Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
27 Декабрь 2023, 16:30

Театрлы Стәрлетамаҡтың артистары – балалар…

Нисек бөйөк актер булып китәләр? Әлбиттә, сикһеҙ талант сәбәсе була быға. Шул уҡ ваҡытта өлкән кеше роль башҡарыуы бер, ә бына балаларға актер булыуы ауырмы? Минеңсә, балалар барыбер ҙә ихласыраҡ башҡара ролдәрҙе. Сөнки улар әле бала ғына,  уйын уйнай улар...

Йыл аҙағында ҡалабыҙҙа “Театрлы  Стәрлетамаҡ – 2023” һәүәҫкәр театр коллективтарының асыҡ ҡала фестивале үтте. Быйыл фестивалдә Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан һәм Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылынан 42 һәүәҫкәр театр коллективы жюри хөкөмөнә үҙҙәренең театр постановкаларын тәҡдим итте. Фестивалдә 980-дән ашыу кеше ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы бөтә дүрт көн дауамында барҙы. Үҫешмәкәр актерҙарҙы һөнәр оҫталары йәки Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Галин Әхтәрйән улы рәйесләгендәге мәртәбәле жюри  баһаланы. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин сәләмләп, “Йәнә бер тапҡыр Стәрлетамаҡтың Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы икәненә инандыҡ, – тип билдәләне.

Бер нисә көн барған фестивалдә Гран-приға Салауат ҡалаһының “Балалар” үҫмерҙәр ижады һарайынан “Катарсис” инклюзив театр студияһы лайыҡ булды.  I дәрәжә лауреат дипломына Стәрлетамаҡтың “ЭТЮД” вокаль-театр оҫтаханаһы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры ҡарамағындағы  “Маскарад” өлгөлө балалар театр студияһы, А. Гайдар исемендәге Пионерҙар Һәм уҡыусылар Һарайының “Диалог” театр студияһы,  шулай уҡ  Стәрлетамаҡтың 78-се, 49-сы һәм 83-сө балалар баҡсалары лайыҡ булды.

Римма ҒАЯЗОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Театрлы Стәрлетамаҡтың артистары – балалар…
Театрлы Стәрлетамаҡтың артистары – балалар…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: