Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан яҙыусылары «Китап-байрам» йәрминкәһендә наградалар алды

Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығына арналған саралар сиктәрендә әҙәбиәтселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Дәүләт наградалары һәм миҙалдары «Китап-байрам»икенсе халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙғарылған көндәрҙә тапшырылды.

Форум асылған көндә федераль наградаларҙы РФ Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай «Әҙәбиәттәге ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе менән бүләкләнде. Василий Шукшин миҙалы менән Салауат Әбүзәров, Зөһрә Бураҡаева һәм Гөлсирә Ғизәтуллина бүләкләнде. А.С. Пушкин миҙалдарын Мөнир Вафинға, Зөлфиә Ханнановаға, Александр Шуралевҡа һәм Миләүшә Ҡаһармановаға (Хәбиловаға) тапшырҙылар. Шулай уҡ бер нисә яҙыусы Рәсәй Яҙыусылар союзының почет грамоталарына лайыҡ булды. Китап йәрминкәһенең һуңғы көнөндә сараға йыйылыусыларҙы  РФ сенаторы, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова сәләмләне. Ул рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.Республиканың яҙыусылар йәмәғәтселеген ҡотлап, БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы — шатлыҡлы һәм ауыр мәлдәрҙә лә һәр ваҡыт кешеләр янында торған йәмәғәт ойошмаһы, тип билдәләне.

 - Беҙҙең яҙыусылар ойошмаһы-иң боронғоларҙың һәм хөрмәтлеләрҙең береһе. Уның үҫешендә төрлө мәлдәр була. Хәҙер, минеңсә, ул икенсе һулыш кисерә. Радий Фәрит улы Хәбировтың ярҙамы менән союз күтәрелеш кисерә, һәм һеҙ башлаған башланғыстарҙың күбеһе республика етәкселеге йөҙөндә хуплау таба, — тип билдәләне Урал Килсенбаев.

Р.ҒӘЛИМОВА.

Фото: интернеттан алынды.

Башҡортостан яҙыусылары «Китап-байрам» йәрминкәһендә наградалар алды
Башҡортостан яҙыусылары «Китап-байрам» йәрминкәһендә наградалар алды
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: