Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЯҠТАШЫБЫҘ – МӘСКӘҮ ҠУНАҒЫ

Халыҡтар берҙәмлеге көнө яҡынлашып килгәндә  ҡалабыҙҙың 3-сө китапханаһында прозаик, тәнкитсе, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтының әҙәби оҫталыҡ уҡытыусыһы, Рәсәй яҙыусылар союзының йәш әҙәбиәтселәр советы рәйесе, Рәсәй яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, яҡташыбыҙ (ул Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән) Андрей Тимофеев менән ижади осрашыу үтте.

ЯҠТАШЫБЫҘ – МӘСКӘҮ ҠУНАҒЫ
ЯҠТАШЫБЫҘ – МӘСКӘҮ ҠУНАҒЫ

Мин уны тәү тапҡыр ошо йылдың май айында Өфө ҡалаһында «Китап» байрамы сиктәрендә үткән пленар ултырыштағы сығышынан яҡшы беләм. Ул сығыш яһағанда эстән генә яҡташым өсөн ғорурланып ултырғайным. Әлеге осрашыу ҙа «Китап тураһында һөйләшеүҙәр» проекты сиктәрендә «Рәсәй мәҙәниәт фонды» грантын файҙаланып тормошҡа ашырыла. Сарала «СТЕ-ЛИТ» әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзалары, китапханасылар, урындағы яҙыусылар һәм студенттар ҡатнашты.

Андрей Николаевич әҙәбиәттәге әҙәби процесс һәм заманса тенденциялар, «Һүҙ» премияһы (уның тәүге лауреаттарын декабрҙә үк беләсәкбеҙ), шиғриәткә ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы хаҡында һөйләне. Яҙыусының кем икәнен һәм графомандан нимә менән айырылып тороуын аңлатырға тырышты, үҙенә ҙур йоғонто яһаған китаптар һәм үҙенең бала сағы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Үҙенә оҡшаған замандаш шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Бынан тыш китап сығарыуға ҡағылышлы күҙәтеүҙәренә туҡталып үтте, төплө кәңәштәрен бирҙе.
 Күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу йәнле, ирекле һәм бик ихлас килеп сыҡты.  Сөнки  яҙыусы менән әҙәбиәт һөйөүселәр араһын тоташтырыусылар булып китапханасылар торҙо. Андрей Тимофеев башлап яҙыусыларға һәм шағирҙарға үҙҙәрен танытырға ярҙам итә алған бер нисә алгоритм тәҡдим итте. Һәм, моғайын, төп рецепт – ижад итеү, көнөнә ике юл булһа ла яҙыу. Шулай уҡ ул башлап яҙыусыларҙы танылыу көтмәйенсә ижад итергә, әҙәби фестивалдәрҙә, ижади проекттарҙа һәм оҫтаханаларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Ысынлап та әҙәби процесс дауам итһен, туҡталып ҡалмаһын өсөн яҙырға ла яҙырға кәрәк.

Быны һәр кем белһә лә, доға ҡабатлауҙан иман иҫкермәй…Мәскәү ҡунағы менән күрешеүҙәр дауамлы булһын. Халыҡтар берҙәмлеге сәскә атһын!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы сайтынан.

ЯҠТАШЫБЫҘ – МӘСКӘҮ ҠУНАҒЫ
ЯҠТАШЫБЫҘ – МӘСКӘҮ ҠУНАҒЫ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: