Бөгөн, 8 июлдә, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәровты 50 йәше менән ҡотланы.
- Фәнүр Йәғәфәров алдында төбәктә киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген координациялау бурысы тора, - тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров юбилярҙы ҡотланы һәм был эште яҡшы ойошторғаны өсөн рәхмәт әйтте.
- Һеҙ, Фәнүр Мөхәрәм улы, ысын патриот һәм яугир. Мин һеҙгә «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙым һәм ошо документтарҙы тапшырырға теләйем», - тине Радий Хәбиров.
Ҡәләмдәшебеҙҙе беҙ ҙә ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ!