Был байрам төрлө һөнәр ияләрен һәм милләт кешеләрен яҡынайтты, уларҙы шиғриәткә булған һөйөү берләштерҙе. Башта «СтеЛит» ижади берекмәһе ағзалары Ольга Евстафьева, Альберт Гафаров, Александр Сергеев, Марина Калитенко, Ирина Пименова, Ольга Демина, Ольга Литовченко, Эльвира Степанова, Эмиль Шәймәрҙәнов һәм башҡалар сығыш яһаны. Шулай уҡ йөрәктән сыҡҡан шиғырҙарын «рокстрок» йәштәр ижади берекмәһе ағзалары Яна Жигалова, Хусникамал Кривицкая, Татьяна Мавлиханова һәм Артур Чагин һөйләне, Артур үҙе ижад иткән йырҙы ла башҡарҙы. Сәхнәлә арабыҙҙан иртәрәк киткән Павел Осипов һәм Ирина Зуенкованың шиғырҙары ла яңғыраны. Тамашасыларҙы Ләйсән Майская, Рената Нарди, Эльвира Миңлебаева, Катрин Фортуна, Валентина Кузнецова Һәм Владимир Битунов үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы. БР Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Римма Ғәлимова ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Сәғетдин улы Зиннәтуллинға һәм Ҡала мәҙәниәт йорто етәксеһе Флүр Миҙхәт улы Садиҡовҡа шиғриәт кисәһе үткәрергә тап әлеге күркәм залды биргәндәре өсөн ихлас рәхмәттәрен еткерҙе.
Башҡорт һәм шағирҙары Рита Фәтҡуллина, Вәрис Аҡбашев, Кәрим Булат, Гөлкәй Исмәғилева, Зөһрә Үтәғолова, Вилә Баймырҙиналарҙың сығыштарын тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Осрашыуҙы «Оптимистар» педагогик хеҙмәт ветерандары хоры ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңлеғәле Хөснөтдинов һәм йырсы Наталья Вәлинурова матур йырҙары менән биҙәне.
Р.ҒАЯЗОВА.