Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
6 Август 2025, 11:45

Ҡәләмдәште оҙаттыҡ

Башҡортостан, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ әҙәби донъяһы ауыр юғалтыу кисерҙе: яҙыусы, драматург һәм рәссам Хәмит Ирғәлин ҡапыл арабыҙҙан китте. Оҙаҡламай уға 75 йәш тулған булыр ине. Ҡәләмдәшебеҙ үҙе тыуып үҫкән  Федоровка районының Юлдаш ауылында ерләнде.

Ҡәләмдәште оҙаттыҡ
Ҡәләмдәште оҙаттыҡ

Хәмит Әбдрәхим улы Ирғәлин 1950 йылдың 1 сентябрендә тыуған. Бала саҡтан әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, шиғырҙар яҙа, яҡшы итеп һүрәт төшөрә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын, марксизм-ленинизмдың киске университетын, ситтән тороп Мәскәүҙә халыҡ сәнғәт университетын тамамлай. Стәрлетамаҡта Химиктар мәҙәниәт һарайында рәссам булып эшләне, республиканың иң ҙур төбәк яҙыусылар ойошмаларының береһе булған Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы менән 2011 йылға тиклем етәкселек итте. Яҙыусы булараҡ Хәмит Ирғәлин үткән быуаттың 80-се йылдарында уҡ билдәлелек алды, үҙен оҫта хикәйәсе булараҡ танытты. Әйткәндәй, Хәмит ағай бик аҙ ғына ваҡыт арауығында булһа ла “Ашҡаҙар” гәзитендә лә эшләп алды, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем баҫмабыҙ менән хеҙмәттәшлек итте, уның тарихи очерктары гәзитебеҙҙе байытты.

1992 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә яҙыусының “Йылмайыу хаҡы” исемле тәүге хикәйәләр китабы донъя күрҙе. Һуңыраҡ Хәмит Ирғәлиндың тағы бер хикәйәләр һәм новеллалар китабы “Синдбадтың һигеҙенсе сәйәхәте” баҫылып сыҡты. Артабан ул “Инә бүре ҡарғышы” йыйынтығын сығарҙы, унда драмалар, комедиялар, эсселар һәм очерктар ингән. Бынан туғыҙ йыл элек Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Варфоломей төнө» тигән китабын ҡулына алып һөйөндө. Авторҙың был китабында тыуған ерҙең данлы тарихы, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман яугир Ҡаһым Түрә, икенсе башҡорт атлылары полкы сардары Аралбай Аҡсулпанов кеүек милли батырҙар шәхесе мауыҡтырғыс драма әҫәрҙәре аша һүрәтләнә, очерктары тарихи мәсьләләрҙе күтәрә.

Иң мөһиме, ул үҙен  драматург булараҡ та танытты. Уның “Ҡулдағы сәпсек”, “Инә бүре ҡарғышы” пьесалары буйынса спектаклдәр Салауат һәм Стәрлетамаҡ драма театрҙары сәхнәһендә шаулап барҙы. Ә Хәмит Ирғәлиндың “Нур” Өфө дәүләт татар театры ҡуйған  “Ташлама мине, өмөт!”спектакле ҙур аншлағ менән үтте.  “Сыңғыҙ хандың юғалған сардары” һәм “Юғалған мөхәббәт буйынса реквием” пьесалары республика драматургтар конкурстарында призлы урындар яуланы. Хәмит Әбдрәхим улының һуңғы шатлыҡтары “ҠанАтлы генерал” драмаһының А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драмтеатрында ҙур аншлаг менән үтеүе булды. Ул ҡулынан ҡәләме төшкәнсе яҙышты. Һуңғы ваҡытта  тарихи роман өҫтөндә эшләне . Вариҫтары уны китап итеп баҫтырыуҙы хәстәрләр тип ышанғы килә. Ҡәләмдәшебеҙ Хәмит Ирғәлин хаҡында яҡшы хәтирәләр күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Һеҙҙе юҡһынырбыҙ, хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙ. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, сабырлыҡ теләп,

“Ашҡаҙар”ҙар.

 Башҡортостан  Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы, яҙыусы, рәссам, драматург Хәмит Әбдрәхим улы Ирғәлин вафат булыу сәбәпле, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы, мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша, уларға сабырлыҡ һәм рух көсө теләй.

Ҡәләмдәште оҙаттыҡ
Ҡәләмдәште оҙаттыҡ
Ҡәләмдәште оҙаттыҡ
Ҡәләмдәште оҙаттыҡ
Автор: Римма Галимова
Читайте нас