Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
4 Октябрь , 17:50

“Ҙур гастролдәр” башланды

“Ҙур гастролдәр” федераль программаһы сиктәрендә  Йошкар-Оланан  Константинов исемендәге  Академия  Рус драма театры артистары Стәрлетамаҡҡа килде. Улар Стәрлетамаҡ Рус драма театрында 6 октябргә тиклем сығыш яһайҙар һәм тамашасыларға биш спектакль, шул иҫәптән балалар өсөн бер постановка күрһәтәсәк.

“Ҙур гастролдәр” башланды
“Ҙур гастролдәр” башланды

Кисә ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ Рус драма театрында матбуғат кәңәшмәһе булды. Ҡалабыҙҙың журналистары, театрҙың ирекмәндәре, блогерҙар берләшмәһе вәкилдәренең һорауҙарына Рус драма театры директоры Виктория Замесина, Константинов исемендәге Рус Академия  драма театры директоры Валерий Андреев һәм шулай уҡ  РФ-ның атҡаҙанған артисы Юрий Синьковский һәм Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған  артисы Юлия Охотникова яуап бирҙе.

Бик йылы һөйләшеү булды:  сәнғәткә һөйөү, театрҙарҙың оҙайлы дуҫлығы, алмаш гастролдәрҙең мөһимлеге тураһында һүҙ барҙы.

Кәңәшмәлә шулай уҡ режиссер Константин Хотяновский ҡуйған “Девичник над вечным покоем”  тигән легендар спектаклде һәм унда  уйнаған Стәрлетамаҡ Рус театрының бөйөк актёрҙары Николай Панов, Валентина Бродская, Зоя Киреева, Вера Новиковаларҙы  һағынып иҫкә алдылар.
Виктория Замесина театрҙар  бер-береһен күптән белә, Йошкар-Оланан  актерҙар ҙа беренсегә килмәй, тип билдәләне. Юлия Охотникова ла Стәрлетамаҡҡа килеүҙәре тураһында хәтирәләре менән бүлеште:

- Беҙ Стәрлетамаҡта ун йыл элек булғайныҡ. Ул саҡта беҙҙең балабыҙ берәү ине, оҙаҡ ҡына ваҡыт башҡаса  балабыҙ булманы. “Красноусолда  шундай икона бар, әгәр унан һораһаң, ул ярҙам итә”, тип кәңәш иттеләр. Беҙ буш ваҡыт табып Красноусол ҡасабаһына барып килдек.  Шунан һуң йәнә бер балабыҙ тыуҙы. Был юлы инде беҙ бында бишенсе бала менән килдек... Һеҙҙә барыһы ла шул тиклем матур – ҡалағыҙ ҙа, театрығыҙҙың бинаһы ла. Элекке таныштар менән әле лә аралашабыҙ, йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлайбыҙ, премьералар артынан күҙәтеп барабыҙ.”

 Юрий Синьковский ҙа тәьҫораттары һәм ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән бүлеште:

“Стәрлетамаҡ театры менән беҙ күптәнге таныштар. Актерҙар мөхитендә шундай төшөнсә бар“ҡарындашлыҡ”. Стәрлетамаҡ Рус драма театры менән  Константинов исемендәге  Рус Академия драма театры күптәнге “ҡарындаштар”.

Стәрлетамаҡ театры нимәһе менән ҡыҙыҡлы һуң?

Беләһегеҙме, беҙ ҡасандыр бында тәүге тапҡыр килгәндә бында театр еҫе барлығын тойҙоҡ. Һәм был театрҙа артистар нимәлер теләй. Ә был – театр өсөн иң ғәжәйеп һәм кәрәк нәмә. Ни өсөн тигәндә, минең бер  таныш әйтмешләй, донъялағы иң ялҡау кешеләр  ул... артистар. Ғәжәп, был театрҙа артистар ялҡау түгел, улар нимәлер теләй!”, - тине актер  уй-хистәрен йәшермәй.

Валерий Андреевтың Стәрлетамаҡҡа тәүгә килеүе икән. “Был ҡалала ла, театрында ла уңайлылыҡ һәм йәмлелек һиҙелә. Үҙ өйөмдә йөрөгән һымаҡ хис итәм. Беҙҙәге театр ҙурыраҡ, һеҙҙең театрығыҙ бәләкәйерәк, бәләкәйерәк булғаны яҡшы, сөнки бәләкәй урын йылыраҡ һәм ҡотлораҡ була”, - тине Йошкар-Ола театры директоры.

Константинов исемендәге  Рус Академия драма театры Стәрлетамаҡҡа “Әбейҙәр сыуағы” (“Бабье лето”), “Корсиканка”, “Сит кеше менән ғаилә портреты” (“Семейный портрет с посторонним”), “Торчаловса  ғишыҡ тотоу”, (“Страсти по Торчалову” һәм  “Борсаҡ бөртөгөндәге принцесса” (“Принцесса на горошине”) спектаклдәрен килтергән.

Әйткәндәй, Йошкар-Ола театры “Борсаҡ бөртөгөндәге принцесса” (“Принцесса на горошине”) тип аталған матур, музыкаль әкиәте менән кескәй тамашасыһын һөйөндөрөп тә өлгөрҙө инде. Ябай ғына ҡыҙҙың ғашиҡ принц өсөн иң матур, берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ принцесса булғанын күргегеҙ киләме? Улайһа, был шәп әкиәтте күреп ҡалырға ашығығыҙ, кескәй дуҫтар! (6 октябрь, сәғәт 12.00-дә була).

Ҡунаҡтар кисә кис  А.Менчелл пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән  “Әбейҙәр сыуағы” лирик  комедияһын күрһәтте. Өс әхирәттең йылдар аша килгән эскерһеҙ дуҫлығы хаҡындағы спектакль тамашасы күңеленә хуш килде.

Бөгөн сәғәт 19.00-дә – И.Губачтың  “Корсиканка”  героик комедияһы күрһәтелә – император Наполеондың һуңғы һөйөүе тураһындағы ирониялы тарихы, тормош мәғәнәһен һәм ысын хистәрҙе эҙләү тураһындағы әҫәр.

 5 октябрь сәғәт 18.00-дә – С.Лобозеровтың  “Сит кешеләр менән ғаилә портреты” (“Семейный портрет с посторонним”) комедияһы күрһәтелә.

 6 октябрь сәғәт 18.00-дә – Н.Вороновтың “Торчаловса  ғишыҡ тотоу”, (“Страсти по Торчалову”) фантазияһын ҡарарға була.
Әйткәндәй, спектаклдәргә билеттар шунда уҡ һатылып бөткән, ҡалмаған тиерлек. Шәп спектаклдәрҙән ситтә ҡалмағыҙ!
 
Билеттарҙы https://rusdramteatr.ru/affiche
https://sterlitamak.kassy.ru/ сайттары аша һәм театр кассаларында һатып алырға була:

Фотолар Стәрлетамаҡ Рус драма театры сайтынан алынды.

 





“Ҙур гастролдәр” башланды
“Ҙур гастролдәр” башланды
“Ҙур гастролдәр” башланды
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: