Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре" Бөтә Рәсәй акцияһы

"Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре" Бөтә Рәсәй акцияһы
"Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре" Бөтә Рәсәй акцияһы

Рәсәй халыҡтары традицияларын популярлаштырыуға йүнәлтелгән сара 10-30 июлдә "Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт" ведомство-ара мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә үтә.

Уны ойоштороусылар фекеренсә, илебеҙҙә йәшәгән һәр халыҡ бик күп әкиәт тыуҙырған.

- Ә әкиәт уйлап сығарыу, уны мауыҡтырғыс итеп һөйләү элек ҡул оҫталары һәм маһир һунарсылар менән бер рәттә торған, - ти улар.  

Үҙенең актер һәләтен йә әҙәби йәһәттән оҫталығын мәктәп йәшендәге һәр бала күрһәтә ала. Бының өсөн “Рәсәй халыҡтары әкиәттәре”, “Рус яҙыусылары әкиәттәре”, “Мин яҙған әкиәт” номинацияларында видео яҙҙыртырға һәм “Культурадляшкольников.РФ” порталындағы шәхси кабинетта сарала ҡатнашыу тураһында ғариза яҙырға кәрәк.

https://mgazeta.com/news/novosti/2024-07-10/segodnya-startuet-vserossiyskaya-ezhegodnaya-aktsiya-kulturnaya-subbota-skazki-narodov-rossii-3842625

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: