Был бинаға инеп оҙон ғына коридорҙан ишеге асыҡ бүлмәгә инһәм, өҫтәл артында машинка төймәләренә баҫып ойошманың секретарь-машинисткаһы Вилә Баймырҙина ултыра, ә эргәһендә ултырған ҡыҫҡа сәсле апайҙың шағирә Эльмира Сәсәнбаева икәнен һөйләшеп киткәс кенә белдем. Мин Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған саҡта ул беҙҙе – Гөлдәр Абдуллина, Сулпан Миңлебаева, Зөлфиә Баязғолова, Римма Фәйзуллина, Рәшиҙә Шәмсетдинова, Әҡсән Хәлилов, Әхәт Сәлихов, Рәфис Абдуллин һәм Ғилман Ишкининдарҙы үҙенең фатирындағы шәхси китапханаһынан китаптар менән файҙаланырға йыш саҡыра торғайны. Йәштәрҙең ижадын ҡеүәтләп, уларға йүнәлеш биреп, секция ултырыштарында ҡулъяҙмалалар тикшергәндә ғәҙел баһа биргәнгә күрә, күптәргә ул остаз булды.
Эльмира Йыһанбай ҡыҙы Сәсәнбаева 1950 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Маҡар ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Тарих, антропология, биология, химия, физика һ.б. фәндәре буйынса өйҙәрендә булған бихисап китаптарҙы уҡып, үҙаллы үҙләштереп үҫә буласаҡ шағирә. Уның шәхес булараҡ формалашыуына ата-әсәһе, яратҡан уҡытыусылары, мәктәбе, тыуған ауылы ифрат күпте бирә. Мәктәпте тамамлағас, геология разведкаһында эшләп алыуы ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары, минералдар тураһында белемен тәрәнәйтеүгә булышлыҡ итә. 1972-1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы “Сода» производство берләшмәһендә эшләй.
1992 йылдан – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар Союзы ағзаһы.
Ижадҡа ул 29 йәшендә генә килә. Был хаҡта ул үҙе:
“1979 йыл 9 майҙа шиғырҙар яҙа башлап, редакцияларға юлландым: күптәр менән таныштым, сираттағы йәштәр конференцияһына саҡырылдым. Йәштәр комиссияһы етәксеһе Муса Ғәли ярһып һөйләй:
– Бер төрлө – ололарға оҡшатып яҙаһығыҙ! Ҡайсаҡ үләндә ятҡан тырмаға баҫып, тай сығынсылап китә – бына ошолай яҙған шағир юҡ...
Ошо мәлдә арттан Әсхәл Әхмәтҡужин:
– Земфира! Муса ағай әйткән шағир һинең эргәңдә ултыра!
– Беләм. Миңә ымлап бышырлаша был икәү. Муса Ғәли ултырған урынына артҡа китте, мин уның янына: – Ағай, бәлки, һеҙ көткән шиғырҙар ошондалыр?
2-3 ай үткәс, әҙәби кәңәшсе Рәшит Шәкүр Муса ағайға шылтырата параллель телефондан, үҙе миңә ымлай – ал теге трубканы. Муса ағай:
– Эйе, яҡшы хәтерләйем. Уҡып сыҡҡас та, Мостайға йүгерҙем, яҡын торабыҙ. Ул да шул тиклем һөйөндө, оҡшатты Эльмираның шиғырҙарын, йәшәреп киткәндәй булдыҡ, – ти ағай. Коридорҙа арлы-бире йөрөйөм, Рәшит Шәкүр йылмайып ҡарап тора минең тулҡынланыуға – аңлай хәлемде:
– Ижад башында уҡ Мостай Кәримдең бындай юғары баһаһын ишетеү – һирәктәргә тейгән бәхет! Тик Мостай ағайға ынтылыусылар күп, көнләшеүҙәре мөмкин.
Фекерҙәш, теләктәш булдыҡ Мостай ағай менән, шуға бергә фотоға төштөк бер съезда. Ғәҙәттә, фотографтар ағайҙы ҡараулап йөрөгәндәй уңышлы кадр аулай, быны Виноградов төшөрҙө.
Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулғанда, әҙәби ижадыма 40 йыл була.
Ауыр подъезда йәшәп, аҡырышыуҙарҙан, эт өрөүөнән йонсоп, һуңғы йылдарҙа һирәк баҫтырам әҫәрҙәремде. Китап алыусылар Стәрлетамаҡта аҙ, 100-ҙән ашыу дананы үҙем килтереп, тараттым. Әлбиттә, Инан китапханһындағы Вәхит Хызыровтың кисәһендә башҡорттар хәҙер бигүк китап һатып алмағанын әйтеүемдән һуң, китап магазинында башҡорт китаптары йышыраҡ күренә. Ә инде академик һүҙлектең ҡалын томдарын ташыу тағы Өфөнән генә! Самалы суверенитет менән Башҡортостанда башҡорт китаптарын алыу – үтә ныҡ сикләнгән мәсьәлә: юлға ла, китап алыуға ла китә тора аҡса. Үҙаллылыҡ шул хәтлем – баҫтырған үҙ китабымды бушлай таратам... Китабын түләп сығарғандар барыбер үпкәләй, тик бер тарихи китап өсөн күпмеһен алырға, уҡырға, аныҡларға тура килгәнен белмәй" – тип яҙған ижадының шишмә башы тураһында Эльмира Йыһанбай ҡыҙы.
Уның «Рәхмәт һүҙе» тип исемләнгән тәүге китабы 1983 йылда донъя күрә. 1990 йылда "Илгиҙәр"е менән китап уҡыусыларҙы һөйөндөрә. Ошо йылдарҙа Сәсәниә ырыуҙар хәрәкәтен үҫтереүҙә яҡындан тороп ҡатнаша. Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт театрын булдырыуҙа, ҡала мәктәптәрендә тәүге башҡорт синыфтарын астырыуҙа ла уның тос өлөшө бар. Ҡалала БИПКРО филиалы асылғас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу курстарында тарих-мәҙәниәт-әҙәбиәт буйынса лекциялар уҡый. Ҡала башҡорттарының «Аманат» халыҡ үҙәгендә милли ойошоу мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә тәүгеләр сафында була. «Ашҡаҙар» ҡала гәзитендә тарих буйынса мәҡәләләр менән, Башҡортостан радиоһы аша ялҡынлы, көнүҙәк темаларға сығыш яһауҙары менән дә ул Сәсәниә тигән исемен нығытты, сөнки кешелек ғүмеренә, ер-ил яҙмышына шағирә бер ҡасан да битараф була алманы.
1997 йылда «Моң Тәңре» тип аталған шиғри йыйынтығы баҫыла. Ошо китабы менән шиғри мәҙәнилекте үҫтереүселәрҙең береһе тип атап була Сәсәниәне. Уның жанрҙар, формалар өләкәһендә тынғыһыҙ эҙләнеүҙәрен ҡыйыу һәм уңышлы эксперимент тип таныйҙар. Аҡ шиғыр, сонет - Көнсығыштан килгән робағи, ғәзәл формаларын да яратып, үҙ итеп ҡарай шағирә. Был китабында автор экологик, әхлаҡи, социаль проблемаларҙы күтәреп сыға. Басир Мәһәҙиевтың «Уралымдың ғәжәп төҫтәре» (1999 йыл) тип аталған мөғжизәле таштар донъяһы серҙәре тураһындағы альбом-китапта уның шиғырҙарының да башҡорт-рус-инглиз телендә баҫылыуы иғтибарға лайыҡ.
2008 йылда сыҡҡан «Шиғырҙар» йыйынтығында ғүмер һәм тәбиғәт, күңел һәм рухиәт хаҡындағы әҫәрҙәре тупланған. Замандың көнүҙәк проблемаларын күтәргән тәрән фәлсәфәүи лирикаһы уҡыусыһын уйландырып ҡына ҡалмай, унан шәхес төҙөй.
Публицистикаһы менән бер ҡатарҙан уның этнография, культурология өлкәһендәге фәнни хеҙмәттәре лә иғтибарға лайыҡ. Ғилем юлында ул үҙенең остаздары итеп Рәшит Шәкүрҙе һәм Йыһат Солтановты атай.
2014 йылда баҫылған «Ҡобайыр ҡатламдары» исемле фәнни-популяр китабында автор Боронғо Азия илдәре тарихы, мифологияһын тикшереп, башҡорт халҡы менән уртаҡлыҡтарын барлығын күҙәтә, сағыштырыуҙар үткәрә. Ә инде уның «Әрүахтар һамағы» Гөлсинә Батыршинаның «Аҡ тирмә»һенең репертуарынан тиҫтә йылдар төшмәй. Ә 1999 йылда Эльмира Сәсәнбаева Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһына лайыҡ булды.
Эльмира Йыһанбай ҡыҙы байтаҡ йылдар Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы В. И. Ленин исемендәге 2-се башҡорт лицей-интернаты, 3-сө башҡорт лицей-интернаты, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары, Абдулҡадир Инан исемендәге ҡала китапханаһы, беҙҙең «Ашҡаҙар» гәзите редакцияһы, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй һәм ижад итә. Шағирәне күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлап, уға иҫәнлек, ижади уңыштар һәм Һикәҙе йылғаһылай оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.
ЕРӘН КӨҘ
Ерән көҙҙөң япраҡ кейемдәре,
Селлә йәйҙән һуңғы яуындар:
Ҡабат сәскә атҡан үҫемдәре,
Һыуға туйған урман, ауылдар...
Бары менән байрам иткән миҙгел
Әлдә дүрт миҙгелле әҡлимбеҙ.
Бындай эҫенән һуң урман ғиҙеү –
Иркенлеккә сыҡҡан тиклемге.
Һуғарыла кипкән болондарҙың,
Туғайҙарҙың ҡыуаҡ-үләне.
Яҡты элегия олондарҙан
Әле имләгәне биләмең.
Болотло көн, сағыу сатырҙар –
Йыйған нурын һибеп балҡыуҙар.
ӘҘӘМ ТҮГЕЛ
Ышанмай ул бисәһенә –
Балаларын үҙе ҡарай,
Үҙе бәпләй:
- Аша бәпәй!
И ниндәй йәм,
Ниндәй тәпәй!
Ара-тирә яһил ғына
Яҡ-яғына ала ҡарап:
Шыуышмаймы берәй мәкер,
Берәй ялған, берәй ҡараҡ?!
Осратҡанда
Бүтән ата ғаиләһен,
Балаларын ала тартып –
Үҙ артынан эйәртмәһә,
Гүйә, уның хөр күңеле
Ҡала ярты.
Ах, шундайын хужа барҙа,
Хет нисәнсе бисәлеккә
Бар ҙа ҡушыл!
Шуныһы йәл: был һөйөклө
Әҙәм түгел, дөйәғош шул.
ИЛҺӨЙӘРҘӘР
Ең һыҙғанып: ҡала мәғарифын,
Мәҙәниәт, фәнде үҫтереп,
Тәрбиәләп ватансы вариҫты,
Етмәгәнде табып еткереп;
Иң терәшеп ауыр заманала,
Уртаҡлашып нимә бар, шуны,
Йырып сығып бер эш тамамлауға,
Өҫкә ауҙы яңы тулҡыны.
Нисә дауыл аша атланыҡ беҙ,
Кисеп үттек нисә ташҡынды?!
Илдең ышанысын һаҡланыҡ беҙ,
Үтә сығып ялҡын-һалҡынды.
Ҙур тарихта беҙҙең быуындың да
Яҡтырыша ғәййәр хеҙмәте.
Эш ыратҡан берҙәм буйһоноуҙың
Гөлләмәләй уңыш ләззәте.
Оло быуын өлгөрмәгәндәрҙе
Беҙ үтәнек, илде ныҡ тотоп.
Оҫталыҡтың йыйнаҡ мәргәндәре
Ярыштарҙан ҡайтты дан отоп.
Башҡортостан инде мәшһүр төбәк,
Эстәрленең ныҡлы абруйы.
Беҙҙең юлдан бара яңы зирәк –
Моң тәңренең ғәзиз ҡаурыйы.
ИҢ ТӘБИҒИ ДРАМА
Иҫке өмөттәрен ҡоя күңел,
Тәбиғәтте аңлап һүҙһеҙ генә.
Йөрәгемде Көҙ ҙә аңлай еңел,
Алтын телгә күнеп, түҙем генә.
Өмөтһөҙлөк юҡ был диалогта,
Кеселекле аҡыл тыныс бөгөн –
Аса миңә бер хәҡиҡәт, дуҫтар,
Туттар теймәй торған яҡты йөҙөн:
Иң тәбиғи драма – һиндер ул, Көҙ!
Һыҡтамайһың юҡҡа, эҙләп йәбер.
Усағыңа атлап, баҫыуың төҙ –
Гуйә, үҙ-үҙеңә биргән әмер.
Үҙгәрештәр, һеҙгә – хөрмәт-ҡәҙер! –
Яңы өмөттәргә урын әҙер.
ЙӘШЕЛ ЕЛ
Алһыу баҡыр, күкһел ырыҡта...
Еҙем аға, иҫләп барыһын.
Яңы мәктәп һөйрәй ҡырыҡҡа,
Уңалғанда йөрәк яраһы.
Таңғы Ҡояш, ахры, баҡырҙан,
Алтынланыр, төшкә йылынып.
Төнөн еҙ Ай тағы саҡыра,
Тын әйләнә йондоҙ болоно.
Ел һис туймай көҙгө сәфәрҙән
Япраҡ вальстарын өйөрөп.
Бүртеп ята китап-дәфтәрҙәр,
Яңы асыштарға төйөлөп.
Көндәр оса тығыҙ хәстәрҙә,
Йәш ел оя ҡора сәстәрҙә.
ЯПРАҠ ҠОЙОНДАРЫ
Япраҡ ҡойондары аша йыр юлын һуҙам һиңә.
Сәстәремә әскелт елдең саф һағыштары һеңә.
Уятамын, йыуатамын – үпкәләмә, мин – елдән,
Тәңкә-тәңкә булып ҡуба бөтә юшҡын күңелдән.
Мин һиңә киңлек килтерәм – көҙгө усаҡ төтөнөн,
Юғалтыу һәм табыштарҙың, асыштарҙың бөтөнөн.
Олоғайып йәшәрәмен, йыйып хистәр аһәңен.
Ниндәй сихри азатлыҡ бар һиндә, Көҙ Алиһәһе ?
Өлгөргән илаһи көстән өмөттәр сөйҙөртәһең,
Ҡайтҡан йәшлек менән ҡапыл донъяны һөйҙөртәһең.
Ураған йыл туғайында үтә күрәм үткәнде –
Таңғы һуҡмаҡта Яҙһылыу маңлайымдан үпкәнде,
Ярһыған илһам даръяһы өҫтәлемде баҫҡанын,
Ергә һыймаған дәрттәрҙең йондоҙҙарға ашҡанын.
Шиктәр ситен бөгөн миңә – самалар тулған күптән,
Эшләйһе генә Ватанда, ярҙам көтмәйсә күктән:
Шәфҡәт юлында кәртәне түңкәреп, еңеү раҫлап,
Көткәндәргә уртаҡ бәхет – яңырыу йырын башлап.
Боронғоларҙың юлы – Рим, һиңә – минең юлдарым.
Алтын балдаҡ булып оса күңелем ҡойондары.
Эльмира СӘСӘНБАЕВА.