Хатты башланғыс һәм сығарылыш класс уҡыусылары, йәш рәссамдәр һәм музыканттар яҙған. Киләсәккә барлығы 1200 хат ебәрелде. Сарала ҡатнашыусыларҙы ғаиләләре менән бергә ҡала хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм тормош тәьминәте буйынса урынбаҫары Илдар Ғарифуллин, ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Альбина Бикмәтова, “Парк хужалығы идаралығы” яуаплылылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Филарет Әсфәндиәров, “Галактика” ял үҙәктәре селтәре директоры Рафаэль Мифтахов, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы һәм “Ашҡаҙар” гәзите исеменән шағирә Римма Ғәлимова сәләмләне. Капсуланы оҙатырға йыйылыусыларҙы айырыуса хәрби летчик, СССР Хәрби көстәр ветераны, полковник, “Байконур” космодромы ветераны Вячеслав Николаевич Васильевтың ҡатнашыуы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Бөгөн ҡалабыҙҙың бөтә йәштәре, студенттар, кала хакимиәтең йәштәр бүлеге үҙебеҙҙең өлөшөбөҙҙө киләсәккә юллайбыҙ, ура! – тип мөрәжәғәт итте йәш буыын йәки киләсәктең вәкиле, ҡала хакимиәтенең йәштәр бүлеге етәксеһе Альбина Бикмәтова. Ысынлап та, нәҡ ул етәкләгән йәштәр ошо капсуланы киләсәктә асып ҡараясаҡ бит. Ә инде был йәштәрҙең үҙҙәренән торасаҡ: нисек үҫешер улар, ниндәй маҡсат ҡуйыр. Әгәр бөгөнгө көндәге һымаҡ патриотик рухта, ижадҡа тоғро ҡалһалар, барыһы ла яҡшы булыр. Ә был йәһәттән өмөттәр ҙур.
– Элек ике команда булған, әле – 26, 2073 йылда командалар һаны 100-гә етер тип ышанам, – тине, мәҫәлән, республиканың көнъяҡ төбәге буйынса КВН Йәштәр лигаһы директоры Игорь Когут.
Капсула хаттар менән тулғас, “Ваҡыт поезы” уны киләсәккә алып китте. Ошондай күп яҡлы ҙур мәғәнәгә эйә сара ойошторғаны өсөн ҡала хакимиәтенә, Ю. Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы коллективына афарин тип әйтергә ҡала.
“Ашҡаҙар” гәзитенән киләсәккә хат!
Хөрмәтле “Ашҡаҙар” гәзите уҡыусыһы!
Бөгөн 27 май ...2023 йыл
Гәзит уҡыусы тип өндәштек тә, ә ул заманға тиклем беҙҙең баҫма булырмы икән?!. Ғөмүмән, гәзит төшөнсәһе булырмы икән ул мәлгә?
Әлбиттә, был 2073 йылға бәйле түгел, был 2023 йылға бәйле. Бөгөн беҙ ни тиклем милли баҫмаға иғтибар итәбеҙ, милләтте ни тиклем ҡурсалайбыҙ – ошоға бәйле. Шуға һеҙҙең заманға гәзит барып етеү ҙә бөгөнгө башҡорт халҡына бәйле, шуға һеҙҙең заманда башҡорт милләте булыуға ла бөгөнгө башҡорт халҡына бәйле...
Әлбиттә, “Ашҡаҙар” бәлки бөгөнгө сүрәттә лә булмаҫ ул мәлгә, ә шулай ҙа булыр тип өмөт итәбеҙ, сөнки гәзит, китап, Кешелек ниндәй генә заман, һынау кисермәһен, Әҙәм затын яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәүсе булып ҡала!
...“һеҙ” тип өндәшәбеҙ, сөнки арабыҙҙа был хатты уҡыуға шаһит булыусылар инде һирәк булыр (тормоштоң ҡаты ҡануны шулай!..), әммә, әгәр ҙә, гәзитебеҙ ул заманға барып етә икән, һеҙ барыбер ҙә беҙҙе танырһығыҙ, сөнки ошо баҫмабыҙ аша күрешербеҙ, беҙ ошо гәзит тарихы менән һеҙгә килербеҙ...
Ҡәҙерле Киләсәк, һеҙгә тыныслыҡ, үҫеш теләп, Кешелек затына тап төшөрмәй йәшәүегеҙҙе теләп, ихтирам менән “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы.
Римма ҒАЯЗОВА.
Петр ПОНОМАРЕВ фотоһы.