Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Илнур менән Фәйрүзә кеүек берҙәм, яҡты киләсәккә ынтылыусан, сәмле йәштәрҙең булыуы оло маҡтауға лайыҡ.

Ғаилә – ул матурлыҡ, мөхәббәт һәм бәхет утрауы. Тормошта, нисек кенә булмаһын, бәхетте ғаиләһеҙ, парһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Юҡҡа ғына һәр ғаилә – серле һандыҡ, тип әйтмәйҙәрҙер. Ысынлап та, һәр ғаилә үҙ йолалары, тәртибе һәм тормош ҡиммәттәре менән йәшәй. Һүҙебеҙ – шундай ғаиләләрҙең береһе, ҡалабыҙҙа ижад итеп йәшәүсе СӘЛИМГӘРӘЕВтар ғаиләһе хаҡында.

Ҙур кимәлдәге сара

2024 йыл илебеҙҙә “Ғаилә йылы” тип иғлан ителде һәм шуға бәйле бик күп мәҙәни саралар, конкурстар уҙғарылып тора. Мәҫәлән, Өфөлә Китап байрамында иң сағыу сараларҙың береһе беренсе республика Шәжәрә байрамының “Ғаиләм – ҡәлғәм” конкурсы үтте. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм балаларға, йәштәргә рухи, әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында үткәрелгән был сара һәммәһенең дә күңеленә хуш килде. Конкурста ҡатнашыр өсөн республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан барлығы 45 ғаилә ҡатнашырға теләк белдергән, ә финалға барлығы 8 ғаилә һайланып алынды.
Финалға үткән ғаиләләр араһында Стәрлетамаҡтан Сәлимгәревтар ғаиләһе лә бар. Был йәш, күркәм ғаилә йомғаҡлау этабында бик матур сығыш яһаны.
Ҡатнашыусы ғаиләләр конкурс талаптары буйынса “Минең ғаиләм”, “Ғаилә тантанаһы”, “Бишек йыры”, “Йондоҙло ғаилә” конкурстарында һәм үҙҙәренең шәжәрәһе тураһында сығыш яһанылар. Әйтергә кәрәк, бәйгегә ғаиләләр бик етди әҙерләнгәндәр. Шәжәрәләрен тәрәнтен өйрәнеүҙәре, төрлө номициялағы талаптарҙы теүәл үтәп, конкурс шарттары буйынса бай йөкмәткеле, матур сығыш яһауҙары һоҡландырҙы. Араларында 13 һәм 17 балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә ҡатнаштылар, һәр ғаилә үҙенсәлекле сағыу сығыштар яһаны, баһалама ағзалары ла был хаҡта бик матур һүҙҙәр әйтте.
Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Зөфәр Ғәтиәтуллин ғаиләләрҙең ныҡлы әҙерләнеүҙәре, шәжәрә төҙөүгә лә яуаплы ҡарауҙарын архив материалдарын ҡулланыуҙарын һәм Шәжәрә байрамының киңерәк ҡолас ала барыуын билдәләп үтте. Ул шулай уҡ киләсәктә, бәлки, төрки халыҡтарҙың дөйөм байрамы итеп тә уҙғарылыр, был бик ҡыҙыҡлы булыр ине, тигән фекерен дә әйтте.

“Ижади ғаилә” тип танылды!

Әлеге конкурста барлыҡ ҡатнашыусы ғаиләләр араһында иң йәш ғаилә Сәлимгәрәевтар “Ижади ғаилә” номинацияһына лайыҡ булды һәм аҡсалата сертификат менән бүләкләнде. Әйткәндәй, Сәлимгәрәевтар ғаиләһе быйыл “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2024” республика асыҡ конкурсы финалында “Ижади ғаилә” номинацияһында шулай уҡ 1-се урын яуланы.
Илнур сығышы менән Белорет районынан, ә ҡатыны Фәйрүзә – Баймаҡ һылыуы, Сибай башҡорт драма театрында осрашып, бергә эшләү дәүерендә ғаилә ҡорған. Әлеге ваҡытта улар Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында эшләй.
Бәхетле ғаиләлә нәҫелде дауам итеүсе Батырхан үҫә. Кескәй Батырхан бик мөләйем һәм бәләкәскә театр тормошонда ата-әсәһе менән репетицияларҙа, улар сығыш яһаған ваҡытта бергә ҡайнап йөрөргә тура килә. Ҡыйыу малай Өфөлә ике көн барған конкурста ата-әсәһе менән бергә сәхнәгә сыҡты.
Илнур менән Фәйрүзә икеһе бер өлкәлә эшләгәс, уртаҡ темалары күп. Ғаилә байрамы, Шәжәрә байрамы кеүек әһәмиәтле сараларҙа бергәләп ҡатнашып юғары һөҙөмтәләргә ирешәләр.

Үҙ традицияларын булдырған

Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ғаилә төшөнсәһе хаҡында бик аҡыллы фекер йөрөтә. Әлбиттә, был ике яҡтың да өлгөлө ғаиләнән сығыуынан киләлер.
Сәлимгәрәевтар йыл да май айы байрамдарында ике яҡтан да ата-әсәләрен осраштырып, матур ғаилә традицияһын барлыҡҡа килтергән. Был инде осрашыу ғына түгел, ә матур йолаға әүерелгән һәм туғанлыҡ ептәрен нығытыу яғынан да бик һәйбәт күренеш, сөнки ҡайһы ғына йоланы алма, ғаилә ҡиммәттәре төп йәшәү асылы, тормош кендеге булып тора. Шәжәрә байрамында уҙғарылған “Ғаиләм – ҡәлғәм” конкурсы ла иң тәү сиратта тормоштағы иң ҡәҙерле төшөнсәләр, ғаилә, ата-әсәләр, балалар, яҡындарҙың ни тиклем ҡәҙерле һәм мөһим икәнен күрһәтте.
Бөгөнгө көндә йәштәрҙең матур ғаилә ҡороп, күңелдәре ҡушҡан эштә эшләп, гөрләтеп донъя көтөүе һоҡландыра. Рухлы, йыр-моңға маһир йәштәр яратҡан тамашасыларына хеҙмәт итеүҙе төп бурыс итеп ҡуйған Сәлимгәрәевтар. Илнур менән Фәйрүзә кеүек берҙәм, яҡты киләсәккә ынтылыусан, сәмле йәштәрҙең булыуы оло маҡтауға лайыҡ. Тормош конкурстан ғына тормай, ә шулай ҙа төрлө конкурстарҙа ҡатнашып уңыштар яулаған талантлы артистар, күптәргә өлөгө булырҙай йәш ғаиләгә ижади уңыштар, ғаилә бәхете һәм яҡты хыялдарының тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала.


Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА, Ҡала мәҙәниәт һарайының бүлек мөдире.

Фотолар, ғаилә архивынан алынды.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: