Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
4 Июль 2025, 10:40

Айгиз Баймөхәмәтов яңынан рәйес итеп һайланды

Кисә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһында «БР Яҙыусылар Союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының дөйөм йыйылышы үтте, уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, шулай уҡ РФ Яҙыусылар Союзы идараһының яуаплы секретары Николай Иванов ҡатнашты.

Айгиз Баймөхәмәтов яңынан рәйес итеп һайланды
Айгиз Баймөхәмәтов яңынан рәйес итеп һайланды

Ойошманың яңы Уставы тикшерелде һәм ҡабул ителде, Шулай уҡ «БР Яҙыусылар Союзы» төбәк  йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе итеп Айгиз Баймөхәмәтов һайланды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәмғиәтте туплау процесында яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың айырым ролен билдәләне. Хәҙерге донъя, шулай уҡ Башҡортостан яҙыусыларына ярҙам саралары тураһында һөйләне.

- Башҡортостандың яҙыусылар союзына беҙ етди партнер кеүек ҡарайбыҙ, уның фекеренә һәр ваҡыт ҡолаҡ һалабыҙ. Был бик абруйлы ойошма, һәм яҙыусыларҙың тормошҡа ҡарашына, уларҙың ниндәй гражданлыҡ позицияһына бәйле. Һүҙ оҫталарыбыҙ республикала тыныслыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Уларҙың ижады хәҙер, махсус хәрби операция ваҡытында, айырыуса әһәмиәткә эйә. Улар беҙҙең яугирҙарға әүҙем ярҙам итә, хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн төрлө акциялар үткәрә, гуманитар ярҙам йыя, бөтә республика менән бергә маскировка селтәрҙәре бәйләй. Уларҙың күбеһе алғы һыҙыҡта булды.Шул рәүешле Башҡортостанда заманса хәрби проза барлыҡҡа килде. Республикабыҙ яҙыусылары менән осрашыуҙа беҙ уларға күрһәткән ярҙамды һәм алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы тағы бер тапҡыр тикшерҙек. Ҡыҙыҡлы башланғыстар бар, алда - күп эш тора. Бөгөн Башҡортостан Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе итеп йәнә Айгиз Баймөхәмәтов һайланды. Ҡотлайым һәм уңыштар теләйем! Хәтерегеҙгә төшөрәм, күптән түгел республикабыҙҙың дуҫы Владимир Мединский Рәсәй яҙыусылар Союзы рәйесе булды. Владимир Ростиславовичтың ярҙамын бик хуплайбыҙ һәм уның етәкселегендә илдең әҙәби тормошонда мөһим ыңғай үҙгәрештәр буласағына ышанабыҙ, - тине Радий Фәрит улы.

Яҙыусыларҙың иң яҡшы вәкилдәренә дәүләт һәм ведомство наградаларын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм БР матбуғат һәм мәғлүмәт саралары буйынса Агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында күрше Ауырғазы районынан шағир Вәрис Аҡбашев, Ишембай ҡалаһынан шағирә Ғәлиә Кәлимуллина бар ине.  «Стәрлетамаҡ эшсеһе» гәзите журналисы Фаяз Йомағужин Радий Хәбировҡа һәм Константин Толкачевҡа «Донбастың аҡ ҡояшы» тип аталған очерктар китабын бүләк итте. Ә бына «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллинаның «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән мәртәбәле исем менән бүләкләнеүе ҡәләмдәштәрҙе таң ҡалдырҙы. Сөнки шағирә Лариса Абдуллина республикабыҙҙың күренекле шағирәләре Гөлфиә Иҙелбаева, Тамара Ғәниева, Гүзәл Ситдиҡовалар рәтенә баҫты бит!

Сара һуңында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Төбәк башлығына «Башҡортостандың атҡаҙанған яҙыусыһы» тигән мәртәбәле исем булдырырға кәрәк тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт итте.

Был юлы республика кимәлендәге сараның ойошҡанлыҡ менән үтеүе шатландырҙы.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Айгиз Баймөхәмәтов яңынан рәйес итеп һайланды
Айгиз Баймөхәмәтов яңынан рәйес итеп һайланды
Автор: Римма Галимова
Читайте нас