Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2023, 17:57

ШИШМӘ БАШЫН ОНОТМАЙЫҠ!

Рима Шакирова ярты быуат ғүмерен мәҙәниәткә арнай Һәр йәмғиәттең, ҡаланың, ойошманың формалашыуында, артабанғы яҙмышының боролош яһауында, хәл ителеүендә мөһим роль уйнаған шәхестәр була. Бөгөн беҙ ярты быуатҡа яҡын ғүмерен мәҙәниәткә арнаған, шуның күп өлөшөн Стәрлетамаҡтың мәҙәни тормошона бағышлаған Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ошо көндәрҙә үҙенең матур ғүмер билдәләүсе Рима Шәһит ҡыҙы ШАКИРОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

 “Дәүләт кимәленә күтәрҙек!”

– Рима Шәһитовна, белеүемсә, һеҙ күп йылдар Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының художество етәксеһе булдығыҙ. Һеҙ етәксе булып килгәс, унда ҙур үҙгәрештәр булды.

– Мин  1994-2009 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының художество етәксеһе булып эшләнем.  Стәрлетамаҡта филармония асылып, бер аҙ ваҡыт үткәс, ул саҡтағы ҡала хакимиәте башлығы Спартак Әхмәтов мине художество етәксеһе итеп эшкә саҡырҙы. Ҡаршы килә алманым. Иптәшем Зөфәр Замил улын директор итеп ҡуйҙылар. Беҙ килгәндә Фирзинә Абдуллина, Миңлеғәли менән Райхана Хәсәновтар, Ғазинур Хужәхмәтов,  водитель һәм бер завхоз эшләй ине. Ошондай бәләкәй генә коллективтың эш урыны ул саҡтағы СК мәҙәниәт һарайының подвалында ине...

Ижад кешеләренең һәләттәрен асыу, кинәнеп эшләргә тейешле эш шарттары булдырыу өсөн иң беренсе тәртип булдырырға тигән  маҡсат ҡуйҙыҡ. Эште филармонияға дәүләт статусы юллауҙан башланыҡ.

– Филармонияға  дәүләт статусы нимә бирҙе? Был тәүәккәл аҙымды яһауҙа кемдәр ярҙам итте?

– Әлбиттә,  был бер-ике генә кеше хәл итерҙәй эш түгел. Статус  алыр өсөн күп эшләргә кәрәк ине. Дәүләт филармонияһы булғас, ижади коллективты һан яғынан да, профессиональ йәһәттән дә үҫтерергә кәрәк ине.  Дәүләт филармонияһы статусын алыр өсөн көслө ижади төркөмдәр кәрәк ине. Был йәһәттән мәҙәниәт техникумында хореограф Рәлиф Сафиуллин ойошторған “Аҡбуҙат” халыҡ бейеү ансамбле ҙур көс һалды һәм Салауат ҡалаһынан артистар Гөлсәсәк  менән Яҡуп Шәриповтар ярҙам итте. Улар менән “Мөхәббәт тураһында йыр” тип аталған музыкаль композиция ҡуйып, дәүләт статусын алдыҡ.

Ошо  статусты яҡлағанда ҡалабыҙҙың абруйлы, зыялы шәхестәре Спартак Әхмәтов, Әнүәр Яхин, Вячеслав Титов ҙур ярҙам күрһәтте. Шул  йылдарҙа әҙәби-музыкаль лекторий астыҡ, “Ашҡаҙар” фольклор ансамле, эстрада бейеү  ансамбле (миниатюралар бейеү коллективы)  барлыҡҡа килде. Шулай итеп, штатты  136 кешегә еткерҙек!

Химиктар мәҙәниәт һарайында Анатолий Астахов етәкселегендә эшләгән халыҡ ҡоралдары оркестрын филармонияға күсереүгә ирештек. Анатолий Васильевич – оркестрҙың ойоштороусыһы, тәүге дирижеры, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә бер ай ғына эшләп ҡалды. Фажиғәле рәүештә мәрхүм булды. Бик талантлы кеше булды, ә сәнғәткә күпме көс бирҙе! Оркестрҙы ике йыл бағыусылар ярҙамында тоттоҡ. Шунан һуң ҡырҡ берәмек (эш урыны) алыуға ирештек. “Сәрби” сыуаш эстрада төркөмөн булдырыу өсөн дә Финанс министрлығы тупһаһын күпме тапарға, түрәләргә коллективтың мөһимлеген иҫбатларға тура килде! Шулай итеп, алты кешенән торған штатты 186 кешегә еткереүгә ирешеп, Стәрлетамаҡ ҡала филармонияһын дәүләт филармонияһы кимәленәсә үҫтерҙек!

– Тимәк, һеҙ алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешкәнһегеҙ.

- Эшемде конкрет эштәр менән иҫбатланым. Шуға күрәлер ҙә, бәлки, үрҙәгеләр һүҙемә ҡолаҡ һалғандыр. Беренсе президентыбыҙ Мортаза Рәхимовҡа, ул саҡтағы мәҙәниәт министры Салауат  Әминевҡа, БР-ҙың премьер-министры урынбаҫары Хәләф Ишморатовҡа һәм үҙебеҙҙең ҡала етәкселегенә мең-мең рәхмәтлемен.

Ошо  эшләгән дәүерҙә республикала ғына түгел, Рәсәйҙә һәм сит  ҡитғалаларҙа ла –  Бельгия, Голландия, Төркиә һәм башҡа илдәрҙә үҙебеҙҙең башҡорт сәнғәтен танытып, ҙур баһалар алдыҡ, яңы үрҙәр яуланыҡ! Үҙ халҡың, үҙ моңоң, үҙ тарихың булғанда ғына халыҡ йәшәй. Шуға күрә программаларҙың нигеҙендә һәр ваҡыт халҡым моңо, халҡым рухы, еремә булған һөйөү, дуҫлыҡ берҙәмлек ятты. Сөнки шишмә башы – ул халҡым моңо, халҡым тарихы.

“Беҙҙе сәнғәт ҡауыштырҙы”

– Үҙегеҙҙең хеҙмәт юлығыҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтегеҙ әле?

– 1970 йылда Өфө сәнғәт училищеһының актерҙар бүлеген уҡып бөткәндән һуң, миңә  академтеатрға йүнәлтмә бирҙеләр. Зөфәр вокал бүлеген бөткәндән һуң, опера театрында йырсы булып эшләй ине. Ғаиләне тарҡатмаҫҡа була, иптәшемдең тыуған яғына – Йәрмәкәй районы мәҙәниәт йортона эшкә киттек. Зөфәр Замил улы унда балалар музыка мәктәбен асты. Ә мин район мәҙәниәт йортонда методист булып эш башланым. Бер йылдан һуң Әлшәй районына эшкә саҡырҙылар. Әлиәбеҙ шунда тыуҙы. Шул йылды беҙ Зөфәр менән икебеҙ ҙә ситтән тороп Силәбе мәҙәниәт институтына уҡырға индек.

Әлшәй район мәҙәниәт йортонда ун йыл эшләгәндән һуң, Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһына эшкә килдек, унда ун дүрт йыл эшләнем. Студенттарым менән ғорурланам. Улар араһында  Хөрмәтулла Үтәшев, Вилүрә Иҫәндәүләтова, Светлана Хәкимова, Әлфирә Мөхәмәтйәнова, Гүзәл Ҡасҡынбаева кеүек сағыу йондоҙҙар, билдәле артистар бар.

Әйткәндәй, мин Әлшәй район мәҙәниәт йортонда эшләгәндә  Светлана Раевкалағы башҡорт мәктәп интернатында 3-сө класта уҡый ине. “Артист Рима апайҙы күрергә мөмкинме?” – тип килгән. Балалар коллективы менән эшләүем дә тап шул мәлдә башланды. 

– Йәшлек хәтирәләрен, Зөфәр Замил улы менән нисек танышыуығыҙ тураһында ҡыҫҡаса ғына булһа ла иҫкә төшөрөп алайыҡ әле.

– Беҙҙе сәнғәт ҡауыштырҙы. Зөфәр менән Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда таныштыҡ. Мин беренсе, ул икенсе курста уҡый инек. Сентябрь айы. Хәким Ғиләжевтың бер туған ағаһы Абдулла Ғиләжев –  актер оҫталығы буйынса остазыбыҙ, реквизит алырға сығарып ебәрҙе. Ишектән килеп сығыуым булды, бер егет ҡаршыма килеп сыҡты ла исемемде һораны, мин өндәшмәй генә үтеп киттем. Шулай таныштыҡ. Дуҫтарса ғына аралашып йөрөй торғас, беҙҙең дуҫлыҡ яйлап ҡына мөхәббәткә әйләнде. 2-се курсты уҡып бөткәс өйләнештек. 3-сө курсты бөтөргәс, улыбыҙ Илгиз тыуҙы.

Уҡыуға мөхәббәт уяттылар

 - Профессиональ сәнғәткә, мәҙәниәткә илтер юлдыңбашы ғаиләнән киләме?

– Беҙ ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек – алты ир туған араһында ике ҡыҙ. Малайҙар менән һуғышып үҫтек.  Шуға күрәлер ҙә  саялыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек һымаҡ ошо һыҙаттар (булмышымда) характерымда ярылып яталыр, бәлки. Олатайым Вәлиәхмәт мулла булған. Әле яңыраҡ “Гөлнара” спектаклен илай-илай ҡараным. Олатайымдың яҙмышын хәтерләтте...

Сәфәрғоловтар – көслө нәҫел. Беҙҙә – уҡытыусылар династияһы. Атайым Шәһиҙулла Сәфәрғолов Стәрлетамаҡта уҡытыусылар институтын бөткән. Ғүмере буйы мәктәп директоры булды. Марат ағайым да, үҙем  дә, Илшат туғаным да  –  педагогтар, Ләйсән һеңлем Өфөлә авиация университетында,ҡыҙым Әлиә Мәскәүҙә уҡыта. Заһира өләсәйем Ҡарайған ауылында мөғәллимә булған. Тирә-яҡтағы ауылдарҙан  ҡыҙҙарҙы уҡытҡан.

Әсәйем  Мәрхәбә, бик һиҙгер, изге күңелле ҡатын булды, уны “әүлиә Мәрхәбә” тип йөрөттөләр. Бөтәһе лә әсәйемә кәңәш һорап килерҙәр ине. Ауыр замандарҙа йәшәһәк тә, атай менән әсәй беҙҙә уҡыуға мөхәббәт уятты. Кешеләргә ихлас, миһырбанлы булырға өйрәтте. Яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн мең-мең рәхмәт уларға.

Бала саҡтан мин атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә, яҡшы ҡатын, яҡшы әсәй, яҡшы хеҙмәткәр булырға тырыштым. Хәҙер инде ейәндәрем: “Өләсәй!” – тип өҙөлөп тора. Аллаға шөкөр, Мәскәүҙә йәшәһәләр ҙә. үҙҙәренең тамырҙарын беләләр. Шишмә башын беләләр.

Ғүмер буйы мәҙәниәткә хеҙмәт итеүем менән бәхетлемен, илле йылға яҡын хеҙмәт стажым бар. Сөнки янымда яратҡан ирем, балаларым, яратҡан тамашасым булды. Ҡәйнәм  менән утыҙ йыл бергә йәшәнек, был да күп нәмә тураһында һөйләй.

Эшемдән дә, ижадымдан да тормошомдан да уңдым. Яҙмышыма рәхмәтлемен!..

Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.

Һүрәттә: Рима Шәһит ҡыҙының Стәрлетамаҡ дәүләт филармоннияһын етәкләгән сағы.

Фото филармония архивынан алынды.

 

Артист тормошондағы ваҡиғалар

“1974 йылда республикала нәфис һүҙ оҫталары конкурсында беренсе урынды алдым. Мине  Бөтә Рәсәй нәфис һүҙ оҫталары конкурсына ебәрҙеләр. Мин унда Әнғәм Атнабаевтың “Йәшлек менән осрашыу” поэмаһын үҙ телемдә һөйләп,  лауреат дипломы менән миҙал алдым. Хатта аҡсалата премия ла бирҙеләр әле”.

 ***

 “Сценарийҙарҙы  үҙем яҙҙым, алып барыусы ла үҙем булдым. Хөкүмәт кимәлендәге концерттар ойошторҙом. Төркиәгә, Мәскәүгә программалар әҙерләнек. Путинды ҡаршылау буйынса программаның авторы ла,  режиссеры ла үҙем булдым”.

 ***

“Бер ваҡыт Бәләбәйгә автобуста китеп барабыҙ. Шунда сит республиканан килгән ят әҙәмдәр кемуҙарҙан ҡысҡырып үҙ телендә һөйләшәләр. Ун-ун биш минут үтте, былар һис туҡтарға уйламайҙар.  Автобуста бер улар ғына түгел дәбаһа!.. Телефонымды астым да,  Абдулла ағай  Солтановтың башҡарыуында  “Буранбай” йырын ҡуйып ебәрҙем. Халыҡ шып-шым булып ҡалды. Улар ҙа өндәшмәй, ә мин бер-бер артлы яңынан-яңы йырҙар ебәрҙем. Шулай  итеп, юл буйына башҡорт, татар йырҙарын яңғыратып барҙым. Килеп  еткәс, автобустан сығып барғанда һәр береһе миңә әйләнеп ҡарап үтә, ә мин уларға: “Мин ебәргән йырҙар ҡамасауламанымы?” - тип өндәштем, ә улар: “Юҡ, юҡ. Рәхмәт һеҙгә”, – тип  сығып киттеләр. Водитель рус кешеһе, миңә йылмайып ҡына ҡарап ҡалды. Үҙ илебеҙҙә йәшәп тә, үҙ телебеҙҙә һөйләшергә ҡурҡырға тейешбеҙме ни?!.”

 

ШИШМӘ БАШЫН ОНОТМАЙЫҠ!
ШИШМӘ БАШЫН ОНОТМАЙЫҠ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: