Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Директор ғына түгел, ғалим да!

Харис Зәбих улы Әбдрәхимовтың исеме киң йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Бына хәҙер тиҫтәгә яҡын  йылдар инде ул Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры йөгөн тарта.

Директор ғына түгел, ғалим да!
Директор ғына түгел, ғалим да!

Бөгөн һүҙем уның етәкселек йәки ойоштороу һәләте тураһында түгел, күптәр өсөн яңылыҡ булған эшмәкәрлеге хаҡында. Харис Зәбих улы, өс йөҙгә яҡын кеше  эшләгән бер-нисә ижад коллективын берләштергән ҙур  ойошманы етәкләү менән бергә, фән менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба икән! Ошо урында уның хеҙмәт юлына ҡыҫҡаса ғына күҙ һалып алайыҡ. Был вазифаһына килгәнсе,  Харис Әбдрәхимов ябай уҡытыусынан башлап  төрлө тарафтарҙа яуаплы вазифаларҙа эшләп, бай тәжрибә туплаған. Ҡулына яңы ғына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Ғафури районы Ҡормантай ауылында уҡытыусы булып башлай. Артабан тыуған Күгәрсен районында (әйткәндәй, ул үҙе данлыҡлы Тәүәкән ауылы егете!) Комсомолдың райком секретары, ә 1988 йылдан 2002 йылға тиклем район мәҙәниәт бүлеге начальнигы, унан һуң дүрт йыл райондарындағы “Хеҙмәткә дан” гәзитенең  баш мөхәррире булып эшләп хеҙмәт багажын байыта. 

Яҙмыш уны йәнә Стәрлетамаҡҡа алып килә: 2006-2014 йылдарҙа Харис Әбдрәхимов З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында проректор, вуз Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы  итеп үҙгәртелгәс,  директор урынбаҫары була. Шунан йәнә үҙ районына ҡайтып, өс йылға яҡын район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләп ала. Ә 2016 йылда ул Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенә директор итеп тәғәйенләнә.

Әле күптән түгел генә уның  “Башҡорт теленең метрологик лексикаһы” тип аталған китабы донъя күрҙе. Ғилми йыйынтыҡта үлсәү берәмектәренә лексик-семантик, функциональ анализ яһала.
Ғилми хеҙмәттең әһәмиәте шунда – унда башҡорт тел ғилемендә беренсе  тапҡыр метрологик лексиканы һәм нумератив һүҙҙәрҙе өйрәнеү тарихы анализлана. Унда метрологик лексика билдәле бер үҙенсәлектәре менән айырып күрһәтелгән. Кешенең телмәр һәм практик эшмәкәрлегендә, халыҡтың донъяға ҡарашын сағылдырыуҙа, хәҙерге заман башҡорт әҙәби теленең үҫешендә метрологик лексиканың роле билдәләнгән, башҡорт телен лексик-семантик һүҙлек составының төрлөлөгөн өйрәнеүгә ҙур өлөш индерелгән.

Ғилми эштең практик әһәмиәтенә килгәндә, был әсбап мәктәптәрҙә, урта һәм юғары уҡыу йорттарында туған телде өйрәнеүҙә бик кәрәкле ҡулланма булып тора. Ул шулай уҡ Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен уҡытыуҙа ла файҙалы буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында хәстәрлек күрә, уны һанлаштырыу буйынса күп эштәр алып бара.  

Ул шулай уҡ, 17 ғинуарҙа үткән “Туған телдәр сәғәте”ндә киләсәккә бурыстарҙы билдәләп, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһына ярҙам, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, полилингваль гимназиялар селтәрен үҫтереү, дәүләт һәм муниципаль власть органдарында кәңәшмә ваҡытында республиканың дәүләт телдәрендә сығыш яһау, туған телде үҫтереү буйынса китаптар сығарыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡҡайны. Республика етәксеһенең идеяһы, тапҡыр яңғыраған һүҙҙәре тормошҡа ашырыла, тимәк.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

 

 

Директор ғына түгел, ғалим да!
Директор ғына түгел, ғалим да!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: