Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

ТҮБӘТӘЙ ТЕГЕРГӘ ӨЙРӘНӘЙЕК, УНЫ ХӨРМӘТЛӘЙЕК

Аҡһаҡалдарыбыҙ һәр ваҡыт түбәтәй кейеп йөрөр булған, бының менән үҙенең белемлелеген, айырым ихтирамға лайыҡ булыуын күрһәтеп торған. Бер аҙ онотолоп барған баш кейеме йылдан йыл популярлыҡ яулай, сағыу төҫтәге биҙәктәр менән биҙәлгән ата-бабалар атрибуты йәштәр араһында киң ҡулланыла. Быға боронғо кейемдәрҙе эҙләүселәр, уларҙы тергеҙеп һаҡларға тырышыусы энтузиастарҙың да индергән өлөшө ҙур. Мәҫәлән, күптән түгел генә Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында Айгөл Сәйфуллинаның «Түбәтәй - милләт хазинаһы» тип аталған китап презентацияһы булды.

Һәр халыҡтың милли кейеме уның тарихын, йолаларын сағылдыра, ныҡлап өйрәнә башлаһаң ғына уның асылына төшөнә башлайһың. Кейемгә һалынған һәр биҙәк мәғәнәгә эйә, уның төҫө, урыны ла үҙе бер ишара. Уйлап ҡарағанда ҙур булмаған, әммә мөһим булған тән өлөшө башты ҡаплап торған түбәтәй яһауҙың да нескәлектәре, ҡағиҙәләре бар, уны яһағанда башҡа халыҡ биҙәктәре менән бутамау мөһим. Барыһына ла билдәле, башҡорттарҙа иң ҡиммәтле әйберҙе һандыҡтарҙа һаҡлау йолаһы бар, шулай быуындан-быуынға күсә килгән милли кейем үрнәктәре һаҡланып ҡалған, уларҙы ысын рәүештә милләт хазинаһы тип атарға була, шул иҫәптән боронғо түбәтәйҙәрҙе лә.

Китап авторы Айгөл Сәйфуллина һүҙҙәренсә, үҙе эшҡыуар булыуға ҡарамаҫтан, милли кейемдәр менән күптән үк мауыға башлаған. Түбәтәй тегеүҙе лә ял һәм үҙе өсөн ҡыҙыҡһынып өйрәнә ул. Милли баш кейеменең халыҡтың йәшәгән урынына бәйле төрлө түбәтәй үрнәктәрен күреп, биҙәктәрҙең һәм тегеү алымдарының айырылғанын теркәп бара. Был өйрәнеүҙәр нигеҙендә ул китапты сығара ла инде.
- Түбәтәйҙәрҙе өйрәнгән кеше, уның ниндәй халыҡтыҡы икәнен билдәләй ала. Мәҫәлән, китап яҙған мәлдә материал туплағанда шундай ҡыҙыҡлы осраҡ булды. Ҡомартҡы булараҡ һандыҡ эсендә һаҡланып килгән түбәтәй ҡулыма килеп әләкте, хужалары башҡорт түбәтәйе тип иҫбатланы. Әммә уның биҙәктәре киреһен һөйләй ине. Ысынлап та, һуңынан был түбәтәйҙең сит өлкәлә бүләк ителгәне асыҡланды. Түбәтәйҙәр борон бик ҙур ҡунаҡтарға бүләк итеп тапшырылған һәм һаҡланған, - тип һөйләп үтте китап авторы Айгөл Илдар ҡыҙы. Баш кейемдәренә бәйле төрлө ырым, юрауҙар әле лә һаҡланып ҡала, халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәрендә лә осратырға мөмкин. Беҙ уларҙы үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ҡағиҙә булыраҡ иҫләп ҡалғанбыҙ: яулыҡҡа ултырырға ярамай, яулыҡҡа баҫырға ярамай, баш кейемен өҫтәлгә һалырға ярамай, тигән тыйыуҙар ишеткәнебеҙ бар.
- Баш кейеме менән уйнама-башың ауыртыр, баш кейемен өйрөлтмә - башың әйләнер, тип киҫәтеп ҡуябыҙ. Тимәк халыҡ араһында ла баш кейеменә бәйле ырым ышаныуҙар йәшәгән, бәлки беҙ уларҙы һаҡлап та ҡалмағанбыҙҙыр, әммә улар бар, беҙҙең эске күңелебеҙҙә йәшәй. Был туранан тура түгелдер, әммә сәс йыһан менән, уның энергетикаһы менән бәйле тибеҙ, бейеүселәрҙең баш кейемдәрендәге тәңкәләр ҙә шулай уҡ эске асыл булып торған. Мәҫәлән, «Сыңрау торна» йырын алайыҡ, уны башҡарғандан һуң, шул кешенең башына тоҙ һибер булғандар, был уның башына насар көстәр инмәһен, тормошона насар тьәҫир итмәһен тип уйлағандар. Шуға күрә баш кейемен өйрәнеү даирәһе ҙур һәм кәрәкле, - тип һөйләп үтте филология фәндәре кандидаты, доцент Рәйсә Илишева.
Ысынлап та, түбәтәй эшләргә өйрәткән «Түбәтәй - милләт хазинаһы» китабы ҙур эштең бер өлөшө генә. Ғөмүмән алғанда, уҡыусылар, студенттар һәм һәр теләүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, дәрестәр һәм лекциялар уҡыла. Автор мәғлүмәт туплау өсөн музейҙар менән хеҙмәттәшлек алып бара, оҫталар менән фекер уртаҡлашыуҙар ҡора. Практик йәһәттән дә ҙур көс һалына, мәҫәлән, тиҙҙән түбәтәй яһау буйынса видео яҙма интерент селтәрендә баҫтырыласаҡ. Ҡарап торғанда ябай ғына булып күренгән түбәтәй үҙ эсенә тотош халыҡ мәҙәниәт һәм тарихын һыйҙыра. Башҡа халыҡтар ҙа түбәтәй кейә, әммә китап авторы үҙенең эҙләнеүҙәре аша башҡорт түбәтәйенең үҙенсәлекле һәм уникаль булыуын дәлилләүгә өлгәшкән.
- Китапты уҡыған һәр кем башҡорт халҡының төп баш кейеме менән танышасаҡ, халыҡтың тарихы, көн-күрешен күҙ алдына килтерә аласаҡ. Сөнки боронғо замандарҙа кеше кейгән түбәтәй семәрҙәре буйынса, уның ниндәй һөнәр эйәһе, тоҡомон билдәләргә мөмкин, - тине «Булат» тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге етәксеһе Айнур Үтәев.
Айгөл Илдар ҡыҙының китабы Мәҙәни башланғыстар буйынса президент фонды ярҙамында «Түбәтәй - милләт хазинаһы» грант проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Грант проектының төп авторы һәм башҡарыусыһы булып «Булат» тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге етәксеһе Айнур Фәнис улы Үтәев тора. Әйткәндәй, филология фәндәре кандидаты, доцент Айнур Үтәев быйыл бер юлы ике проектты тормошҡа ашырҙы. Тағы ла бер проект Президент гранттары фондының беренсе конкурсы еңеүсеһе булды.
Башҡарылған эш һөҙөмтәһен ҡала халҡы Юрий Гагарин исемендәге Мәҙәниәт һәм ял паркында барып күрә алды, унда «Тирмә» күсмә интерактив музей асылғайны. Проект ярҙамында ял паркы ҡунаҡтары башҡорт халҡының милли кейемдәре, тирмә эсендәге ойошторолош, халыҡ кәсептәре, төрлө экспонаттар менән таныша алды.
Милли юҫыҡта ҡоролған проекттар авторына артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ һәм яңы идеяларын тормошҡа ашырыуҙарын көтәбеҙ!

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: