Ашҡаҙар
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
27 Декабрь 2023, 11:40

“ШАҒИРҘАР ДУЭТЫ” СТӘРЛЕТАМАҠТА!

Яңыраҡ Өфө фән һәи технологиялар университетытының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында күренекле шағирҙар  Хисмәтулла Юлдашев һәм Тамара Искәндәриә ҡатнашлығында бик матур һәм фәһемле осрашыу уҙҙы.  Был сара туған телдәр көнө уңайынан үткәрелеп, башта ҡунаҡтар уҡыу йорто ҡаршыһындағы башҡорт мәғрифәтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәхәмәтсәлим Ишмөхөмәт улы Өмөтбаевтың бюсына сәскә һалыуҙа ҡатнашты.

Артабан сара факультеттың яҡты аудиторияһында дауам итте. Студенттар ике шағирҙың да тормош юлын һәм ижадтарын күҙ алдына баҫтырырырлыҡ сығыштары менән күңелдәрҙе арбаны. Бигерәк тә Тамара Искәндәриә шиғырына үҙешмәкәр композитор Нәзирә Ишҡолова яҙған “Әсәйемә” тигән йыр күңелдәргә үтеп инеп, һәммәбеҙҙең ҙә әсәйҙәрен иҫкә төшөргәндер. Шиғриәт кисәһе шундай йылы мөхиттә барҙы. Алдыбыҙҙа  заман елдәрендә һыналған, халыҡ һөйөүен күптән яулаған ике шағирыбыҙ береһен-береһе алмаштырып шиғыр ғына уҡып ҡалманылар, ә студенттар һәм сарала ҡатнашыусылар һорауҙарына ентекле яуап бирҙеләр. Уларҙың тәржемә буйынса кәңәштәре лә, дингә булған мөнәсәбәттәре лә, халҡыбыҙ яҙмышына ҡағылышлы  уй-фекерҙәре лә бигерәк тә йәш быуын күңелендә тәрән эҙ ҡалдырғандыр, тимен.

– Беҙҙең ижади ғаиләне бынан бер нисә йыл элек әҙәбиәт белгесе, мәрхүм Әнғәм Хәбиров “Шағирҙар дуэты” тип атап, ҙур мәҡәлә яҙып сығарғайны “Ағиҙел” журналында. Мин элек беҙҙе ғаилә булараҡ ҡабул итеүҙәрен өнәп бөтмәй инем, шиғриәттә ғаилә булмай, тип. Хәҙер осрашыуҙарға тап ошо составта саҡыра башлағастары, мин үҙебеҙҙең бер ҡыҙыҡлы ғына тандем барлыҡҡа килтереүебеҙҙе аңлап алдым. Ижадта юлдарыбыҙ төрлө беҙҙең, бер-беребеҙҙе ҡабатламайбыҙ, беҙҙең берсә моңло, берсә ярһыу тауышлы сығыштарыбыҙ кешеләргә лә оҡшай, ахыры, тигән фекергә килдем, – тине Тамара Искәндәриә осрашыу барышында.  Ә инде аҙаҡ был осрашыу хаҡындағы тәьҫораттары менән социаль селтәрҙәрҙә бүлешкәндә: “Студенттар ҙа бик иғтибарлы тыңланы, шиғырҙарыбыҙҙы тасуири башҡарҙы. Башҡорт телендә шиғриәтте аңларлыҡ йәштәребеҙ барлығына ҡыуандыҡ, хатта. “Шоңҡар” журналына әҫәрҙәргә анализ яһап мәҡәлә яҙыусы студенттар бар. Хисмәтулла хатта: “Күптән былай рәхәтләнеп, кинәнеп шиғыр уҡыған юҡ ине!” – тимәй булдыра алманы. Ысынлап та, шиғыр тыңлаусыны табыуы ла ауыр заманда йәшәйбеҙ бит” – тип яҙып сыҡты Тамара апай.

Римма ҒӘЛИМОВА.

“ШАҒИРҘАР ДУЭТЫ” СТӘРЛЕТАМАҠТА!
“ШАҒИРҘАР ДУЭТЫ” СТӘРЛЕТАМАҠТА!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: