Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло

КИТАПТЫҢ ҺӘР САҠ ӘҺӘМИӘТЕ БУЛАСАҠ!

Өфөлә “Китап-байрам” йәрминкәһендә ҡатнашып ҡайттыҡ.

 Билдәле булыуынса, Өфөнөң Совет майҙанында, БР Милли музейында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, шулай уҡ нәшриәттәрҙә һәм китап магазиндарында “Китап-байрам” тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙҙы. Халыҡ-ара кимәлдәге бындай йәрминкә быға тиклем бары тик Рәсәйҙең ике генә ҡалаһында – Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына үтә ине.

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сарала белдереүенсә, быйылдан башлап йыл һайын май аҙағында “Китап-байрам” йәрминкәһе Башҡортостанда үткәреләсәк. Яҙыусыларҙың йәмғиәттәге дәрәжәһен күтәреү. уҡыусыларҙа, йәштәрҙә әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү – сараның төп маҡсаты булып торҙо. Йәрминкәлә Татарстан, Сыуашстандан тыш Беларусь, Ҡазағстан,  Ҡырғыҙстандан да вәкилдәр килгәйне. Киләсәктә улар менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш булдырыласаҡ.

 Байрамда классик яҙыусыларҙың шиғырҙарын, әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе уҡып ишеттерҙеләр. Төрлө лекторийҙар ойошторолдо. Өс көн буйына  Башҡортостан яҙыусыларының һуңғы  йылдарҙа сыҡҡан китаптарын һатып алырға һәм яҙыусылар менән күҙмә-күҙ һөйләшергә, китаптарына автографтар яҙҙыртып алырға, әҫәрҙәр буйынса авторҙарҙың үҙҙәре менән фекер алышырға мөмкин булды.

Кемгә нисектер, ә миңә иһә иң ҙур һәм мәғәнәле китабыбыҙ – Ҡөрьән-Усмандың (Ғосмандың) ярты быуаттан һуң үҙебеҙгә кире ҡайтыуы тулҡынландырғыс мәл булды. Үзбәкстандан Ғосман Ҡөрьәненең ҡулдан  алтын хәрефтәр менән яҙылған берҙән-бер күсермәһен 50 йыл үткәс ҡайтарҙылар. Тантананы алып барыусы   Дмитрий  Дибров был ваҡиғаны “Ғосман Көрьәндең өйөнә  ҡайтыуы” тип иғлан итте. Әйткәндәй, был мәртәбәле сарала ҡалабыҙҙан яҙыусылар Рәмзәнә Абуталипова, Фаяз Йомағужин, Владимир Жеребцов, Рита Фәткуллина һәм шәхсән үҙем ҡатнаштыҡ һәм ҡунаҡтарға ҡала әҙәби мөхитен таныттыҡ. Рәмзәнә Әсҡәт ҡыҙының шиғыр һөйләп, халыҡ йырын башҡарыуы – сараға йәм өҫтәне.

Йомғаҡлап шуны әйткем килә: ғалим-төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры Рәшит Шәкүр әйтмешләй, йәмғиәтебеҙҙә, тормошобоҙҙа китаптың әһәмиәте һәр ваҡыт мөһим булып ҡаласаҡ, уның ҡиммәте һәр ваҡытта ла юғары баһаланасаҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

КИТАПТЫҢ ҺӘР САҠ ӘҺӘМИӘТЕ БУЛАСАҠ!
КИТАПТЫҢ ҺӘР САҠ ӘҺӘМИӘТЕ БУЛАСАҠ!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас