Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
1 Октябрь 2025, 12:22

ИҢ ЯҠШЫ КҮҢЕЛ АСЫУ ПАРКЫ

2025 йылдың 26 сентябрендә Сочи ҡалаһында XXIII Халыҡ-ара «Гәлсәр тәгәрмәс» смотр-конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.

ИҢ ЯҠШЫ КҮҢЕЛ АСЫУ ПАРКЫ
ИҢ ЯҠШЫ КҮҢЕЛ АСЫУ ПАРКЫ

Күңел асыу индустрияһының иң боронғо һәм абруйлы премияһы күңел асыу индустрияһы ассоциациялары һәм партнерҙары Союзы (сапир) ойошторған күңел асыу индустрияһы профессионалдарының XXXIV форумы сиктәрендә үткәрелде. 2004 йылдан алып үткәрелгән «Гәлсәр тәгәрмәс» смотр-конкурсы парктар һәм күңел асыу комплекстары өлкәһендәге сифатты һәм инновацион ҡарарҙарҙы баһалауға йүнәлтелгән ине. Ҡалабыҙҙың Юрий Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркының "Галактика" аттракциондар комплексы Бөтә Рәсәй буйынса парктар араһында «Йылына 250 меңдән 500 меңгә тиклем кеше килгән иң яҡшы асыҡ күңел асыу паркы" номинацияһында еңеүсе булды. Ихлас ҡотлайбыҙ!
Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: мәҙәниәт һәм ял паркы сайтынан алынды.

ИҢ ЯҠШЫ КҮҢЕЛ АСЫУ ПАРКЫ
ИҢ ЯҠШЫ КҮҢЕЛ АСЫУ ПАРКЫ
Автор: Римма Галимова
Читайте нас