Рәсәй лидеры реставрацияланған Ораниенбаум һарай-парк комплексына килде.Был Петергоф музей – ҡурсаулығының бер өлөшө, ул масштаблы тергеҙеү эштәренән һуң асыла. Дәүләт Башлығына яңыртылған Ҡытай һарайын – XVIII быуаттың рококо стилендәге уникаль архитектура ҡомартҡыһын күрһәттеләр. Дәүләт Башлығын мәҙәниәт министры Ольга Любимова, губернатор Александр Беглов һәм "Газпром" башлығы Алексей Миллер оҙатып йөрөнө. Реставрация компания ярҙамында үткәрелә.