Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло

Гармундың киләсәге өмөтлө ҡулдарҙа

...Гармундан илаһи моң ағыла. Көмөш телле гармун моңдары Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайының “Иркен” өлгөлө гармунсылар ансамблендә яңғырай – гармунда ансамблдә шөғөлләнеүсе балалар уйнай. Әйткәндәй, өҙҙөрөп гармунда уйнауҙары, дәртле сығыштары менән мәҙәни саралар, конкурстар аша Стәрлетамаҡта ғына түгел, бөтә Башҡортостанда танылып өлгөрҙө ансамбль. Был йәһәттән халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы гармунды тергеҙеп, йәш быуында һөйөү тәрбиләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Ғәлимйәнов, һис шикһеҙ, оло ихтирамға лайыҡлы остаз!

Гармундың киләсәге  өмөтлө  ҡулдарҙаГармундың киләсәге  өмөтлө  ҡулдарҙа
Гармундың киләсәге өмөтлө ҡулдарҙа

Яңыраҡ Яңауылда XII “Моңға бай гармун байрамы” республика гармун байрамы үтте. Бер майҙансыҡҡа республиканың төрлө мөйөштәренән һәм илдең башҡа төбәктәренән үҙешмәкәр һәм профессиональ гармунсылар йыйылды. Беҙҙең ҡалабыҙҙан Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайының Радик Иркен улы етәкселегендәге телгә алып үткән “Иркен” өлгөлө гармунсылар ансамбле лә ҡатнашты унда.

12-се тапҡыр республика күләмендә уҙғарылған Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы”нда ансамбль ҡатнашып ҡына ҡалманы, ә беренсе дәрәжә лауреат дипломын алды! Ә бына барлыҡ ҡатнашыусы гармунсылар араһында ете йәшлек Кирилл Вихляев иң бәләкәй гармунсы булып танылды һәм икенсе дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды. Әйткәндәй, былтыр иң бәләкәй гармунсы тап әлеге ансамблдән Шамил Вәлиев булды, кескәй яҡташыбыҙ өҙҙөрөп гармунда уйнап Гран-при алды!
Ансамбль Яңауылда республика кимәлендә уҙғарылған гармунсылар бәйгеһендә инде бер нисә тапҡыр ҡатнашып, бихисап дәрәжәле урындар (дипломдар) һәм дә Гран-при ҙа алып өлгөрҙө.

Әлбиттә, ансамблдең бынан тыш та наградалары, һөҙөмтәләре күп, тәү сиратта, бында булдыҡлы етәксенең тырыш хеҙмәте күренеп тора, үҙ эшенең оҫтаһы эште ең һыҙғанып башҡара.

– Гармунда матур көйҙәр уйнау – иң элек рухи байлыҡ, тәбиғәт биргән һәләтте ваҡытында үҫтереү мөһим, – ти ансамблдең етәксеһе Радик Иркен улы. – Гармун көйө – ул үҙе бер тылсым, ә бына гармунда уйнарға өйрәтеү – тырышлыҡ талап иткән яуаплы эш, – тип тә өҫтәй ул.

Шулай ҙа әле донъяны саҡ танып-белергә өйрә-неп килгән сабыйҙар менән эшләүе нисек икән һуң?

– Баланың гармунда уйнарға өйрәнеүендә тәү сиратта уның теләге, тырышлығы һәм дә ныҡышмалығы ҙур роль уйнай. Уйнарға өйрәнеү бер, икенсенән, етеҙлек, иғтибарлы булыу һәм сәхнәлә сығыш яһағанда үҙеңде тота белеү, көйҙө тамашасыға еткереү ҙә мөһим, – ти абруйлы етәксе. Был яҡлап остаз бик етди өйрәтә, күп дәрестәр, репитициялар үткәрелә. Ансамблгә һәм һәр бер бер балаға гармунда өйрәнеү дәрестәре айырым да алып барыла. Остаздың төп бурысы ла шунда – гармунға һөйөү уятыу менән бергә һәр баланың уйнау оҫталығын үҫтереү.

Бәләкәй генә бармаҡтары менән гармун телдәренә баҫып өҙҙөрөп уйнаусы бала һоҡландыра, ә гармун телдәре буйлап йүгергән бармаҡтарҙың көй сығарыуы – үҙе мөғжизә! Ошо мөғжизә тормошҡа ашһын өсөн, бәләкәй гармунсының сәхнәгә сығып баҫып уйнағансы күп көс талап ителгәнен етәксе үҙе генә белә. Тамашасы ҡаршыһында сығыш яһағанда һыҙғырып та, тыпырҙатып бейеп тә алырға кәрәк бит әле ҡайһы ваҡыт, сәхнә талаптарын башҡарыуы ла мөһим.

Ансамблдең репертуары ла бик бай, сәхнә кейемдәре лә һәр бер музыкаль композицияға ярашлы. Уларҙың сығыштарын тамашасылар яратып ҡарай, һәр ваҡыт дәррәү алҡыштарға күмә!

Хәҙерге замана талаптарына килгәндә, ҡала мөхитендә үҫкән балалар гармунда уйнауы, йәш быуындың рухи тәрбиә алыуы шатландыра. Шуныһы ҡыуаныслы, ансамблгә ҙур теләк менән йөрөйҙәр. Әле егерменән ашыу бала шөғөлләнә. Әйткәндәй, ансамблдә биш йәштәге балаларҙан алып, үҫмерҙәр ҙә шөғғөлләнәләр, гармунда уйнау серҙәренә өйрәнәләр.

Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр халҡыбыҙҙа, үҙ теләге менән йәш быуын өсөн ойошторған ансамблдең үҫештәре, яҡшы һөҙөм-тәләре, тәү сиратта, етәксенең егәрлелегенә бәйле. Был яҡлап стәрлетамаҡтар уңды: оҫта гармунсы остаз тап беҙҙең ҡалала йәшәй! Тимәк, гармундың киләсәге өмөтлө ҡулдарҙа. Бала саҡтан рухлы үҫеш алған йәш дуҫтарыбыҙға һәм уларҙың етәксеһенә арымай-талмай ижад итергә яҙһын.

Быуаттарҙан килгән гармун моңдары ҡалабыҙҙа үҫеш ала, гармунда уйнарға теләүсе балалар һәм йәш үҫмерҙәрҙең талантын үҫтереүгә, гармунға һөйөү уята алыусы һәм уны тергеҙеүсе Радик Иркен улына оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, тик ижади уңыштар ғына теләйһе ҡала.

Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА,
Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайының методика бүлеге мөдире.

Автор:
Читайте нас