Хәлил Ишбирҙин – Стәрлетамаҡ Бейеү театрына нигеҙ һалған, бар ғүмерен башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә арнаған, бер кемдекенә лә оҡшамаған үҙенсәлекле, үлемһеҙ бейеүҙәре менән меңдәрсә күңелдәрҙе яулаған уникаль шәхес. Ул ҡуйған бейеүҙәр аша халҡыбыҙ донъяның төрлө ҡитғаларында танылыу яулай.
Башҡорт бейеү сәнғәтенең тере легендаһы, йөрәк тибешендә халыҡ бейеүе аһәңе яңғыраған легендар шәхесебеҙҙең хеҙмәте лайыҡлы баһаланыу менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Был шатлыҡлы ваҡиға шәхсән уның өсөн генә түгел, ә бәлки тотош башҡорт бейеү сәнғәте өсөн дә лайыҡлы баһа. Хәлил Әнүәр улына ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт һәм яңы ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Р.САФИНА.
Фото социаль селтәрҙәрҙәге асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.