Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡ ҡыҙы донъя кинематографияһын һәм архитектураһын яулай

Стәрлетамаҡ ҡыҙы донъя кинематографияһын һәм архитектураһын яулай
Стәрлетамаҡ ҡыҙы донъя кинематографияһын һәм архитектураһын яулай

АҠШ кинофильмдарын ҡарарға яратыусылар күп. Унда төшөүсе актерҙар ҙа бихсап, әммә һүҙебеҙ улар тураһында түгел, шулай ҙа фильм тамамланғанда аҙағындағы исемлектәр теҙмәһе араһында Айгөл Абыҙгилдина тигән яҙыу күреп ҡалһағыҙ, белеп тороғоҙ(!), ул һеҙҙең яҡташығыҙ, Стәрлетамаҡ ҡыҙы! Ул ишетеп тә белмәгән һөнәр, әммә фильмдар ҡараған ваҡытта һәр кем күргән архитектура кинемотографияһы буйынса билдәле эксперт булып эшләй.

– Уҡыусыларым араһында Айгөл Абыҙгилдинаның эштәре һәр ваҡыт айырылып торҙо. Ниндәй генә эш булмаһын, уны юғары кимәлдә башҡара, бының өсөн уның идеялары ла, техник яҡтан мөмкинлектәре лә, шәхси һыҙаттары ла бар ине. Һәр эшләгән эше уйланып та, һоҡланып ҡарап торорлоҡ тәьҫораттар ҡалдыра, – ти Стәрлетамаҡтың художество мәктәбе директоры Владимир Курбатов үҙенең уҡыусыһы тураһында.
Уҡытыусыһы уның эшләгән картиналарын шулай баһалаһа, Айгөл үҙе уҡыған 33-сө мәктәптә уҡыусыны заманында һүрәттәре күргәҙмәһен ойоштороп ҙурлайҙар. Әйткәндәй, әле лә күрәгәҙмәне уның тыуған мәктәбендә күрергә була, уның эштәре әле лә күптәрҙе хайран итә.
Ижад кешеләрен тормош ҡайһы ғына яҡтарға алып бармай, ә Айгөлдөң тырышлығы һәм теләге уны сит илдә уҡырға алып китә.
– Стәрлетамаҡта йәшәгән саҡта мин сәғәттәр буйы ҡала урамдары буйлап йөрөргә ярата инем. Төрлө биналарҙы ҡарап, архитектура төҙөлөштәренә иғтибар итергә өйрәндем. Архитектураға ҡыҙыҡһыныу мине графика дизайны менән шөғөлләнергә этәрҙе, яңы белемдәр эҙләп Англияға уҡырға барҙым, тап унда бер юлы ике сәнғәт төрө: архитектура һәм кино буйынса юғары белем алырға була ине. Унда ла бик күп тәжрибәләр менән эшләргә тура килде, ниндәйҙер кимәлдә маҡсатыма ирештем, әммә, һаман да үҫеш эҙләп, Америкаға магистратураға уҡырға күсергә булдым, – тип һөйләй Айгөл үҙенең белем алыу юлы тураһында.
Шулай Бөйөк Британияла Кентербери, Оксворд, АҠШ-та Бостон, Массачусетс колледждарында «бишле»гә генә уҡып уҡыуын ҡыҙыл дипломдарға тамамлай. Яҡшы уҡығанға һәм алдынғы магистрлыҡ диссертацияһы әҙерләгән өсөн почетлы йөҙ йыллыҡ Эдвин Т. Стеффиан премияһы менән бүләкләнә. Режиссер, Америка архитекторҙар институты (AIA), Бостон архитектура колледжы экспертлы жюри ағзаһы вәкиле, DHK Architects (Бостон) дизайн студияһында архитектор булып һөҙөмтәле эшләп тә өлгөрә, уның ҡатнашлығында сыҡҡан кинофильмдар Халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә еңеүҙәргә өлгәшә.
Стәрлетамағын да онотмай ул, ата-әсәләре шәхси йорт төҙөргә булғас, үҙ архитектура проектын булдыра. Проект буйынса башҡорт егеттәре, ағас оҫталары ағалы-ҡустылы Вәхитовтар йортто һалып бирә. Ғәҙәти булмаған йорт Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы иғлан иткән конкурста ла ҡатнаша һәм призлы урынға өлгәшә, ошо көндәрҙә бүләкләү тантанаһы ла буласаҡ. Һөнәр һайлап икеләнгән сығарылыш уҡыусыларына Айгөл Абыҙгилдинаның белем алыуға ярған һуҡмағы теләгән һөнәрҙе үҙләштереү өсөн бер кәртәләр ҙә юҡ икәнлеген күрһәтеп тора. Ә икенсе яҡтан, бындай һөнәр үҙләштерер өсөн, орлоҡ бала саҡтан уҡ һалына. Башлыса кинемотографияла архитектура күренештәре булдырыу менән шөғөлләнгән белгес буш ваҡытында ғилми тикшереүҙәр ҙә алып бара, мәҫәлән, әлеге ваҡытта ул архитектура төҙөлөштәренең, биналарҙың кешегә тәҫьир итеүе өҫтөндә эшләй. Был тикшеренеүҙәргә өҫтәп, Стәрлетамаҡ архитектураһы донъя кимәлендәге эксперт һәм белгес үҫтереп сығарған тип яҙырға ла мөмкиндер.
Афарин, Айгөл, Стәрлетамаҡ ҡыҙы!

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: