Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2025, 17:20

“КҮҢЕЛЕМДӘ – МОҢ ҺӘМ ДӘРТ, ЙӨРӘГЕМДӘ – МӨХӘББӘТ”

Гүзәлиә Татлыбаева... Стәрлетамаҡ тамашасыһына күптән таныш исем. Стәрлетамаҡ филармонияһы йырсыһы моңло йырҙары менән байтаҡ концерттарҙы биҙәй, үҙенсәлекле тауышы менән тамашасыһын әсир итә. Әйткәндәй, ул иртәгә, йәғни 3 апрелдә, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә тәүге тапҡыр айырым концерт менән сәхнәгә сығасаҡ.  

“КҮҢЕЛЕМДӘ – МОҢ ҺӘМ ДӘРТ, ЙӨРӘГЕМДӘ – МӨХӘББӘТ”
“КҮҢЕЛЕМДӘ – МОҢ ҺӘМ ДӘРТ, ЙӨРӘГЕМДӘ – МӨХӘББӘТ”

Гүзәлиә Фәтих ҡыҙы Ырымбур өлкәһендә тыуһа ла Ейәнсурала үҫкән. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһының туғыҙынсы класында уҡығанда тәү тапҡыр Мәғфирә Ғәлиева исемендәге конкурста “Яраттым мин рус егетен” тигән йыр менән ҡатнашып, башҡарыусылар араһында 2-се урын яулай. Мәктәпте тамалағас ҡайҙа барырға тигән һорау тормай. Өфө сәнғәт училищеһынына уҡырға инә.

Стәрлетамаҡ менән яҙмышы уның 2006 йылда бәйләнә. Филармонияға бер туған ҡустыһы Рәил Татлыбаев саҡырыуы буйынса килә. Шунда уҡ “Ашҡаҙар таңдары”ның гала-концертында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нурислам Яхин менән бергәләп йырлай.

Йырсы үҙен электән үк төрлө һөнәри конкурс-бәйгеләрҙә камиллаштыра. Мәҫәлән, 2003 йылда ул Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йыр конкурсында “Өмөт” номинацияһына лайыҡ була. Ә 2013 йылда “Башҡорт йыры” телевизион конкурсында Бәхти Ғайсиндың “Кил иркәм” йыры менән 2-се урын яулай.

Йыр-моң һәләте уға өләсәһе Фәйрүзә Абыҙованан бирелгән. Унан хатта Флүрә Килдейәрова килеп халыҡ йырҙарын өйрәнгән булған. Әсәһе яғынан да, атаһы яғынан да халыҡ йырҙарын башҡырыусылар, ҡурайсылар бар. Әйтергә кәрәк, ҡустыһы үҙаллы ҡурайҙа өйрәнгән.

Гүзәлиә булмышынан да, ғаиләһенән дә бик уңған. Тормош иптәше Шамил Әмир улы ижадында ҙур терәк. Улы Әлфир – район эске эштәр идаралығында участка полиция хеҙмәткәре, ҡыҙы Гөлсирен – колледж студенты, буласак финанс белгесе. Был йәһәттән йырсы үҙе: “Минең өсөн бәхет – ғаиләм, ата-әсәмдең иҫән булыуы һәм яратҡан эшем”, – ти. Төптән уйлаһаҡ, тулы бәхетле бит Гүзәлиә Фәтих ҡыҙы!

Стәрлетамаҡ тамашасыһына тәҡдим ителәсәк “Күңелемдә – моң һәм дәрт, Йөрәгемдә – мөхәббәт” тигән концертында Гүзәлиә халыҡ һәм хеҙмәттәшлек иткән композиторҙары йырҙарын башҡарасаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы Азамат Асаинов, Зөлфиә һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Әүбәкеровтар, йырсы, күп конкурстар лауреаты Айгиз Уйылданов, Бейеү театры, Рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артистары, бейеүселәр Сулпан һәм Радмир Басировтар сығыш яһаясаҡ. Ә инде  махсус ҡунаҡтар итеп, курсташтары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Шаһыбалов һәм Фәриҙә Ғаззалова саҡырылған.

Ике тиҫтәгә яҡын йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған Гүзәлиә Татлыбаеваның күңелендәге моң һәм дәртен ишетергә, йөрәгендәге мөхәббәтен белергә теләһәгеҙ – концертына рәхим итегеҙ!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото йырсының шәхси архивынан алынды.

“КҮҢЕЛЕМДӘ – МОҢ ҺӘМ ДӘРТ, ЙӨРӘГЕМДӘ – МӨХӘББӘТ”
“КҮҢЕЛЕМДӘ – МОҢ ҺӘМ ДӘРТ, ЙӨРӘГЕМДӘ – МӨХӘББӘТ”
“КҮҢЕЛЕМДӘ – МОҢ ҺӘМ ДӘРТ, ЙӨРӘГЕМДӘ – МӨХӘББӘТ”
Автор: Римма Галимова
Читайте нас