Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
15 Ғинуар 2025, 17:00

Ғәли Ибраһим премияһына тәҡдим ителде

Бәхет асҡысын ижадта тапҡан Баш ҡалабыҙҙа уҙған “Китап байрамы”нда БР һәм РФ Яҙыусылар һәм Журналистар союздардары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Ғәлимованың “Бәхетте аңлар йәштә” исемле китабын алдым. Авторҙың ижады менән социаль селтәрҙә таныш инем инде, шиғырҙарын уҡығас та күңелемә ятҡайны. Ә шағирәнең үҙе менән Ауырғазы район китапханаһында уҙған ижади кисәлә осрашырға насип булды.

Ғәли Ибраһим премияһына тәҡдим ителде
Ғәли Ибраһим премияһына тәҡдим ителде

Римма Ғәлимованың шиғырҙары ҡыйыу фекерле булыуы, ихласлығы менән күңелгә үтеп инә. Һәр бер шиғыры ҡабатланмаҫ, нескә лирика менән һуғарылған. Сағыштырыуҙар, һүрәтләү алымдарын бик оҫта ҡуллана шағирә. Тәрән уй-тойғолар, күңел кисерештәре аша тыуған шиғырҙары – донъялағы иң бөйөк хис – мөхәббәткә арналған. Шулай уҡ бөгөнгө йәшәйеш, ил, тел яҙмышы хаҡындағы шиғырҙары ла “Бәхетте аңлар йәштә” китабында урын алған. Тыуған яҡтарына арнап яҙған шиғырҙарында һағыныу, юҡһыныу ғына түгел, тарихына, үткәне һәм киләсәге хаҡында уйланыуҙар, яҡташтары менән ғорурланыу тойғолары ла бар. Ауылда тыуып-үҫкән кеше булараҡ, хеҙмәт кешеһенә, игенсе һөнәренә, йолаларҙы һаҡлар ауыл тормошона арналған шиғырҙары ла етәрлек яҙыусының.

“Ер йөҙөндә ошонан да бөйөк

Ниндәй һөнәр тиеп баш ватма!

Игенсене данлап һәр ҡайҙа ла

Сәләм бирә алтын башаҡтар”.

Уҡып белем алған, шунда төпләнеп, ғүмер буйы хеҙмәт иткән Стәрлетамаҡ ҡалаһына арнап яҙылған шиғырҙарына иң йылы күңел кисерештәрен һалған Римма Ғаяз ҡыҙы.

“...Стәрлетамаҡ, һин уратҡан мөхит

Минең булмышыма ҡағыла.

Һин биләгән урын ер йөҙөндә

Йыһан киңлегендә сағыла”.

 

“...Мин бәхетле һиндә уҡығанға,

Хыялдарым ашты бойомға,

Алған белем менән ғүмер буйы

Бәхет ямғырына ҡойонам...”

– тип яҙа ул белем усағы – Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты тураһында.

Әсәлек хистәрен иҫ киткес кинәйәлек, оҫта сағыштырыу юлдары менән асҡан яҙыусы.

“Әхирәттең туны, эй, килешә:

Көҙгөләргә ҡарап ут йотам.

Буй етмәҫкә үрелмәҫкә күндем,-

Нисәмә йыл бала уҡытам...”

йәки

“Үпкәләмәм, үкенмәм дә,

Балаҡайым-һинең дауам,

Сабый ҡосҡан әсә булып,

Мин донъяға ҡабат тыуам...”

Римма Ғәлимова лирик геройға арнап яҙған шиғырҙары аша мөхәббәттең асылын, уның тәрәнлеген, бөйөклөгөн уҡыусының күңеленә еткереүгә өлгәшә. Ҡыйыу тәнҡит, “күҙгә ҡарап” тураһын әйткән шиғырҙары булыуы – яҙыусыға мәртәбә өҫтәй, хәйер, ысын шағир дөрөҫлөктән ҡурҡырға тейеш түгел... “Оят түгелме?”, “Өмөт”, “Йөрәгемде бирәм” һәм башҡа шиғырҙары  - тап шундай.

Римма Ғәлимованың “Бәхетте аңлар йәштә” китабы, ғөмүмән, шағирәнең ижады оло баһаға, хөрмәткә лайыҡ тип иҫәпләйем.

Минира БИКӘНӘСОВА, шағирә, уҡытыусы.

Ауырғазы районы.

Ғәли Ибраһим премияһына тәҡдим ителде
Ғәли Ибраһим премияһына тәҡдим ителде
Автор: Римма Галимова
Читайте нас