың әһәмиәте һәр ваҡыт мөһим булып ҡаласаҡ, уның киммәте һәр ваҡытта ла юғары баһаланасаҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

«Китап-байрам» йәрминкәһе – халыҡ байрамына әйләнде
«Китап-байрам» йәрминкәһе – халыҡ байрамына әйләнде
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: