Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
10 Июль 2025, 11:15

Зыялы шәхес булды ул…

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәттәре үҙәге – 7-се моделле китапханаһында ҡалабыҙҙың һөнәри белем биреү өлкәһенә һәм йәмәғәт эштәренә ярты быуаттан ашыу ғүмерен арнаған, башҡорт халҡының милли мөхитен үҫтереүгә бар көсөн һалған зыялыларының береһе булған Риф Абдулла улы Дәминевтың хәтер кисәһе уның тыуған көнөнә тура килтерелеп, 1 июлдә үтте. Иҫән булһа беҙ уның 85 йәшен билдәләгән булыр инек.

Зыялы шәхес булды ул…
Зыялы шәхес булды ул…

Риф Абдулла улы Дәминев 1940 йылдың 1 июлендә Хәйбулла районының Ҙур Арыҫланғол ауылында тыуған. 1958 йылда урта мәктәпте тамамлағас Буребай руднигында быраулау станогы машинисы булып эшләй. Өфө авиация институтын тамамлағас, Стәрлетамаҡтың “Красный пролетарий” заводында технолог, аҙаҡ конструктор вазифаларын башҡара. Стәрлетамаҡ химия-технология техникумында директор итеп тәғәйенләнә. Ул “СССР химия сәнәғәте отличнигы”, “СССР-зың маҡтаулы химигы”, “Башҡортостандьң атҡаҙанған халык мәғарифы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған.

Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булған был шәхесте ҡала халҡы үҙешмәкәр композитор булараҡ та яҡшы белә ине. Бынан тыш, Риф Дәминевҡа “Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы” тигән мәртәбәле исем бирелә”, тип бәйән итте арҙаҡлы шәхес хаҡында китапхана мөдире Гүзәл Ишбулдина һәм уның тормош юлы, ижады менән таныштырҙы.

Сарала китапхана хеҙмәткәрҙәре, шағирҙар, әүҙем китап уҡыусылар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм “Хазина” фольклор төркөмө ағзалары ҡатнашты.

Ҡалабыҙҙың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Зөлфиә Әбделхәй ҡыҙы Йәғәфәрова, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы Нәсимә Ҡасим ҡыҙы Собханғолова уның менән тығыҙ бәйләнештә аралашҡан йылдарын иҫкә төшөрҙө. Башҡортостан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе булараҡ үҙем һәм шағирә Рита Харис ҡыҙы Фәтҡуллина ижади мөхиттәге осрашыуҙарҙы һағынып күҙ алдына баҫтырҙыҡ. “Хазина” фольклор төркөмө етәксеһе Зимфира Рәил ҡыҙы Ибраҡова балалар баҡсаһында мөдир булған йылдарҙа Риф Абдулла улы менән хеҙмәттәшлек итеүҙәрен иҫкә алды. Сарала ҡатнашыусыларға яҙыусының юмористик хикәйәләре, шиғырҙары һәм йырҙары менән танышырға мөмкин булды. Улай ғына ла түгел, һәр кем уның китаптарынан алған тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты. Мин, иһә, Риф ағайҙың беҙҙең баҫма менән ғүмеренең аҙағына тиклем хеҙмәттәшлек итеүен, “Йән һәм Йыһан” тигән романын уҡыусыларға иң тәүҙә беҙҙең “Ашҡаҙар” гәзите аша еткереүен, редакцияның йыш ҡунағы булыуын иҫкә төшөрҙөм. Һәр сығыш яһаусы ағайҙың йәне йәннәттә булыуын, рухы шатланып ятыуын теләне. Ә сара уның йырҙарын бергәләп башҡарыу менән тамамланды.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар китапхана сайтынан алынды.

Зыялы шәхес булды ул…
Зыялы шәхес булды ул…
Автор: Римма Галимова
Читайте нас