Күптән түгел “Фабри” сауҙа үҙәгендә “Йәнле биттәр” исемле ижади күргәҙмә үтте. Мәҙәни башланғыстарҙың президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған был проекттың авторҙары булып был юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы” хеҙмәткәрҙәре ҡаташа. Уның төп маҡсаты – китапханасыларҙың балалар араһында әкиәттәр аша уҡыуға һөйөү уятырға тырышыу. Ни өсөн беҙ әкиәттәрҙе һайланыҡ? Сөнки беҙ һәр ваҡыт әкиәттең аҙағында нимә көткәнен беләбеҙ. Әкиәттә, ғәҙәттә, изгелек еңә бит инде. Беҙ геройҙың бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуын, уның ғәҙеллеккә өлгәшеүен аңлайбыҙ.
– Минеңсә, тормошта барыбыҙға ла изгелек һәр ваҡыт яуызлыҡты еңер тигән ышаныс кәрәк. Өҫтәүенә әкиәттәр – ул һәр ваҡыт халыҡ аҡылының хазинаһы, халыҡ тәжрибәһе өлгөһө булып тора. Һәр халыҡтың үҙенә генә хас әкиәт геройҙары була. Мин китапханабыҙға килеүселәр һәм бөтә ҡала халҡы, ҡасандыр “Хроника Нарнии” китабы авторы Клайв Стейплз Льюис үҙенең туғанының ҡыҙына әйткәнсә, әкиәттәрҙе яңынан яратһын һәм уҡырға теләһен ине, – тине Стәрлетамаҡ ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Елена Калюжная.
Әйткәндәй, проекттың беренсе этабы 15 августа башланды һәм 30 ноябрҙә тамамланды. Был осорҙа өс ижади оҫтахана эшләне һәм уларҙа 200-гә яҡын бала ҡатнашты. “Ҡулдарым менән әкиәт ижад итәм” тип аталған беренсе оҫтаханала балалар китап уҡый, иллюстрациялар өйрәнә, әкиәт мотивтары буйынса йәнһүрәттәр ҡарай, үҙ ҡулдары менән яратҡан әкиәттәрҙең сюжеттарын булдыра. Мәҫәлән, күргәҙмәлә “Колобок”, “Руслан һәм Людмила”, “Малахит ҡумтаһы”, “Төлкө, ҡуян һәм Әтәс”, “Баба-Яга”, “Теремок”, “Добрыня Никитич һәм Змей Горыныч”, “Шалҡан”, “Бүре һәм ете кәзә бәрәсе” кеүек әҫәрҙәрҙең тере макеттары менән танышырға мөмкин була. Был эштәрҙең матурлығы һәм масштабы һоҡландыра! Ә “Китап янындағы микрофон” оҫтаханаһына эләккән балалар ҙа шулай уҡ ваҡытын файҙалы итеп үткәрә. Бында балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәрен дубляж актерҙары ролендә һынап ҡарай, йәғни ысын тауыш яҙҙырыу студияһындағы ролдәр буйынса әкиәттәр яңғырата. Бер төркөм “Теремок” әкиәте өҫтөндә эшләһә, ә икенсеһе “Емеля” әкиәте өҫтөндә эшләй. “Һандағы китап” тигән өсөнсө оҫтаханала рус халыҡ әкиәте “Пузырь, соломинка и лапоть” мотивтары буйынса үҙҙәре йәнһүрәт төшөрә. Бында ла балалар китап уҡырға, анимация менән эшләү өсөн кәрәкле махсус программаларҙы өйрәнергә һәм әкиәт геройҙарын компьютерҙа үҙҙәре төшөрөргә тырыша. Әҙер йәнһүрәттең тауышы менән 3D анимация буйынса ижади оҫтахана етәксеһе Владислав Созураков шөғөлләнә. Тиҙҙән “Йәнле биттәр” проектының икенсе этабы башлана, унда балалар әкиәт персонаждарын төшөрәсәк, шулай уҡ сәхнәлә театрлаштырылған тамашалар күрһәтәсәк. Был сараларҙан ҡалабыҙҙың балалар баҡсалары ла, мәктәптәр ҙә ситтә ҡалмаҫ тип ышанғы килә.
Римма ҒӘЛИМОВА.