Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҺҮҘ ҺӘМ МОҢ КӨҘРӘТЕ

Үҙенсәлекле тамаша күрһәтелде Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә төрлө-төрлө сағыу тамашалар күрһәтелеп тора. Ә йыл аҙағында иһә бында телебеҙҙе, моңобоҙҙо, шиғриәтебеҙҙе данлаған берҙәм һәм үҙенсәлекле сара үтте.

Башта фойела “Башҡортостан – тыуған төйәгем”, “Моңло ижад эйәһе” китап күргәҙмәләре эшләне, теләгән һәр кем өсөн Стәрлетамаҡ китапханалары халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ә баш дирижер А.Болотов етәкселегендәге рус халыҡ инструменттары оркестры “Классиканы бергә уҡыйбыҙ” циклын дауам итеп, балаларға һәм өлкәндәргә “Урман оркестры” тигән яңы программа тәҡдим итте: башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, тәржемәсеһе, драматург, журналист Гөлфиә Юнысованың шиғырҙары һәм филармония артистары башҡарыуында йырҙары яңғыраны.

Был ғәҙәти булмаған урманда ҡаҙ мандолинала, скрипкала, барабанда, баянда уйнай, ҡоштар уларға ҡушылып йырлай, ә ташбаҡалар бейей. Тамашасылар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен тыңланы һәм Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы бөгөнгө көнгә тиклем әүҙем әҙәби эшмәкәрлеген дауам итеүе хаҡында һөйләне. Күптән түгел уның ижад кешеләре тураһында “Илһамлы яҙмыштар" тигән яңы китабы баҫылды, ә очерктар, хәтирәләр һәм биографияһы менән тағы өс китабы донъя күрҙе. Студенттарға һәм уҡыусыларға танылған башҡорт шағирәһе Гөлфиә Юнысова менән йәнле аралашыу, шулай  уҡ  Стәрлетамаҡ  филармонияһы солистары башҡарған матур музыкаль композициялар оҡшаны.

Сараның икенсе өлөшөндә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы үҙе яҙған шиғырҙарын тамашасыларға ихлас итеп уҡып ишеттерҙе. Уның 75 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә ойошторолған сарала шағирәнең улы менән килене лә ҡатнашты. Шағирәнең ижадын хөрмәт итеүсе тамашасыларға Гөлфиә Юнысова менән яҡындан аралашыу бәхете тейҙе. Күптәргә ғүмерлек иҫтәлек булып ҡалды. Үҙем дә бынан егерме йыл элек Бәләбәй ҡалаһында үткән “Илһам шишмәләре” конкурсында “Мин – лирик” тигән номинацияла еңеүем тураһындағы конвертты фәҡәт Гөлфиә апай асып тапшырғанын хәтергә төшөрөп,  ғүмеремдең онотолмаҫлыҡ матур хәтирәләренә бирелеп ултырҙым.

Оҙон юлды яҡынайтып килгән баш ҡала шағирәһенә ижади уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек һәм ижади уңыштар теләп хушлаштыҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Вадим ЯМАНҺАРОВ фотолары.

 

Һүҙ – тамашасыларға:

Лилиана БАТЫРШИНА,  мәктәп уҡыусыһы, 15 йәш:

– Миңә бөгөнгө мәҙәни ваҡиға бик оҡшаны, - ти. - Спектакль күңелле һәм күңелгә үтеп инерлек булды, ә оркестрҙар башҡарыуында башҡорт композиторҙарының музыкаһы айырыуса матур  яңғыраны. Башҡорт теле миңә үҙенең байлығы һәм аһәңлеге менән бик  оҡшай. Башҡорт музыка ҡоралдарынан ҡурай һәм ҡумыҙҙың  яңғырауын яратам. Башҡорт әҙәбиәтенән Мостай Кәримдең, Гөлфиә Юнысованың шиғырҙарын уҡырға яратам.

Лера КАБАА, мәктәп уҡыусыһы, 12 йәш:

– Туған телем – рус теле, ә башҡорт телен мәктәптә өйрәнәм.  Миңә ҡайһы бер өндәрҙе әйтеү ауыр, шуға күрә концерт минең өсөн сағыу тәьҫораттар менән өҫтәмә һабаҡ булып тора. Тәүҙә башҡорт мәҙәниәте һәм теле менән танышырға, уны яратырға, ә һуңынан өйрәнергә кәрәк, минеңсә. Бына спектакль башланыу менән тәүге тауыштар яңғырай, ә мин күҙҙәремде йомоп, урман алды аҡланын күҙ алдыма килтерҙем. Дирижерҙың ҡулын һелкетеүе була, балалайкаға бөтә оркестр ҡушыла. Аҡлан шунда уҡ сағыу яҡтылыҡ менән тула. Барыһы ла вальста әйләнә... Был тамаша бик мауыҡтырғыс булды.

Фәрит  ФӘХРЕТДИНОВ, хаҡлы ялда, 85 йәш:

 – Сәхнәлә туған телебеҙҙең яңғырауын ишетеп, ә залда йәштәр күп булыуын күреп, шул йәштәрҙең өн дә сығармай тамаша ҡылыуын һиҙеп, күҙҙәремә йәштәр тулды.

Улай ғына ла түгел, йәшлегемә ҡайтып әйләнгәндәй булдым был көндө. Сөнки нәҡ беҙҙең йәшлектә республиканың абруйлы шағирҙары ҡалаға килер ине, туп-тулы залдарҙа үҙҙәренең шиғырҙарын яттан да, китаптан уҡып та һөйләр ине. Хатта бер шағир ғына ла үҙе тотош концерт бирерлек ине бит. Ә беҙ, төрлө завод-фабрика эшселәре эркелешеп ошо тамашаларҙы ҡарарға килер инек. Гөлфиә һеңлемә, әлеге мәҙәни усаҡҡа ошондай хистәрҙе яңыртырға мөмкинлек биргән өсөн ҙур рәхмәтемде әйткем килә.

ҺҮҘ ҺӘМ МОҢ КӨҘРӘТЕ
ҺҮҘ ҺӘМ МОҢ КӨҘРӘТЕ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: