Ҡала округы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов конкурстанттарҙы ихлас сәләмләне һәм ғәҙел еңеү теләне. Ул Стәрлетамаҡты Башҡортостан Республикаһының көньяғындағы КВН-дың баш ҡалаһы тип атаны. Яҡты, ижади, күңелле һәм тапҡыр, урындағы һәм ситтән килгән аҡыллылар залды көлдөрөү өсөн барыһын да эшләне. Һәм был нәҡ уларса килеп сыҡты ла. Еңеүселәргә һәм призерҙарға ҙур һәм бәләкәй кубоктар ғына түгел, дипломдар, партнерҙарҙан бүләктәр, шулай уҡ 20, 30 һәм 50 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.
Беренсе булып бәләкәй кубок өсөн көрәшкә Стәрлетамаҡтың “Физруки” командаһы сыҡты. Улар “спортҡа яраҡһыҙ” темаларҙы күтәрҙе.
– Лиана, һин хатта һикерә лә белмәйһеңме?
– Мин бит ситтән тороп уҡыйым.
Бына шундай ҡыҙыҡлы булды сығыштары Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы командаһының.
Ҙур кубок тағы ла мауыҡтырғыс килеп сыҡты: унда бер нисә башҡа “ауырлыҡ категорияһындағы” командалар уйнаны. Тәүгеләрҙән булып Башҡортостан мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжынан “Бер ваҡыт Стәрлетамаҡта” командаһы мәҙәк хәлдәр һөйләп көлдөрҙө. Кешеләрҙән хасил булған Ағиҙел күпере тураһындағы шаяртыуҙары ғына ни тора! Улар бер-береһенең өҫтөнә ултырып, ҙур йөк машинаһы үтерлек күпер яһанылар ҙа ҡуйҙылар. Йырлап һәм бейеп тә күңелде күтәрҙеләр улар.
– Көнбайыш илдәре даими рәүештә бер яҡтан икенсе яҡҡа борола: Рәсәй яҡшы ла, насар ҙа. Иң мөһиме, көнбайыштар белһендәр: урыҫтарҙың иҫ киткес вестибуляр аппараты бар... – тип донъяуи кимәлдә сәйәси темаға ла шарятып өлгөрҙө.
Стәрлетамаҡ командалары башҡаларҙан бер ҙә ҡалышманы. Шулай итеп көсөргәнешле ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙың һөҙөмтәһе түбәндәгесә булды: бәләкәй кубокка өсөнсө урынға Салауат ҡалаһынан “ИНН” командаһы лайыҡ булды. Икенсе урынды “Нур” шифаханаһы командаһы алды. Беренсе урынды Силәбе ҡалаһының “Бэрн” командаһы яуланы. Ә ҙур кубоктың өсөнсө урынын ике команда бүлеште: “Канзас-сити шафл” һәм “Сәскәләр һәм шпиондар”. Икенсе урынға “Ижевск билмәндәре” лайыҡ булды. Ә инде иң шәп ҙур кубокты һәм ҡиммәтле сертификаты Кирово-Чепецк ҡалаһының “Провинция” командаһы яуланы.
Миңә ҡалһа беҙҙең “Физруктар” һәм башҡа уҡыу йорттарынан килгән командаларҙың сығыштары ла бынамын тигән булды. Уларҙың да еңеүҙәре алда әле тип өмөт итеп ҡалайыҡ йәштәребеҙгә!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.