Ашҡаҙар
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
3 Ноябрь 2023, 18:27

Һыуһын ҡандырырҙай бейеүҙәребеҙ булһын!

Башҡорт бейеү сәнғәтен яңы үрҙәргә күтәргән, Стәрлетамаҡ Бейеү театрына нигеҙ һалған легендар шәхес, бер кемдекенә лә оҡшамаған үҙенсәлекле, үлемһеҙ бейеүҙәре менән меңдәрсә күңелдәрҙе яулаған балетмейстер Хәлил Ишбирҙин Стәрлетамаҡ тамашасыһы хөкөмөнә  үҙенең яңы әҫәрен сығарҙы. Әҫәрҙе ҡарағандан һуң Хәлил Әнүәр улы менән ҡыҫҡаса ғына әңгәмә ойошторҙоҡ.

– Хәлил Әнүәр улы, Стәрлетамаҡ  театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә һеҙ ижад иткән “Инсебикә” тип аталған музыкаль-хореографик  программаны ҡараныҡ.  Башҡорт  легендаларына нигеҙләнгән бик уникаль әҫәр. “Инсебикә”не быға тиклем дә (элегерәк)  ҡарағаныбыҙ бар ине, әммә хәҙер ул тулыраҡ, бай йөкмәткеле булыуы менән айырылып  тора.  Быны, минеңсә,  хореографик спектакль тип атарға булалыр. Стәрлетамаҡ халҡына шундай рух байрамы бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт! Әйткәндәй, нисә көндә һалдығыҙ?

– “Инсебикә”не мин дүрт-биш көн эсендә һалдым. Эйе, уны бер актлы вокаль-хореографик спектакль тип атарға була. Беренсе постановканан һуң  ун-ун биш йыл үтте. Шул ваҡыттан бирле коллектив составы үҙгәрҙе, йәштәр килде. Беренсе вариантынан айырмалы булараҡ, бында байтаҡ үҙгәрештәр индерелде. Беҙ  спектаклдең киңәйтелгән, глобаль, тәрәнәйтелгән формалағы яңы интерпретацияһы өҫтөндә эшләнек. Йылдан-йыл техник саралар киңәйә –  яҡтылыҡ биҙәлеше лә, сәхнә биҙәлеше лә, шуға хәҙер мөмкинлектәр ҙә күберәк.

– Ни өсөн  “Инсебикә”гә яңынан әйләнеп ҡайтырға булдығыҙ?

– Был – Бейеү театрының үткәндәренә үҙенсәлекле әйләнеп ҡайтыу. Йәштәр бындай әйбер менән беренсе тапҡыр осрашты.  Был әҫәрҙе ҡуйыуымдың маҡсаты – үҙем иҫән саҡта күңелемдә йөрөгән идеяларымды, уй-кисерештәремде тамашасыларға, йәштәргә биреп ҡалдырайым тип ашыҡтым.  Йәштәргә бейеүҙең мәғәнәһен аңлатайым тип килдем. Ә бының өсөн  элеккеләрҙе тергеҙергә кәрәк. Бейеүселәр бик тырышты, рәхмәт. Улар хәҙер бейеүгә икенсе төрлө ҡарай башланылар.

– Халыҡ һеҙ ҡуйған бейеүҙәргә шул тиклем һыуһаған. Зал тулы тамашасы яңы әҫәрҙе тулҡынланып ҡаршы алды һәм башынан аҙағынаса, ҡымшанмай ҙа тиерлек, йотлоғоп ҡарап ултырҙы.

– Илшат ағай Йомағолов Бейеү театры сығышын беренсе тапҡыр ҡарағас: “Мин сүллектә һыуға сарсаған кеше һымаҡ булдым. Бейеү театрына барып һыуһынымды ҡандырҙым”, – тигәйне. Ошо һүҙҙәрҙе онотмаһаҡ ине. Был һүҙҙәрҙе йәштәр үҙҙәренә юл күрһәтеүсе йондоҙ итеп алырға тейеш. Беҙҙең Бейеү театры артистарының һәммәһенә лә ошоға ынтылырға кәрәк. 

– “Инсебикә”лә Аҡһаҡал образын башҡарыусыны күптәр тәүҙә таныманы, үҙегеҙ бейейһегеҙ икән тип уйланыҡ. Рәил Лоҡманов ошо образды шул тиклем оҫта итеп асып бирҙе.

– Әлеге ваҡытта элекке плеяданан (бейеп йөрөгәндәрҙән) хәҙер бер генә кеше ҡалды – Рәил Лоҡманов. Ул –  хәҙерге быуынды  Бейеү театрының элекке тормошо менән бәйләүсе (берләштереүсе) берҙән-бер бейеүсе. Руслан Сөләймәновтың үҙ кәсебе, профессиональ бейеүселәр өсөн итек тегеү цехы бар. Улар барыһына ла шаһит, беҙ юҡтан башланыҡ. Бер нәмә лә булмағанда ҡоро идеянан башланыҡ һәм юҡты бар иттек.

– Әлеге ваҡытта ниндәй идеялар менән янып йөрөйһөгөҙ? Кемдәр менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?

– Сибай филармонияһында (мин унда эшләйем) әле “Хан ҡыҙы” хореографик композицияһы өҫтөндә эшләйем. Стәрлетамаҡта “Инсебикә”не ҡуйғандан һуң,  иртәгәһенә Ҡазанда оҫталыҡ дәресе үткәрергә тейеш инем, саҡ ҡына кисектереп торорға тура килде. Ҡазанда Татарстан Республикаһы Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле өсөн “Юлыҡ” бейеүен һалдым. Ул хәҙер уларҙың иң яратҡан бейеүенә әйләнде. Шулай уҡ Аҡтанышта бейеүҙәр  һалдым. Учалы филармонияһы менән дә әүҙем эшләйбеҙ.

– Интернетта бер бейеү күреп ҡалдым. Ҡараған һайын ҡарағы килеп тора, ошо урыҫ егеттәре бейегән бейеүҙә башҡорт рухы ярылып ята! Ә бит үҙҙәре ябай ғына кейенгән, бер ниндәй ҙә милли кейемдә  түгелдәр...

– Екатеринбургта Урал Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбленә бейеү һалдым. Унда хәрби ансамбль егеттәре бейей, барыһы ла  профессиональ бейеүселәр. Улар минән оҫталыҡ дәресе алыу өсөн йыш ҡына саҡырып тора. Үҙҙәре Екатеринбургты Уралдың баш ҡалаһы тип йөрөтә. “Был бейеү – беҙҙең визит карточкабыҙ” тип әйтәләр. Шулай, рух булһын тип тырышам. Әйткәндәй, ул ансамблдә барыһы ла урыҫ түгел, араһында  ике башҡорт егете лә бар.

– Киләсәктә лә дәртләнеп ижад итергә насип булһын. Тамашасыны  Хәлил Ишбирҙинға  ғына хас булған стилдәге яңы әҫәрҙәрегеҙ менән һөйөндөрөп, сарсаған күңелдәрҙең һыуһынын ҡандырырҙай бейеүҙәр ижад итергә яҙһын!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Айҙар ЛАТИПОВ фотолары.

 

Һыуһын  ҡандырырҙай бейеүҙәребеҙ булһын!
Һыуһын ҡандырырҙай бейеүҙәребеҙ булһын!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: