Ҙур этнографик диктант – Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырыусы, шулай уҡ этномәҙәни грамоталылыҡтың дөйөм кимәлен баһаларға мөмкинлек биргән мәғрифәтселек проекты. Акция рәсми рәүештә Үҙәк ҡала китапханаһында үтте.
Фойела байрам ҡунаҡтарын йәш саксофонсылар Егор Чижевский һәм Семен Вязовцев, 3-сө балалар музыка мәктәбе уҡыусылары (етәксеһе И.С. Бакалдина) музыкаль номерҙар менән ҡаршы алды. Китап һөйөүселәр өсөн “Ватанды һаҡлаусылар йыл” һәм “Мәҙәниәттәр берҙәмлегендә – беҙҙең көс” тематик китап күргәҙмәләре ойошторолдо.
Этнодиктант Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһы артисы, ҡурайсы Азамат Асаинов башҡарыуында ҡурай моңо менән башланып китте. Диктантта милли-мәҙәни үҙәктәр, төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ҡаланың киң мәғлүмәт саралары, БР Яҙыусылар союзының урындағы бүлексәһе вәкилдәре, балалар, ҡала халҡы һәм башҡалар ҡатнашты.
Йыйылыусыларға сәләмләү һүҙе менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов мөрәжәғәт итте. Ул ҙур этнографик диктанттың 2016 йылда барлыҡҡа килеүен, ә һуңынан бөтә төбәктәрҙе һәм ҡалаларҙы үҙ эсенә алып, Бөтә Рәсәй кимәленә тиклем таралыуын иҫкә төшөрҙө. Стәрлетамаҡ та был йәһәттән ситтән тороп ҡалманы. Павел Николаевич килеүселәрҙең барыһына ла акцияла ҡатнашырға һәм, әлбиттә, иң юғары балл йыйыуҙарын теләне.
Диктант заданиелары тест форматында әҙерләнгән һәм Рәсәй халыҡтарының тарихына, йолаларына һәм мәҙәниәтенә арналған 30 дөйөм федераль һорауҙы үҙ эсенә алды. Заданиены үтеүгә 45 минут бирелде, ә максималь балл суммаһы 100 балл тәшкил итте. Әммә ул көндө акцияла ҡатнашырға өлгөрмәгәндәр өсөн Үҙәк ҡала китапханаһы майҙансығы 6 һәм 7 ноябрҙә 11:00 сәғәттән 16:00 сәғәткә тиклем эшләне. Шулай уҡ тестты онлайн рәүештә милли сәйәсәт.рф акцияһының рәсми сайтында үтергә мөмкин. X Бөтә Рәсәй этнографик диктантҡа йомғаҡ 2025 йылдың 12 декабрендә, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә яһаласаҡ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: китапхана сайтынан алынды.