Ашҡаҙар
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2023, 18:13

“Гөлнара”ны үҙегеҙ барып күрегеҙ!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры үҙенең XXXIII театр миҙгелен премьера менән асып ебәрҙе.

 Шуныһы иғтибарға лайыҡ, театр һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә, әленән-әле яңы әҫәрҙәре менән тамашасыны таң ҡалдырыуҙан туҡтамай. Был юлы исеме донъяға киң билдәле драматург, яҙыусы Флорид Бүләковтың тетрәндергес повесы буйынса сәхнәләштерелгән “Гөлнара” спектакленең премьераһы аншлаг менән үтеүе тап ошо хаҡта һөйләй.

Әлбиттә, спектаклде тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел. Әҫәр тәрән уйға һала. Революциянан һуңғы ауыр йылдарҙа илдә совет власын урынлаштырыу еңел генә бирелмәгән. Тамам бөлгөнлөккә төшкән халыҡ, совет власын ҡабул итергә теләмәй, динде үҙ итә. Тәүге уҡытыусы булып ауылға килгән, балалар йортонда тәрбиәләнгән етем ҡыҙ Гөлнара халыҡты наҙанлыҡ, ярлылыҡ тотҡонлоғонан азат итергә теләй. Әммә ул нисек кенә ҡыйыу, сая булмаһын, үҙе ҡаты мыҫҡыллауҙарға, хурланыуҙарға дусар ителә. Ошо образ аша шул ауыр йылдарҙағы меңдәрсә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы һүрәтләнә. Совет заманында тыуып үҫкән кеше булараҡ, яҙыусы совет власының ыңғай яҡтарын һүрәтләргә лә теләгәндер.

Төп ролдәрҙә – Гөлйемеш Ибраһимова, Илнур Сәлимгәрәев, Марат Зөбәйеров. Ғөмүмән алғанда, артистарыбыҙ үҙҙәренә бирелгән ролде урын-еренә еткерергә тырышып, бирелеп уйнай. Кейемдәр өҫтөндә эш, музыкаль яҡтан биҙәлеш, декорация, хореографик этюд, күмәк сәхнә менән сығыш яһауҙары – барыһы ла спектаклде байытып ҡына ҡалмай, ә бәлки, ошо мөхиткә инеп китергә булышлыҡ итә. Мөгәрәп ҡапҡасы һымаҡ ишектәр ҙә бик уйланып эшләнгән, был халыҡтың хәлторошон, икеләнеүҙәрен, боҫоп ҡалырғамы, әллә баш күтәрергәме – ошондай хистойғоларҙы, күңел сағылышын белдерә. Тап ошо үҙенсәлекле алым аша тарихи ваҡиғалар алмашыныуы бик оҫта сағылдырыла. Әҫәрҙе сәхнәләштергән йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев яңы алымдар ҡулланыуы – милли театр өсөн ҡыйыу һәм мөһим аҙымдар. Сөнки киләсәктә был спектакль фестивалдәрҙә лә ҡатнашып, оло бейеклектәр яулар тигән ышаныстабыҙ.

 Һәр хәлдә, премьераны ҡарағас, тамашасы уйланырға, анализларға тейеш. Спектаклде барып күрегеҙ, үҙ фекерегеҙҙе әйтегеҙ, йәмәғәт. Тик битараф ҡалмағыҙ!

Роза САФИНА.

Айҙар Латипов фотолары.

“Гөлнара”ны үҙегеҙ барып күрегеҙ!
“Гөлнара”ны үҙегеҙ барып күрегеҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: