Ашҡаҙар
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
19 Октябрь 2023, 17:01

РУХЫБЫҘ ҺҮНМӘҺӘ, МИЛЛӘТЕБЕҘ ҘӘ ЙӘШӘР!

Көтөп алған иң сағыу, иң рухлы байрам – “Ашҡаҙар таңдары” фестивале шаулап-гөрләп үтте. Милли биҙәктәребеҙҙе сағылдырып, республиканың төрлө мөйөштәренән коллективтар йыйылды.

“Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклор байрамы 2006 йылдан алып уҙғарылып килә. Быйыл ул алтынсы тапҡыр уҙғарылды һәм хәҙер ул күптән матур бер традицияға әйләнгән. Проект Башҡортостандың бренд саралары исемлегенә индерелгән һәм башҡорт халҡының йолаларын, ауыҙ-тел ижадын һаҡлауға, үҫтереүгә һәм пропагандалауға, иң яҡшы яңы этнографик башҡорт фольклор коллективтарын һәм боронғо йырҙарҙы төп нөсхәһендә башҡарыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.

Был юлы фольклор байрамында Башҡортостандың 18 районынан һәм Стәрлетамаҡ, Сибай, Ырымбур ҡалаларынан йәмғеһе 24 ижади коллектив сығыш яһаны. Ике көн барған рух байрамында Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Иглин, Ишембай, Күгәрсен, Мәсетле, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла райондарынан 347 кеше ҡатнашты.

Ансамблдәр ике көн дауамында Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә төрлө халыҡ йолалары менән сығыш яһаны – боронғо йырҙарыбыҙҙы йырлап ишеттерҙе, үҙ ерлегенә генә хас булған бейеүҙәрҙе, ауыҙ-тел ижадын, халыҡ уйындарын күрһәтте. Фестиваль сиктәрендә фольклор коллективтары етәкселәре өсөн семинар ҙа ойошторолдо. Унда фольклор жанрҙарын сәхнәләштереү принциптары һәм фольклор-йола постановкалары режиссураһы тураһында һүҙ барҙы. Баһалама комиссияһы рәйесе филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУның башҡорт фольклоры ғилмитикшеренеү үҙәге етәксеһе, халыҡ сәсәниәһе, Бөтә Рәсәй һәм халыҡара конкурстар лауреаты Розалия Солтангәрәева сығыш яһаны. “Ошо еңел булмаған заманда күп сығыштарҙың хеҙмәтте, батырлыҡты данлау идеяһы, патриотизм тойғоһо менән һуғарылыуы һөйөнөслө, – тине сәсәниә. Төп йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр төшөнсәләре, постановкаларҙы музыкаль яҡтан биҙәү тураһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Нур Дауытов, фи-лология фәндәре докторы, БДПУ-ның башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге баш ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббөтдинова һөйләне.

14 октябрҙә кискеһен “Ашҡаҙар таңдары” фольклор фестиваленең Гала-концерты һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булды. Галаконцертта коллективтар үҙҙәре йәшәгән ерлекте сағылдырған фольклор композицияларынан алынған иң сағыу номерҙар һәм өҙөктәр менән сығыш яһаны.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Эмиль Шәймәрҙәнов менән Республика халыҡ үҙәге генераль директоры Салауат Кирәев тәбрикләне.

– 17 йыл эсендә “Ашҡаҙар таңдары” ысын мәғәнәһендә ҡалабыҙға билдәлелек килтереүсе һәм брендлы сараға әйләнеп киттте, – тине Эмиль Владиславович. Ул ошо матур сараны ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте һәм артабан да ижади уңыштар теләне.

Программала Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенән профессиональ артистар ҙа ҡатнашып, тамашаны тағы ла нығыраҡ йәнләндереп ебәрҙе.

Ниһайәт, байрамдың көтөп алынған тулҡынландырғыс минуттары – еңеүселәрҙе бүләкләү мәле килеп етте. Гран-приҙы Ғафури районынан БР-ҙың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, “Асанай” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Г.Х.Байбулдина) яуланы!

16 йәшкә тиклемге йәш категорияһында Иглин районының “Аҡ тирмә” өлгөлө башҡорт фольклор коллективы (етәксеһе Л.Н.Ғәлимйәнова), 16 йәштән өлкәнерәктәр араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Йөрәктау” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Ә.Ш.Зөбәйерова) I дәрәжә лауреаттары булды.

 II дәрәжә лауреаты исемен Сибайҙан “Йәйғор” (етәксеһе Л.С. Заһитова) өлгөлө фольклор ансамбле яуланы. Архангел районының “Умырзая” өлгөлө башҡорт фольклор ансамбле (етәксеһе Ә. З. Ҡу-наҡбаева) III дәрәжә лауреаты исемен алды.

 II дәрәжә лауреаттары исеме Хәйбулла районынан “Ҡош юлы” башҡорт халыҡ фольклор коллективына (етәксеһе М.И. Ишемғолова) һәм Ейәнсура районынан “Йырау” башҡорт халыҡ фольклор коллективына (етәксеһе Г.С.Татлыбаева) бирелде.

III дәрәжә лауреаты исеме Әлшәй районының “Замана” башҡорт эстрада-фольклор коллективына (етәксеһе А.Т. Нуриәхмәтова) һәм Мәсетле районы “Ҡабырсак” башҡорт халыҡ фольклор коллективына (етәксеһе Р.Ж. Әхмәтйәнова) тапшырылды.

Халыҡ кейемдәрен тегеү һәм башҡорт биҙәүестәрен яһау буйынса “Оҫта ҡул” номинацияһында Иглин районы “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор коллективы еңеүсе тип табылды. “Иң яҡшы традицион башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме” Хәйбулла районы “Ҡош юлы” фольклор коллективыныҡы тип билдәләнелде.

Халҡыбыҙҙың йәшәйешен, донъяға ҡарашын, идеяларын сағылдыраған, быуаттарҙан-быуаттарға, телдән-телгә күсә килгән ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе күрһәткән фольклор байрамы һәр ваҡыттағыса, тәрән йөкмәткеле, иң бай рухлы фестиваль булып ҡала. Алдағы йылдарҙа ла шулай булһын! Иң мөһиме, илебеҙ имен булһын, донъялар тыныс булһын! Рухыбыҙ үлмәһә, милләтебеҙ йәшәр!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

 Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

 

 

Вәсилә Халиҡова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ҡомартҡы” эстрада-фольклор төркөмөнөң элекке етәксеһе:

– “Ашҡаҙар таңдары”н был юлы оҙаҡ ҡына көтөп алдыҡ. Һағындырып ҡына килгән фестивалдә бығаса һәр ваҡыт ҡатнашып килгән Ҡурған өлкәһенән, Һамар, Силәбе яҡтарынан, Пермь крайынан милләттәштәребеҙҙең сығышын ҡарармын тип килгәйнем. Үкенескә ҡаршы, был юлы Федоровка, Мәләүез, Көйөргәҙе райондарынан да ҡатнашыусылар булманы.

 Ә шулай ҙа шуныһы һөйөнөслө: йылдан-йыл костюмдар ҙа, сығыштар ҙа профессиональ яҡтан үҫешә бара.

 Киләһе фестивалдә ошо матур байрамда милләттәштәребеҙҙең күберәк ҡатнашыуын теләр инем.

РУХЫБЫҘ ҺҮНМӘҺӘ, МИЛЛӘТЕБЕҘ ҘӘ ЙӘШӘР!
РУХЫБЫҘ ҺҮНМӘҺӘ, МИЛЛӘТЕБЕҘ ҘӘ ЙӘШӘР!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: