«Быйыл китап индустрияһын үҫтереү менән шөғөлләнгән бөтә төп ойошмалар Өфөлә йыйыласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды мәҙәниәт министры. – Беҙ илдең иң күп китап уҡыусы төбәге һәм әҙәби флагманы статусын алдыҡ. Был ваҡиға Рәсәй китап союзының идара ултырышын «Китап байрамы»нда уҙғарыуға сәбәп булды, унда китап уҡыу мәҙәниәтен, китап индустрияһын үҫтереү һәм һаҡлау мәсьәләләре тикшереләсәк. Шулай уҡ билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре Владимир Мединский Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары менән осрашасаҡ, ә илдең алдынғы китапханалары Рәсәй Китапхана ассоциацияһы етәкселегендә кәңәшмәгә йыйыла. Китап нәшриәтселәре ассоциацияһы ла йәрминкә барышында милли әҙәбиәттәр конкурсын үткәрергә тәҡдим итте. Китап һатыу буйынса түңәрәк өҫтәл дә үтәсәк».
«Китап байрамы»ның өс көнө лә айырым темаға арнала.
30 май – йәрминкәнең беренсе көнө «Батырлыҡ тураһында һүҙ» тип атала һәм Еңеүҙең 80 йыллығы менән Ватанды һаҡлаусылар йылына арнала. Программа тематик осрашыуҙарҙы һәм Рәсәй Армияһы Театрының киске спектаклен үҙ эсенә ала.
31 майҙың программаһы – «Мәңгелек тураһында һүҙ» – иғтибарҙы классик һәм академик әҙәбиәткә йүнәлтәсәк. Кискеһен Рәсәйҙең халыҡ артистары Екатерина Рождественская, Ильза Лиепа һәм Александра Захарова ҡатнашлығында «Династия» спектакле көтөлә.
1 июндең программаһы «Киләсәк тураһында һүҙ» тип атала һәм балаларға арналған. Балалар яҙыусылары Александр Усачев һәм Валентин Постников менән осрашыуҙар уҙасаҡ. Йәрминкәнең йомғаҡлау көнөндә Балалар йыйылма хоры «Мәңгелек юлдар» программаһын тәҡдим итә, унда 600-ләп бала йырлай.
Ысынлап та, «Китап» байрамы йылдан-йыл сағыуыраҡ ойошторола. Мәртәбәле саранан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Фотолар: интернеттан алынды.