Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ТАМЫРҘАРЫҢДЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?

Яңыраҡ ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә йылдағыса Шәжәрә байрамы уҙҙы. Быға тиклемге шәжәрәләрҙә беҙ Ҡырмыҫҡалы районынан Мифтаховтар, Ғафури районынан Сөләймәновтар, Күгәрсен районынан Ҡайсаровтар шәжәрәһе менән танышҡайныҡ инде. Ә был юлы беҙгә "Шәжәрәм - нәҫелем тамыры" байрамын тәҡдим иттеләр. Ул Ғаилә йылына һәм Бөтә донъя ғаилә көнөнә арналды. Сараға Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы һәм Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж студенттары, уҡытыусылар, ағинәйҙәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килгән ине.  

Сараны “Хазина” фольклор төркөмө ағинәйҙәре, 62-се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре “Татыу ғаилә” тамашаһы менән биҙәне. Шәжәрә байрамында өс ғаилә: Андрияновтар, Юлғотлиндар һәм Собханғоловтар ғаиләләре үҙ нәҫел ептәрен байҡаны.
Ҡалабыҙҙың 1 - се лицей уҡыусыһы Андриянов Даниил үҙенең татыу, дәртле ғаиләһе хаҡында һәйләне.Беренсе класс уҡыусыһы өсөн Даниил бик матур мәғлүмәт бирҙе. «Минең бәләкәй ғаиләм атай-әсәйемдән һәм яратҡан бесәйемдән тора . Ә бынан тыш минең ҙур ғаиләмдә яратҡан өләсәйҙәрем һәм олатайҙарым бар» - тип, һәр ҡайһыһы хаҡында белешмә бирҙе. Хатта ғаилә тураһында шиғыр ҙа уҡыа ишеттерҙе ул.
Абдулҡадир Инан исемендәге китапхана хеҙмәткәре, китапханасы Ғәлимова Луиза Зәкәриә ҡыҙы үҙенең шәжәрәһе - Мәләүез районынан Юлғотлиндар нәҫеле менән таныштырҙы. Уларҙың нәҫеле ҡул эштәренә маһирлыҡтары менән дан тота, яһаған түшелдеректәре , биҙәүестәре күҙҙең яуын алып тора. Ә инде аталары эшләгән һандыҡты һәр кем үҙ өйөндә булдырырға теләй. Бынан тыш был ғаилә аш-һыуға ла бик оҫта икән. Беҙ быны Луизаның йыш ҡына сараларға килтергән күстәнәстәрен ауыҙ иткәнгә күрә беләбеҙ. Әйткәндәй, йәш ғаилә башта Өфөлә йәшәй, аҙаҡ Стәрлетамаҡҡа күсеп килә. Луиза үҙе Федоровка районында тыуып үҫһә лә, Ишембай районы Ғүмәр ауылы егетенә кейәүгә сығып, матур ғаилә ҡорған. Дан ғаиләләр иҫәбендә улар. Луиза Зәкәриә ҡыҙын ауылда егерле килен тип тә беләләр әле ул.

Ә минең коллегам , журналист, РФ һәм БР журналистар берлеге ағзаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорт ҡатын - ҡыҙҙар йәмғиәте ағзаһы Нәсимә Ҡасим ҡыҙы Собханғолова татыу, берҙәм, йыр - моңға маһир, көрәшселәр, хәрбиҙәр нәҫеле - Собханғоловтар менән таныштырҙы. Шул уҡ ваҡытта 2009 йылда Төркиәнән «Башҡорт шәжәрәләре» тигән китапты алып ҡайтып ошо китапханаға тапшырыуы хаҡында ла бәйән итте ул. Шул тиклем матур, ипле, тәүфиҡлы, тәртипле, талантлы ғаилә күҙ алдына баҫты. Улар нәҫеленән Ильяс Собханғоловтың ҡурай моңдары менән байрам күркәмләнеп китте. Нәсисә Ҡасим ҡыҙы сараны йыр башҡарып та биҙәне.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары етәксеһе Зөлфиә Әбделхәй ҡыҙы Йәғәфәрова ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, байрамдың мөһимлеген аңлатып, ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ғалимә, профессор, БР башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары етәксеһе урынбаҫары Вилә Искәндәр ҡыҙы Баймырҙина шәжәрәләрҙе, нәҫел тамырҙарын өйрәнеү ни өсөн кәрәклеге тураһында йәш быуынға аңлатты. Ошондай саралар ғаиләләрҙе генә түгел, шул сараларҙа ҡатнашҡан тамашасыларҙы ла рухи йәһәттән яҡынайта бит ул. Был күркәм сараны ойоштороусы китапханасыларға лайыҡ ғаиләләрҙе табып, уларҙы ҙур аудиторияға сығарыуҙары өсөн рәхмәт. Мин ике башҡорт ғаиләһенә яңы ғына сыҡҡан китабымды бүләк итергә вәғдә иттем, Ә Даниилға өс телдә яҙылған әкиәт китабын бүләк итмәксемен. Күркәм ғаиләләр артабан да шәжәрә байрамдарын биҙәһен!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

ТАМЫРҘАРЫҢДЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
ТАМЫРҘАРЫҢДЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: