Улар ижад кешеләренең йәмғиәттең рухи йөҙөн формалаштырыуҙа, һәр кешенең тормошона матурлыҡ һәм гармония индереүҙә хеҙмәтенең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һөнәри эшмәкәрлегендә уңыштар һәм именлек теләне.
Һуңынан бүләкләү тантанаһы башланды. Ҡалабыҙҙың 38 мәҙәниәт хеҙмәткәре Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы профсоюздар Федерацияһының һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы профсоюз ойошмаларының территориаль берекмәһенең ҡала координация Советының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Тантаналы өлөштән һуң картиналар галереяһында интеллектуаль ярыш квиз-уйын башланды, унда мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре төрлө өлкәләрҙә: һынлы сәнғәт, музыка, тарих, әҙәбиәт буйынса һорауҙарға яуап эҙләп баш ваттылар. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған мәсьәләләрҙә үҙ белемдәрен күрһәтттелә. Айырыуса ҡалабыҙ тарихына бәйле һорауҙар ҡыҙыҡлы булды Был йәһәттән китапханасыларға еңелерәк булғандыр тим.Квиз турҙары араһындағы тәнәфестә тамашасыларҙы балалар сәнғәт мәктәбенең талантлы уҡыусылары үҙ һәләттәре менән шатландырҙы: Мия Кардава «Аҡыллы бесәй» тигән хисле йыр башҡарҙы, Ә Лидия Широбокова менән Лейлә Григорьева дуэты Ю.Должиковтың нәфис «Элегияһын» тәҡдим итте. Байрам кисәһе ҡала мәҙәниәт Һарайы артистарының сағыу сығышы һәм квиз еңеүселәрен бүләкләү менән тамамланды.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.