Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
24 Декабрь 2025, 12:30

Яңы йыл иртәлектәре башланды

Кисә ҡала мәҙәниәт һарайында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн яңы йыл иртәлектәре үтте.

Яңы йыл иртәлектәре башланды
Яңы йыл иртәлектәре башланды

Байрам алдынан балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов сәләмләне. Ул балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы, уларға ныҡлы һаулыҡ һәм иң изге теләктәрен тормошҡа ашырыуҙарын теләне. Байрам программаһы ҡала мәҙәниәт һарайы артистарының театрлаштырылған тамашаһы менән дауам итте. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм тылсымлы персонаждар менән бергә йәш стәрлетамаҡтар байрам атмосфераһына сумды һәм ҙур кинәнес кисерҙе.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотолары.

Яңы йыл иртәлектәре башланды
Яңы йыл иртәлектәре башланды
Яңы йыл иртәлектәре башланды
Яңы йыл иртәлектәре башланды
Автор: Римма Галимова
Читайте нас