Ашҡаҙар
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем…

Үткән йома ҡала мәҙәниәт һарайында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Еңеү Салюты» Республика халыҡ ижады фестиваленең «Беҙ хәтерләйбеҙ» концерты үтте.

Ул РФ Президенты указы буйынса 2023 йылдан Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә үткәрелә һәм 2025 йылда тамамланырға тейеш. Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм ҡала хакимиәте сығыш яһаны. Ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы фойела  ҡала мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры башҡарыуында хәрби марштар һәм һуғыш йылдары музыкаһы ҡаршы алды. Ошонда уҡ   ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм  «Ватан» хәрби-патриотик ойошма экспонаттары күргәҙмәһе ойошторолғайны..

Эксклюзив интервьюла республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльвира Әхмәтйәнова һөйләүенсә, фестиваль художество саралары менән Ватандың героик тарихын һәм хәрби данын пропагандалау, илһөйәрлек  тойғоһон тәрбиәләү, гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыу; традицион Рәсәй рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен яҡлау; һәүәҫкәр коллективтарҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү; фашизм ынтылыштарына ҡаршы тороу бурыстарын үтәй. Быйыл фестиваль республикала февралдә үк башланды. Шул ваҡыттан алып концерттар утыҙҙан ашыу муниципаль берәмектә уҙҙы. Ул конкурс нигеҙендә ике номинация буйынса үткәрелә: «Театрлаштырылған тамаша (театрлаштырылған концерт)» һәм «һәүәҫкәр рәссамдар күргәҙмәһе».

Кисәне асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын иҫтә тотоуҙың мөһимлеген иҫкә төшөрҙө һәм был концерттың иң яҡшы ижади номерҙары республика гала концертына эләгер тигән ышаныс белдерҙе.

Концерт «Дан уты» композицияһы менән башланып китте. Бейеү башҡарған ҡыҙҙарҙың күҙ яуын алып торған ҡыҙыл күлдәктәре, ысынлап  та, ут ялҡыны һымаҡ ине бит.  Бына һәлмәк кенә аҙымдар менән сал сәсле апай сәхнәгә күтәрелде. Уның улына мөрәжәғәт иткән монологын һәм улының тауышы менән ишетелгән яуаптар бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр ул. Артабанғы сығыштарҙы ла күҙ йәштәренән башҡа ҡарап булманы. Экранда ата-әсәләре менән һуңғы тапҡыр күрешкән балаларҙың һыуҙа панамаларының ғына йөҙөп йөрөүен күреү, ошо хаҡта «Ҡояшҡай» ансамбле сәхнәләштергән бейеүҙе ҡарау – айырыуса көслө тәҫьир итте. Шулай уҡ артабанғы сығыштарҙа  Ксения Алекссева башҡарған «Көт мине» йыры,  әлеге ваҡытта ире махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Олеся Спиридонованың «Мин көтөп аласаҡмын» йыры, шулай уҡ Данил Сөләймәнов, Глеб Радов башҡарыуындағы йырҙар, ижади коллективтар башҡарған бейеүҙәр, кадет мәктәбе уҡыусылары сығыштары,  «Тыуған моңдар» хоры   - барыһы ла йөрәктән – йөрәккә етте.

 Шуныһын да әйтмәй булмай – ватансылыҡ, илһөйәрлек мотивтары менән байытылған концертты ҡарарға ҡалабыҙҙың бөтә мәктәптәренән берәр генә класты йәлеп иткәндә лә зал тулы булыр ине…Ошо концерт программаһын май байрамдары алдынан тағы ла бер ҡабатлап күрһәтһендәр ине ул.  Ҡалабыҙҙың ижади коллективтар өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисерҙем.


Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

 

Ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем…
Ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: